Басиров Әсхәт Ғиниәт улы

Басиров Әсхәт Ғиниәт улы (11 ноябрь 1927 йыл — 3 октябрь 2012 йыл) — нефтсе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе (1994).

Әсхәт Ғиниәт улы Басиров
Файл:BASYROV ASHAT.jpg
Тыуған көнө

11 ноябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Ҡарғалытамаҡ ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы)

Вафат булған көнө

3 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан, Дүртөйлө районы, Семилетка ауылы

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

нефтсе

Наградалары һәм премиялары
Ленин ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1977

Биографияһы үҙгәртергә

Әсхәт Ғиниәт улы Басиров 1927 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) Ҡарғалытамаҡ ауылында тыуған.

Эш урыны: 1953 йылдан алып «Октябрьскнефть» НГДУ-һында оператор, 1957—1987 йылдарҙа — «Чекмагушнефть» НГДУ-һында өлкән оператор, ер аҫты скважиналарын ремонтлау мастеры булып эшләй.

Әсхәт Ғиниәт улы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша: Абдулла, Иғмәт, Керәшен-Бүләк, Маншыр, Йәркәй һәм Тамьян нефть майҙансыҡтарын үҙләштереүҙә һәм эшкәртеүҙә ҡатнаша.

Эшендә скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау өсөн вышкаһыҙ ысулды файҙаланыу һәм күсмә агрегаттар индереү менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977)
  • Ленин ордены (1966)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972),
  • Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе (1994)

Һылтанмалар үҙгәртергә