Бахмут (Көйөргәҙе районы)

Бахмут — Башҡортостан Республикаһының, Көйөргәҙе районындағы ауыл. Бахмут ауыл советына ҡарай. Халыҡ иҫәбе 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 649 кеше.[1] Почта индексы — 453353, ОКАТО коды— 80239810001.

Бахмут
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°52′13″ с. ш. 55°25′13″ в. д.HGЯO

Этнохороним

Бахмуттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 810 001

ОКТМО коды

80 639 410 101

ГКГН номеры

0524691

Бахмут (Рәсәй)
Бахмут
Бахмут
Бахмут (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бахмут

Географик урыны үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Совет тыҡрығы (рус. Советский (переулок))
  • Хохлов урамы (рус. Хохлова (улица))[1]

Ауыл тарихы үҙгәртергә

Бахмут ауылы 1867 йылда бай алпауыт Ицкевичҡа ҡараған. Уның 10 мең дисәтинә ере булған. Эргәлә генә Шотт баярының ерҙәре йәйрәп ятҡан. Шотт менән Ицкевич араһында ер өсөн талаш сыҡҡан. Шуға күрә Ицкевич үҙ ерҙәрен украиндарға һатҡан. Украиндар Бахмут өйәҙенән (хәҙерге Днепропетровский өлкәһенең Артем районы) 1887 йылда Уралға күскәндә осраҡлы рәүештә беҙҙең яҡтарға килеп сыҡҡан. Был ер уларға бик оҡшаған. Улар килгәнсе бында 10 йорт булған инде. 15 ғаилә ошонда төпләнеп, утарға Бахмут тигән исем бирәләр.Әммә украиндар бында оҙаҡ йәшәмәй, 1897 йылда яйлап барыһы ла тиерлек Ырымбур өлкәһендәге Каширин ауылына (хәҙерге Октябрьский ҡасабаһы) күсеп бөтә.Ул сиркәүле, ҙур ауыл була. Украин ғаиләләренән Туник Гаврила ҡала, аҙаҡ уның улы Александр Гаврилович Бахмутта беренсе уҡытыусы була, тәүге мәктәпте аса. 1900 йылдарҙа бында Тамбов, Орлов губерналарынан Варнавскийҙар, Хохловтар, Селищевтар күсеп килә. Был ваҡытта Бахмутта 40 йорт була. Күскенселәр мең дисәтинә ер һатып ала, уны һөрөп, сәсеп, мул уңыш йыя. Ғаиләләр ишле булған, һәр береһендә 10 — 15-ләп кеше йәшәгән. 1917 йылда ауылда 70 йорт иҫәпләнә,700 кеше ғүмер итә. Барыһы ла игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, етеш донъя көтә. Әммә байҙарға бил бөккән ярлылары ла булған. Уларҙың өйөндә төтөн ишектән сыҡҡан, иҙәнгә һалам түшәп йоҡлағандар, сусҡа майын яндырып,өй эсен яҡтыртҡандар. Кейемде етендән үҙҙәре туҡыған, аяҡта — сабата. Үҙҙәре ағастан яһаған өҫтәл, урындыҡ, һандыҡтан башҡа бер нәмәләре лә булмаған. Наҙан булғандар, табиптар ҙа булмаған.

Совет власы урынлашҡас, крәҫтиәндәргә ер бирелгән. Улар 1929 йылға тиклем яңғыҙаҡ хужалыҡтарҙа көн күргән, шунан колхозлашыу башланған. Тәүҙә унда 20 хужалыҡ ҡына инә, ҡайһылары бер инеп, бер сығып йөрөй торғас, 1932 йылда ғына колхоз нығына. Дөрөҫөрәге, ике күмәк хужалыҡ барлыҡҡа килә: «Оборона» һәм Калинин исемендәге колхоздар. Аҙаҡ тәүгеһе һуңғыһына ҡушылып, дөйөм хужалыҡҡа әйләнә. Активистар, комсомолдар кулактарға ҡаршы көрәшә, ҡайһы бер кулактарҙы һөргөнгә һөрәләр. Тәүге колхоз рәйесе Антон Головин була. Техника булмай, ат менән кешенән башҡа эшсе көсө юҡ. Аҙаҡ бер «Фордзон» тракторы килә. тракторы килә. Игенде ҡул менән сәсәләр, ураҡ менән уралар, ашлыҡ һуҡҡыс менән һуғалар. 1936—1948 йылдарҙа колхозды Аким Варнавский етәкләй. 1937 йылда ашлыҡ уңа, колхозсыларға һәр трудодень өсөн 13-әр кг иген бирәләр. 1941 йылда, тормош еңеләйҙе генә тигәндә,һуғыш башлана.9-10 йәшлек малайҙар мал аҙбарында, баҫыуҙа ололар менән бергә эшләй. Илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн, крәҫтиәндәр байтаҡ һалым түләй, хөкүмәткә ит, һөт, йомортҡа, йөн тапшыра. 1953 йылға тиклем шулай була. Колхоз рәйесе булып Василий Осипов тәғәйенләнгәндә,хужалыҡтарҙы эреләтеү башлана. 1959 йылда 4 колхоз берләштерелә. Ошо йылдарҙа техника ла килә. 1956 йылда ауылға электр уты үткәрелә. 60 — 70-се йылдарҙа районда тағы ла хужалыҡтар эреләтелә. Андреевка, Түбәнге Дыуан, Филипповка ауылдары Бахмутҡа күсерелә. Улар өсөн яңы кирбес йорттар төҙөлә:шулай итеп, яңы Октябрьский урамы барлыҡҡа килә. 1970 йылда эре малсылыҡ комплексы төҙөлә башлай, уға тирә-яҡ ауылдарҙағы фермаларҙы ҡушалар. Был районда иң тәүге комплекс була, уны төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан өс миллион һум аҡса бүленә. Был йылдарҙа Леонтий Рачков колхоз рәйесе була, ул етәкселек иткән саҡта ауылға һыу үткәрелә. 1976 йылда хужалыҡ рәйесе итеп Михаил Степанович Глущенко тәғәйенләнә. 2000 йылда ауылға газ үтә.(«Юшатыр» гәзите, 2008 йыл, 10 июль)

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
603649618
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ауылда рустар (74 %) тәшкил итә[3].

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  • Көйөргәҙе районының Бахмут ауылы һөнәрселәре. 30 июль 2020.[5]
  • Бахмутҡа китап уҡыусылар фестивале. 16 ноябрь 2015.[6]
  • Бахмут ауылының 150 йыллығы. 20 июнь 2018.[7]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә