Башнефтепроект институты (Башҡортостан нефть-газ сәнәғәте предприятиеларын һәм  ҡоролмаларын проектлау  институты) —  "Башнефть" составында инженер-геологик эҙләнеүҙәр үткәрә,  нефть ятҡылыҡтарын  үҙләштереү объекттарын ҡороу, нефть һәм нефть продукттарын йөрөтөү һәм һаҡлау объекттарын; хеҙмәтләндереү базаларын һәм заводтарҙы проектлай [1].

Башнефтепроект
Нигеҙләнгән

1933

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө, Башҡортостан

Төп фигуралар

Альберт Риф улы Латыпов (директор)

Тармаҡ

Нефть эшкәртеү, нефтехимия

Продукция

инженер-геологик эҙләнеүҙәр, нефть ятҡылыҡтары ҡоролмаларын, нефть һәм нефть продукттарын йөрөтөү һәм һаҡлау объекттарын проектлау

Адресы: 450006, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 126-сы йорт.

Башнефтепроект институты проекты буйынса Өфөлә төҙөлгән биналар:  ижтимағи-сәйәси үҙәк, авиация техник университеты, "Башнефть" АНК, Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы; "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы биналары, Октябрьский ҡалаһының төҙөлөштәр һәм Нефтекама ҡалаһының генераль планы проекттары төҙөлә.   "Низковольтник" заводы, Благовещен арматура заводының ҡорос ҡойоу цехтары, НГДУ, Быраулау эштәре идаралығының производство хеҙмәтләндереү базалары, "Дуҫлыҡ" ярҙамсы станцияһы проекттары ла институт хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт емештәре. Нефть ятҡылыҡтарын ҡороу проекттары РФ һәм Башҡортостанда ғына түгел, ә Куба Республикаһы (1978-80),  Йемен Ғәрәп Республикаһы (1990) өсөн дә эшләнелә.  Институт тарафынан Ҡалтасы - Языково - Ишембай, Усть-Балык - Омск, Усть-Балык - Ҡурған - Өфө - Әлмәт магистраль нефть үткәргестәре проекттары әҙерләнә.

"Башнефтепроект"  нефть ятҡылыҡтары объекттарын комплекслы ҡороуҙың перспективалы, генераль, оператив схемаларын әҙерләү, инженер-геологик эҙләнеүҙәр һәм  пробалы эксплуатациялау түбәндәге нефть ятҡылыҡтарында үткәрелгән: Арлан, Бәләбәй, Введеновка, Кәпәй-Ҡобау, Күлтабан, Маншыр, Уръябаш, Иҫке-Казанка, Саҡмағош, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан нефть майҙандарында.

Бавлин, Белозерск, Краснояр, Шкапов нефть ятҡылыҡтарыда нефть һәм газ йыйыу буйынса принципиаль технологик схемалар эшләнелә. "Башнефтепроект"тың типовой проекттары: ярым күсмә нефть йыйыу пункты, нефть һәм газ йыйыу селтәре өсөн ҡоҙоҡтар, нефть әҙерләү ҡоролмаһын комплекслы ҡороу һәм скважина тамағын уратып бәйләү һәм ҡороу, күсмә компрессор станцияһы, түбән тепературала газды сепарациялаусы күсмә ҡорамалдар, 8 һәм 12  скважиналарға газ айырғыс пункттар. 

Тарихы үҙгәртергә

1933 йылда Маҡар районының Ишембай ауылында [2]  проект-смета бюроһы булараҡ нигеҙ һалына. Тәүҙә С.М. Киров исемендәге Ишембай нефть промыслаһының  төҙөлөш бүлеге составында проект-смета бюроһы була, шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә. Икенсе "Баҡыны" асыу, нефть промыслаларын сафҡа индереү буйынса проект документацияларына ихтыяж артыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең  уңышлы эшләүе аҡрынлап контораның статусын күтәреүгә һәм исемен алмаштырыуға   булышлыҡ итә: "Башнефтепроект" проект-смета контораһы (1936), "Башнефтепроект" Дәүләт союз проект-смета контораһы (1940), Өфөгә күскәс "Башнефтепроект" институты (1951). СССР нефть сәнәғәте министрлығына ҡараған  БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ ҡ.  "Башнефтепроект" Дәүләт проект-смета контораһы  1940 йылдың 4 июлендә СССР-ҙың нефть сәнәғәте комиссариаты ҡарары нигеҙендә асылған.

