Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы — Башҡортостан Республикаһы территорияһында һаулыҡ һаҡлау сфераһында дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика башҡарма власы органы.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Дөйөм мәғлүмәт
БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Бойһоноусылар БР Хөкүмәте
Һаулыҡ һаҡлау министры Баҡиров Әнүәр Акрам улы
Сайт
https://health.bashkortostan.ru/

Адресы: 450002, Өфө, Туҡай урамы, 23.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы түләүһеҙ медицина һәм дарыу менән ярҙам итеү гарантияларын һәм асыҡлыҡты тәьмин итеү, өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһендә эшмәкәрлеген координациялауҙы ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау менән идара итеү органдары һәм учреждениеларына ойоштороу-методик, консультатив ярҙам күрһәтеү, ООМПВН компетенцияһы сиктәрендә күсмә өйрәтеү семинарҙарын үткәреүҙе ойоштороу эше менән шөғөлләнә.

Министрлыҡ Башҡортостан Республикаһы халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеү кимәлен күтәреү буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра; Башҡортостан Республикаһы граждандарына Түләүһеҙ медицина ярҙамын күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһын әҙерләүҙә ҡатнаша; ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡҡа экспертиза ойоштороуҙың ведомство һәм ведомство-ара контролен үткәреүҙә ҡатнаша, медицина һәм дарыу ярҙамын күрһәтеү сифаты, периодик медицина тикшереүҙәрен үткәреүҙе, граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендәге эште, граждандарҙың өҫтәмә диспансеризацияһын һәм тәрән медицина тикшерелеүен үткәреүҙе, дауахана эсендәге инфекцияларҙы иҫкәртеү буйынса саралар һәм дауалау-профилактика учреждениеларында санитар-эпидемиологик режим үтәлешен тормошҡа ашыра.

Башҡортостанда Республикаһында һаулыҡ һаҡлау һәм беренсел медик-санитар ярҙам сфераһында профилактикалау өҫтөнлөклөгөн тәьмин итеү бурысын тормошҡа ашырыусы «2013-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» программаһы ҡабул ителгән; махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы, медицина ярҙамы, тиҙ, шул иҫәптән махсус ашығыс медицина ярҙамы, медицина эвакуацияһының һөҙөмтәлелеген арттырыу; диагностикалауҙың, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалауҙың, шулай уҡ шәхсиләштерелгән медицина нигеҙҙәренең һәм башҡа инновацион алымдарын үҫтереү һәм индереү; бала тыуҙырыу һәм балалыҡ һ.б. хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Башҡортостан Республикаһында 2011 йылда 1 кеше башына тура килгән түләүһеҙ медицина ярҙамына күрһәтеүгә тотонолған сығымдар 6315,1 һум тәшкил итте.

2013 йылда (6 ай) Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау тармағын дәүләт сығанаҡтарынан 6 айға финанслау маҡсатында 23,1 млрд. һум аҡса бүленгән, һәм ул 2013 йылға раҫланған пландың 51,5 % тәшкил итә.

2013 йылда федераль бюджеттан 546,7 млн. һум бүленде, шул иҫәптән граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүгә — 341,3 миллион һум һалынды, һәм был йыллыҡ ассигнованиелар күләменең 61,8 % тәшкил итә.

2013 йылдың тәүге яртыһы өсөн тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 26,1 %, табиптарҙың — 20,5 %, урта медицина персоналының — 25,7 % артҡан.

2013 йылда республиканың тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 14,0 тере тыуған бала тәшкил итә.

Ведомство ҡарамағындағы ойошмалар үҙгәртергә

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениелары: республика дауаханалары, шифаханалары, поликилиникалары, Башҡортостан Республикаһы урта профессиональ белем биреүсе дәүләт автономиялы белем биреү учреждениеһы, балалар йорто бар[1].

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрҙары үҙгәртергә

Министрҙар (1946 йылға тиклем халыҡ комиссарҙары):

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә