Башҡорт уғы — Германияның Шварца коммунаһындағы Изге Лауренция сиркәүенең көмбәҙендәге шарға ҡаҙалған уҡ.

Тарих үҙгәртергә

Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1814 йылдың 14 апрелендә Изге Лауренция сиркәүе янында Шварцбург-Рудольфштадт (Тюрингия) кенәзлеге принцы Карл Гюнтер уҡ-һаҙаҡтың көсөнә шик белдергәс, дүрт башҡорт йәйәнән атыу оҫталығын күрһәтмәксе була. Сиркәү башняһы көмбәҙенә ҡала майҙанының ҡаршылаш яғынан атырға килешәләр. Бер яугирҙың уғы көмбәҙҙең ныҡлы көбөн тишеп ҡаҙала. Ағас уҡ серегәс, уның тимер күсермәһен эшләп, ҡайтанан көмбәҙгә ҡуялар, оригиналды музейға тапшыралар[1].

Башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов «Төньяҡ амурҙары» дилогияһын яҙған ваҡытта 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары юлынан үтә[2]. Яныбай Хамматов Веймар ҡалаһы архивында булғанда, унан йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Шварца коммунаһында бер тарихи уҡ һаҡланыуы хаҡында белә. Коммунаға килгәс тә ул бының шаһиты була — сиркәүҙә яҙыусыға баш бармаҡ йыуанлығындағы уҡты күрһәтәләр. Уҡтың оҙонлоғо бер метр һәм ул ныҡ тутыҡҡан була. Уҡ әҙип килерҙән бер ай алда ғына сиркәү башняһында торған урынынан ысҡынып төшкән. Унда элек ҡәҙимге башҡорт уғы ҡаҙалып торған. 1819 йылда ағас уҡ сереп килеп төшкәс, урынына ошо ҡорос уҡты ҡуйғандар[3]. Әммә уны Хамматовтың күҙ алдында ҡайтанан күтәреп, элекке урынына нығытып ҡуялар. Уҡҡа ауыл халҡының мөнәсәбәтен 1980 йылда «Киске Берлин» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә бер ни ҡәҙәр асыҡлай булырға тейеш. Ундағы һүрәт аҫтына «Был уҡты амурҙар түгел, башҡорт һуғышсылары атҡан» тип яҙылған була. Гәзиттең шундай аңлатма биреүендә тәрән мәғәнә бар. Шварца ауылы халҡы ла уны тиккә генә ҡәлғә архивында ҡәҙерләп һаҡламай. Уның өсөн был ҡомартҡының амурҙар атҡан уҡ булыуы ҡиммәт[2].

Ҡорос уҡ күп йылдар сиркәү манараһын биҙәп тора. 2013 йылдың сентябрендә Германияла Лейпциг ҡалаһы янындағы Халыҡтар һуғышы — Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 200 йыллы билдәләнә. Был ваҡиғала башҡорт диаспораһы вәкилдәренән торған делегация ҡатнаша. Делегация составында Ирек Байышев, тарихсы Рәмил Рәхимов, командир Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә «Башҡортостан Республикаһының «Любизар» беренсе атлылар полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары, режиссёр һәм журналист, «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы авторы Нәсүр Йөрөшбаев һәм башҡалар булды[4]. Немец яғы, үҙ сиратында, Наполеонды еңеүҙең 200 йыллығына һәм башҡорт яугирҙарының сит ил походтарында ҡатнашыуы хөрмәтенә ҡорос уҡты алтынға алыштырырға ҡарар итте[5][6]. Сиркәү стенаһына ҡуйылған алтаҡтаны Азат Ҡужин биҙәй. Ал таҡтаны һәм алтын уҡты ҡуйыу сығымдары Ирек Байышев иҫәбенә башҡарыла.

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рахимов Р. Н. Башкиры в наполеоновских войнах: «северные амуры» в отечественной войне 1812 года.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 75. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  2. 2,0 2,1 «Төньяҡ амурҙары»ның яу юлдары ни һөйләй? «Башҡортостан» (19 декабрь 2012). Дата обращения: 17 август 2015. 2017 йыл 20 октябрь архивланған.
  3. Кауфман М. Башкиры в Германии // Ватандаш. — 2013. — № 7. — ISSN 1683-3554.
  4. Башҡорт яугиры уғының яңы күсермәһе Германияның Шварца ҡалаһы сиркәү көмбәҙен биҙәйәсәк. ИА «Башинформ» (31 октябрь 2013). Дата обращения: 17 август 2015.
  5. В городке Шварц, область Тюрингия Германия проходит реконструкция церкви где в куполе находится железная копия стрелы башкирского воина. При реконструкции немецкая сторона решила заменить копию железной стрелы на золотую. Данная цель связанна с 200 летием увековечевании победы союзных войск над Наполеоном и участии башкирского народа в заграничном походе
  6. Реконструкция церкви в г. Шварц 2016 йыл 5 март архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Рахимов Р.Н. Стрела башкирского воина. Военная история башкир: энциклопедия/ гл. Ред. А.З.Асфандияров. –Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. -432 с.;ил., карты ISBN 978-5-88185-076-0

Һылтанмалар үҙгәртергә