1951 йылдың 27 октябрендә СССР нефть сәнәғәте министрлығы ҡарары буйынса нефть һәм газ промыслаһы ҡоролмаларын проектлау буйынса "Башнефтепроект" Дәүләт институты  ойошторола. "Башнефтепроект" СССР нефть сәнәғәте министрлығы комиссариатына (1940-1946, 1948-1951); СССР көнсығыш райондары нефть сәнәғәте министрлығы комиссариатына (1946-1948) бойһона. "Башнефтепроект" инженер-геологик эҙләнеүҙәр, нефть промыслаларын реконструкциялау һәм төҙөү буйынса проект-смета эштәре үткәргән, нефтетрестар өсөн стандарт һәм типовой ҡорамалдар һәм ҡоролмалар проектлай. 1951 йылдың 27 октябрендә СССР нефть сәнәғәте министрлығы ҡарарына ярашлы контора базаһында "Башнефтепроект" нефть һәм газ промыслаһы ҡоролмаларын проектлау буйынса дәүләт институты ойошторолған. 

Башҡортостанда нефть сығарыу , тикшерелгән сығанаҡтарҙың һаны кәмеү эҙемтәһе булараҡ,  проект документацияһына ихтыяж да кәмей, был эште үҙгәртеп ҡороуға, яңы баҙарға сығыуға килтерә. 1965 йылда СССР сәнәғәт министрлығы бойороғо менән "Башнефтепроект"  нефть һәм газ промыслаһы ҡоролмаларын проектлау буйынса дәүләт институты  "Башнефтепроект" Башҡортостан нефть сығарыу сәнәғәте предприятиеларын һәм ҡоролмаларын проектлау институты тип үҙгәртелә .

Институт  СССР нефть сәнәғәте министрлығы (1951-1957); Башҡортостан — урта Волга совнархозы (1957-1963); СССР Госплан ҡарамағындағы  нефть һәм химия сәнәғәте комитеты  (1963-1964); СССР Госплан ҡарамағындағы  нефть табыу сәнәғәте комитеты (1964-1965); СССР нефть табыу сәнәғәте Министрлығы (1965-1970) бойһондороғонда була. 1970 йылдың 17 мартындағы министрлыҡ бойороғо менән  Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты һәм Башнефтепроект институты базаһында Башҡортостан  ғилми-тикшеренеү һәм нефть сәнәғәте проект институты ("БашНИПИнефть") ойошторола. Институтының Салауат филиалы бар. Уның бурысы булып Башҡортостан, Коми, Удмурт АССР-ы, Ырымбур, Пермь, Төмән өлкәләре, Ҡаҙаҡ һәм Белорус ССР-ы нефть райондарында нефть сығарыу сәнәғәте объекттарын проектлау, реконструкциялау һәм төҙөү тора. 1991 йылда кире күренеш күҙәтелә: Башнипинефть институтының проект өлөшөнән структура берәмеге булараҡ  "Башнефтепроект" айырылып сыға. Дүрт йылдан һуң, 1995 йылда "Башнефтепроект" "Башнефть" АНК филиалы булып китә. 2003 йылдан"Башнефть" АНК "БашНИПИнефть" ЯЙС-ның проект-тикшеренеү бүлексәһе.

"Башнефтепроект" институттын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1957 йылдан уның директоры — Ширин Сергей Сергеевич

 "Башнефтепроект" фонды үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт ғилми-техник документтар архивы филиалы  (РГАНТД), Һамар ҡалаһының  Р-101 фондында 1938-1969 йылдарҙағы 572 берәмек документ һаҡлана.  Документацияларға опись яһау: — проект —  172 берәмек, 1951-1969; — идара — 400 берәмек, 1938-1967[3].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә