Башҡорт ихтилалдары

XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығы феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.

Башҡорт ихтилалдарыXVIXVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.

Башҡорт ихтилалдары
Дата

XVII—XVIII бб.

Урыны

Тарихи Башҡортостан (Нуғай, Ҡазан, Себер һәм Уҫы даруғалары)

Сәбәбе

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы шарттарын боҙоу, һалымдарҙың һәм йөклмәләрҙең артыуы, мосолмандарҙы суҡындырырға тырышыу һ.б.

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй

башҡорт ихтилалсылары

Командирҙар

Д. Полуэктов, И. М. Павлов, У. Сниттер, А. М. Коркодинов, Д. А. Барятинский, Ю. С. Урусов, В. И. Лопатин, Ф. Ф. Волконский, А. М. Волконский, Ю. С. Урусов, Әйүкә, П. И. Хованский, А. С. Сергеев, И. Я. Якушкин, А. И. Румянцев, И. К. Кириллов, Л. Я. Соймонов, А. И. Тевкелев, В. Н. Татищев, В. А. Урусов, Б. Л. Останков, П. Мартаков, М. С. Хрущев, И. И. Неплюев и др.

Сәйет Йәғәфәров, Һары Мәргән, Арыҫланбәк Бәккин, Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев, Морат Солтан, Дөмәй Ишкәев, Ураҡай Юлдашбаев, Хажи Аҡҡусҡаров, Ҡараһаҡал, Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Мәндәр Ҡарабаев, Байыҡ сәсән, Йосоп Арыҡов, Кинйә Арыҫланов, Баҙарғол Юнаев, Ҡаранай Моратов, Салауат Юлаев, Ҡасҡын Һамаров, Юламан Ҡушаев, Юлай Аҙналин, Байым Ҡыҙраев һ.б. Башҡорт ихтилалдары етәкселәре

Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр иткән. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел.

XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хокуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала.

Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара.

17-18 бб. башҡорт ихтилалдары

Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә.

XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була. Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана.

Ихтилалы үҙгәртергә

1662—1664 үҙгәртергә

1681—1684 үҙгәртергә

  • 16811684 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен талап алыузар, башҡорттарҙы көсләп христианлаштырырға маташыу. Етәкселәре — Сәйет Йәғәфәров мулла, Көсөк Юлаев. Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, христиан диненә күсереүҙән баш тарта, Өфө воеводаһын ваҡытынан алда алышына.

1704—1706 үҙгәртергә

  • 17041706 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яңы яһаҡтар, халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡорттарҙы христиан диненә күсереү. Етәкселәре — Иман батыр, Дөмәй Ишкәев. һөҙөмтәлә башҡорттарҙың ялыуҙарын ҡәнәғәтләндерергә һүҙ бирелә.

1707—1708 үҙгәртергә

  • 17071708 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — ерҙәрҙе тартып алыу, яңы һалымдар, яһаҡ күләмен арттырыу өсөн халыҡтың иҫәбен алыу, христианлаштырыу. Етәкселәре — Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев. Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, яңы һалымдарҙы, халыҡты иҫәпкә алыуҙарҙы бөтөрә, христианлаштырыуҙы туҡтата.

1709—1711 үҙгәртергә

  • 17091711 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — Рәсәй хөкүмәтенең 1708 йылда бирелгән вәғәҙәләрен даими үтәмәүе, батша властарының баш-баштаҡлығы. Етәкселәре — Алдар Иҫәкәев, Ураҡай Юлдашбаев, Һөҙөмтәлә Рәсәй 1708 йылда башҡорттарға бирелгән ташламаларҙы раҫлай.

1735—1736 үҙгәртергә

1737—1738 үҙгәртергә

1739—1740 үҙгәртергә

1755—1756 үҙгәртергә

  • 17551756 йылдар. Ихтилалдың сәбәптәре — башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу менән алмаштырыу, христианлаштырыу. Етәкселәре — Ялан Эткол, Хоҙайбирҙе мулла, Сурағол Миңлебаев, Әликәш Һөйөндөков, идеологы — Батырша. Һөҙөмтәлә көрәш ҡанлы баҫтырыла, бер нисә тиҫтә мең башҡорт һәләк була, күптәр Ҡаҙағстанға ҡаса. Рәсәй батшалығы башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын раҫлай, мосолмандарҙы христианлаштырыу һүрелә.

Башҡорт ихтилалдары Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ һыҙатлы көрәш булыуы менән тарихи әһәмиәткә эйә. Куп юғалтыуҙар кисерһә лә, башҡорттар заманында шәхси иреген һәм ер биләмәләренә хоҡуғын һаҡлай алды.

XVIII быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт көрәшенең яңы этабы башлана. Улар урыҫ һәм башҡа халыҡтар менән бергәләп күтәрелә. Уның асыҡ миҫалы — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм 1835 йылғы ихтилал.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башкирское восстание 1735 - 1740 // История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX в. - Уфа, 1996. - С. 231 - 248.
  • Донелли А. С. Завоевание Башкирии Россией, 1552 - 1740: Страницы истории империализма / Пер. с англ. Л. Р. Бикбаевой. - Б. м.: Междунар.корпорация "Ватан", 1995. - 287 с. С. 141 - 218: Башкирские восстания.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе росссийского государства в XVI - первой половине XVIII вв. - Свердловск, 1991. - 154 с. С. 98 - 140: Башкирские восстания.
  • Башкирское восстание 1735 - 1740 // Очерки по истории Башкирской АССР. - Уфа, 1956. - Т. 1, ч. 1. - С. 169 - 186.
  • Ирек Аҡманов. Башҡортостан календары 2004 йылға.
  • Башҡортостан тарихы: Боронғо замандарҙан XIX быуат аҙағына тиклем/ Яуаплы ред.И.Ғ. Аҡманов. -Өфө: Китап, 2007. һүрәттәре менән 248 бит. ISBN 978-5-295-04137-2

Һылтанмалар үҙгәртергә