Батыршин Радик Ирек улы

Батыршин Радик Ирек улы (28 июль 1968 йыл, Өфө) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында ветерандар эше буйынса комиссия ағзаһы. Рәсәй журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү журналистары союзы ағзаһы. Рәсәй телевидениеһы академияһы академигы. Рәсәй Радио Академияһы академигы. Телерадио тапшырыуҙар Милли ассоциацияһы идараһы ағзаһы (НАТ)[1], коммуникациялар, Иҡтисад Юғары мәктәбе Милли тикшеренеү университетының медиа һәм дизайн факультеты профессоры[2], The International Academy of Television Arts&Sciences (АҠШ) ағзаһы. 2012 йылдың ноябренән 2018 декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү буйынса Совет ағзаһы була.

Батыршин Радик Ирек улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 28 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Батыршин Радик Ирек улы Викимилектә

Инглиз, поляк, башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшә.

Өйләнгән, ҡыҙ тәрбиәләй.

Белеме үҙгәртергә

1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай

1994 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының телевидение һәм радиотапшырыуҙар кафедраһында аспирантура тамамлай.

Карьераһы үҙгәртергә

Журналислыҡ карьераһын «Независимая газета» гәзитендә башлай.

  • 1995—2001 йй. НТВ каналында эшләй
  • 2001—2002 йй. — «Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» (ВГТРК) ФГУП Интернет-тапшырыуҙар дирекцияһы директоры.
  • 2002 йылдан 2005 йылға тиклем — ВГТРК рәйесе урынбаҫары — Интернет-тапшырыу Дирекцияһы директоры.
  • 2005 йылдан 2006 йылға тиклем — ВГТРК генераль директоры урынбаҫары — Интернет-тапшырыу Дирекцияһы директоры
  • 2006 йылдан 2007 йылға тиклем — ВГТРК генераль директор урынбаҫары, ВГТРК ГРК «Маяк» филиалы директоры [3].
  • 2007 йылдың ноябрендә БДБ хөкүмәттәре башлыҡтары Советы ҡарары менән «Донъя» терерадтокомпанияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә [4].
  • Үҙ карьераһы ваҡытында бер нисә эре проекттарҙа ҡатнаша: йәкшәмбе «Йомғаҡтар» программаһының консультанты («НТВ телекомпанияһы») була, «Аҙна хәбәрҙәре» программаһын, (ВГТРК), бер нисә яңы Интернет-киң мәғлүмәт саралары программаһын ойоштора.
  • "Рәсәй Президенты В. В. Путин менән тура линия" 2002, 2003, 2005, 2006, 2007 йылдарҙа телепроекттары авторы һәм продюсеры
  • "Рәсәй Президенты В. В. Путин Украина телеканалының тура эфирында" 2004 йылғы программаһы авторы
  • 2013, 2014, 2015, 2016, 2017, 2018 йылдарҙа "В. В. Путин менән һөйләшеү" 2008 йылда, "Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы" 2009, 2010, 2011 йыл, "Владимир Путин менән тура линия" программаларының авторы һәм продюсеры, Рәсәй президенты В. В. Путиндың төрлө киң мәғлүмәт сараларында интервьюһы.
  • МТРК "Мир" берләшмәһе өсөн дәүләттәре башлыҡтары менән эксклюзив интервью авторы: Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин, Беларусь Республикаһы Президенты А. Г. Лукашенко, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Н. Назарбаев, Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Ш. Атамбаев, Әрмәнстан Республикаһы президенты С. А. Саргсян, Молдова Республикаһы Президенты Н. Додон менән интервью.
  • Журналист булараҡ 100-ҙән ашыу «ҡыҙыу нөктәләрҙә» (Төньяҡ Осетия, Көньяҡ Осетия, Чечня) була. Аманатҡа эләккән журналистарҙы азат итеү буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
  • Мөһим мәғлүмәт сараларын ойоштороусы: телемарафон «Беҙҙең Еңеү» Мәскәү-2008 й. Брест, "Еңеү шулай башлана" 2009 йылда, "Беҙ бергә еңдек" 2010 йылда, патриотик акция: "Минең Хәтер вахтаһы" 22.06.2011 й, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуының 70 йыллығына арналған[5], «Блокадаға. Юҡ» иҫтәлекле акцияһы[6], 08.09.2011 й., Ленинград блокадаһы башланыуының 70 йыллығына арналған

