Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы

Башҡортостан рәссамдарының ижади берекмәһе

«Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе — профессиональ рәссам һәм сәнғәт белгестәренең, ижади хеҙмәткәрҙәренең ирекле берләшмәһе — ғәмәлдәге Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, «Йәмәғәт берекмәләре тураһында», «Коммерция булмаған ойошмалар тураһында» Федераль Закондар, ижади союздар тураһында һәм башҡа ҡануниәт нигеҙендә бөтә Башҡортостан территорияһында эшмәкәрлек алып барған ижтимағи ойошма. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы.

Башҡортостан Рәссамдар союзы
Административ үҙәге

Өфө, Рәсәй

Ойошма төрө

Һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы

Рәсми телдәре

рус, башҡорт

Етәкселәре
Рәйес

Фазылов Хәтип Сәрүәр улы

Нигеҙләнгән

1934

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.shrb.ru/

Ойошма эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре:

- профессиональ һынлы сәнғәт ижади хеҙмәткәрҙәрен уларҙың ижади эшмәкәрлегенә кәрәкле шарттар булдырыу маҡсатында берләштереү;

- мәҙәни, ижади эшмәкәрлектәрен һәм күргәҙмәләрен ойоштороу һәм бойомға ашырыу;

- дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары менән бер рәттән художестволы һәм эстетик тәрбиә биреүҙә , халыҡты гуманизм һәм патриотиз традицияларында тәрбиәләүҙә ҡатнашыу;

-Рәсәй күп милләтле һәм донъя художество мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ, һынлы сәнғәттә профессионализм критерийҙары тәьмин итеү;

-үҙ ойошма ағзаларын пенсия һәм социаль тәьминәттең хоҡуҡи гарантияларын булдырыуға булышлыҡ итеү.  

Тарихы үҙгәртергә

Башҡорт профессиональ рәсем сәнғәтенә беренсе булып нигеҙ һалыусылар: Дәүләткилдеев Ҡ. С., А. Э. Тюлькин[1], П. М. Лебедев, Ю. Ю. Блюменталь, А. П. Лежнев, И. И. Урядов, В. С. Сыромятников, М. Н. Елгаштина, Б. Д. Ежов, К. И. Герасимов, А. В. Храмов, В. П. Андреев һәм башҡалар.

1960-1970 йылдарҙа рәсем сәнғәтендә «башҡорт мәктәбе» тигән төшөнсә Ә.Ф. Лотфуллин, Б.Ф Домашников, Р.М. Нурмөхәмәтов , А.Д. Бурзянцев, А.В. Пантелеев, С.А. Литвинов, П.П. Салмасов,Ф.А. Кащеев, М.А. Назаров, В.А. Позднов, Ә.Х. Ситдиҡова, В.П. Пустарнаков, Н.А. Русских, А.А. Кузнецов, М.Н. АрыҫлановҒ.Ш. Имашева, В.И. Плекунов,Т.П. Нечаева, Б.Д. Фузеев, З.Р. Басиров, А.П. Шутов, Э.М. Сәйетов , А.Г. Королевский һәм башҡалар исеме менән бәйле. Был рәссамдар ижадында башҡорт һәм урыҫ халыҡ сәнғәте традициялары гармоник үҫеш ала, уларҙың ижад емештәре үҙенсәлекле, рухи бөтөнлөк, донъяға һөйөү , пластик һәм декоратив тасуирилыҡ менән һуғарылған.

1980-1990 йылдарҙа башҡорт сәнғәте яңы төҫмөр ала. Илдә сәйәси хәл үҙгәреү, идеологик һәм ижади азатлыҡ бирелеү менән бөтә рәссамдарҙың иғтибары рухи-әхлаҡи проблемаларға, йәмғиәт тормошо, заманға ярашлы стилистика эҙләүйүнәлтелә, сәнғәттә фәлсәфәүи-интеллектуаль башланғыстарға нигеҙ һалына. Яңы тема һәм формалар, иң мөһиме, башҡорт йолалары, милли колориты менән бәйлелекте күләгәлә ҡалдырмай.

 

Бөгөнгө хәле үҙгәртергә

Бөгөнгө быуын был традицияларҙы үҫтерә бара, сәнғәтте заманса формалар һәм проблематика менән байыҡтыра . Хәҙерге ваҡытта Союздың ижади составында Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларынан, урындағы ижади берекмәләрҙән 224 рәссам һәм сәнғәт белгестәре эшләй. . Бынан тыш, Союз эргәһендә Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берекмәһе эшләп килә.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә күргәҙмәләр, проекттар сәнғәттең бөтә төрҙәре буйынса үҫешеү мөмкинлеге бирә. Улар араһында халыҡ-ара Триеннале баҫма графикаһы, Республика биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, «Акварель яҙы», «Киңлек һәм форма» экспозицияһы һәм скульптура симпозиумы. Йыл һайын «Тыуған ил образы» пленэрҙары ойошторола.

Рәссам һәм сәнғәт белгестәре киң күләмле халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк күргәҙмәләрендә республика вәкилдәре булараҡ ҡатнаша.

Күп рәссамдар дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, шулай уҡ сит ил һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа абруйлы урындар яулай.

БР Рәссамдар союзы рәйестәре үҙгәртергә

  • 1934 - 1936 - Усманов Мәхмүт Дауыт улы
  • 1936 - 1937 - Лежнев Анатолий Петрович
  • 1937 - 1941 - Герасимов Константин Иванович
  • 1942 - 1946 - Урядов Иван Иванович
  • 1947 - 1953 - Ишбулатов Рәхим Усман улы
  • 1954 - 1955 - Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы
  • 1955 - 1957 - Платонов Алексей Трофимович
  • 1957 - 1958 - Ишбулатов Рәхим Усман улы
  • 1958 - 1964 - Нечаева Тамара Павловна
  • 1964 - 1965 - Фузеев Борис Дмитриевич
  • 1965 - 1970 - Имашева Ғәлиә Шаки ҡыҙы
  • 1970 - 1980 - Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы
  • 1980 - 1985 - Сәйетов Эрнст Миңнеәхмәт улы
  • 1985 - 1987 - Басиров Зилфәт Рәүеф улы
  • 1987 - 1989 - Фартуков Иван Иванович
  • 1989 - 1991 - Холопов Анатолий Александрович
  • 1991 - 1998 - Калинушкин Николай Александрович
  • 1998 - 2001 - Дворник Александр Александрович
  • 2001 - 2004 - Ғаянов Зөфәр Ғаян улы
  • С 2005 по н/в - Фазылов Хатип Сәрүәр улы

Күргәҙмә майҙандары үҙгәртергә

Рәссамдар союзы Өфөлә ике күргәҙмә залында экспозиция-күргәҙмә эшмәкәрлеге алып бара:

  • Өфө художество галереяһы (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 34)
  • Бәләкәй күргәҙмә залы (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 43).

Рәссамдар союзының милкендә өс ҡатлы бинаҫтәрәк ҡушыла бар: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Был магазиныбыҙ бинаһында «Илһам» художество салоны эшләйб, ул дәүләт наградалары менәнбүләкләнеп килә, сит ил һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә,конкурстарҙа абруйлы наградалар яулай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Союз художников СССР

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Изобразительное искусство республики Башкортостан. Москва, 2007

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә