Бахут мәҙәниәте — археологик мәҙәниәт, б. э. I мең йыллығының уртаһына ҡарай, хәҙерге Башҡортостан территорияһында урынлашҡан. Атамаһы Благовещен районының Бахмут ауылы янындағы Өфө йылғаһы буйында табылған боронғо ҡәберлеккә бәйле бирелгән. Археолог А. В. Шмидт тарафынан 1928 йылда өйрәнелгән. Географияһы: Ағиҙел йылғаһының Камаға ҡойған урыны, Тере Танып, Кама һәм Өфө йылғалары буйҙары.

Бахмут мәҙәниәте
б. э. I мең йыллығы
Мәҙәни берлек

Бахмут мәҙәниәте

Географик төбәк

Көньяҡ Урал

Урынлашыуы

Ҡариҙел йылғаһы буйы,
Благовещен районы

Дәүере

б.э. III-VIII быуаттар

Этник составы

фин-уғыр халыҡтары

Тикшереүселәр

А. В. Шмидт

Дауамсылар:

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Бахмут мәҙәниәте б. э. 3-8 быуаттарына ҡарай. Ике осорға бүленә: тәүге бахмут осоро (III—V бб.) һәм һуңғы бахмут осоро (VI—VIII бб.). Башҡортостан территорияһындағы Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған һәйкәлдәр:

  • Әгәсәк ҡәберлеге
  • Баръязин ҡаласығы
  • Бахмут ҡәберлеге
  • Бөрө ҡәберлеге
  • Бөрө ҡаласығы
  • Ҡаҙаҡлар ҡаласығы
  • Ҡаратамаҡ ҡәберлеге
  • Мәнәк археологик комплексы
  • Яңы Турбаҫлы ауылсығы
  • Иҫке Ҡабан ҡәберлеге
  • Иҫке Мөштин ҡәберлеге
  • Сорвихинск ҡаласығы
  • Өфө ҡаласығы
  • Өфө (Шайтан) ҡәберлеге
  • Юғамаш ҡаласығы
  • Юлдаш ҡаласығы
  • Юмаҡай ҡаласығы

Этник сығышы үҙгәртергә

Бахмутсылар фин-уғыр халыҡтарына ҡарай[1]. Ҡытай хроникаларында бахмут мәҙәниәте халҡы Янь ҡәбиләләре тип аталған[2], был удмурттарҙың төрөк атамаһы ар менән оҡшаш[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Иванов В. А. Путями степных кочевий. Өфө: Башкитап нәшриәте, 1984.
  2. Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии. М.-Л.: Наука, 1950. Т. II. С. 229.
  3. Муратов Б. А. Аланы, кавары и хиониты в этногенезе башкир // Урал-Алтай: через века в будущее: Материалы Всероссийской научной конференции. Уфа, 2008.

Әҙәбиәт үҙгәртергә