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Александр Невский ордены (16 июль 2018 йыл) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, киң мәғлүмәт саралары, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[7]
  • Почет ордены (14 август 2014 йыл) — Рәсәй Федерацияһы президентының мәғлүмәт сараларын тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы күп йыллыҡ уңышлы үтәгәне өсөн[8]
  • Дуҫлыҡ ордены (16 октябрь, 2012 йыл) — күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге һәм телетапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[9]
  • «Данакер» ордены (29 август 2018 йылда, Ҡырғыҙстан) — БДБ илдәре халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм шәхси ҡаҙаныштары өсөн[10]
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә орден миҙал (21 сентябрь 2010 йыл) — 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65- йыллығына арналған сараларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә актив ҡатнашыуы өсөн[11]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (12 декабрь 2017 йыл) — телетапшырыуҙарҙы үҫтереүҙә ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[12]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (27 ноябрь 2006 йыл) — ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн[13]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (31 октябрь 2002 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡатнашлығында халыҡ-ара сараларҙы әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыуы өсөн[14]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (31 март 2010 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн[15]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты (3 март, 2012 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн[16]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәте (31 март 2009 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн[17]
  • «Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары үҫешенә индергән хеҙмәттәре өсөн» Почет билдәһе (29 ноябрь 2018 йыл, БДБ-ның парламент-ара ассамблеяһы) — хеҙмәттәшлек идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн[18]
  • Коллектив хәүефһеҙлек тураһында договор ойошмаһының Почет грамотаһы (2010 г.)
  • РФ ФСКН «Наркоконтроль органдарына ярҙам өсөн» миҙалы (2012, 2015 йыл)
  • РФ Эске эштәр министрлығының «Хәрби хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (2013 г.)
  • Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең "Эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" миҙалы (2017 йыл)
  • «Электрон киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында «Медиа-Менеджер Рәсәй» премияһы (2010 г.)[19]
  • «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек» номинацияһында «Йыл менеджеры» конкурсы еңеүсеһе (2008 г.)
  • «Иң яҡшы мәғлүмәт программаһы» номинацияһында ТЭФИ премияһы.
  • «Йыл асышы» номинацияһында «Вести. РУ» сайты өсөн Интернеттың Милли премияһы.
  • Интернеттың Рәсәй академияһы Гран-прийы.
  • Рәсәй журналистар союзы премияһы, Мәскәүҙә Аҡ йортҡа һөжүм итеү менән бәйле 1993 йылдың 3-4 октябрендәге ваҡиғаларҙы яҡтыртыу өсөн.
  • Юғары иҡтисад мәктәбенең «Танылыу» миҙалы (2018 й.) - үҙ эшенә тоғролоҡ өсөн

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. HAT.ру: Правление НАТ
  2. Сотрудники — Батыршин Радик Ирикович : Национальный исследовательский университет «Высшая школа экономики»
  3. Директор радио «Маяк» Радик Батыршин: «Мы — радио, которое информирует, объясняет и развлекает» — Известия
  4. Председателем Межгосударственной телерадиокомпании «Мир» назначен Радик Батыршин
  5. Телерадиокомпания «Мир» запустила проект к 70-летию начала войны — Сусанна Альперина — Российская газета
  6. Радик Батыршин: 70 лет подвига жителей Блокадного Ленинграда — памятная дата для всех стран СНГ — МИР24 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2018 года № 431 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  8. Указ Президента Российской Федерации от 14 августа 2014 года № 568 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  9. Указ Президента Российской Федерации от 16 октября 2012 года № 1395 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников закрытого акционерного общества «Межгосударственная телерадиокомпания «Мир»
  10. Указ Президента Кыргызской Республики от 29 августа 2018 года УП № 176 «О награждении орденом «Данакер» Р.И.Батыршина»
  11. Указ Президента Российской Федерации от 21 сентября 2010 года № 1147 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  12. Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 декабря 2017 года № 428-рп «О поощрении»
  13. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 года № 589-рп « О поощрении Батыршина Р.И.»
  14. Распоряжение Президента Российской Федерации от 31 октября 2002 года № 521-рп « О поощрении»
  15. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 31 марта 2010 года № 470-р «О поощрении Правительством Российской Федерации»
  16. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 3 марта 2012 года № 277-р «О объявлении благодарности Правительства Российской Федерации»
  17. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 31 марта 2009 года № 428-р «О объявлении благодарности Правительства Российской Федерации»
  18. Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 29 ноября 2018 года № 54 "О награждении почётными знаками Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств «За заслуги в развитии культуры и искусства», «За заслуги в развитии печати и информации», «За заслуги в развитии физической культуры, спорта и туризма» 2019 йыл 2 август архивланған.
  19. В Москве в десятый раз вручены премии «Медиаменеджер России» — Сусанна Альперина — Российская газета

Һылтанмалар үҙгәртергә