Балҡан Антантаһы

1934 йылдың 9 февралендә Греция, Румыния, Төркиә һәм Югославия араһында төҙөлгән хәрби-сәйәси берлек

Балҡан Антантаһы (Балҡан пакты)Балҡанда  Версалдән һуңғы көстәр нисбәтен һаҡлау маҡсатында 1934 йылдың 9 февралендә Греция, Румыния, Төркиә һәм Югославия араһында төҙөлгән хәрби-сәйәси берлек. 

Балҡан Антантаһы
Нигеҙләү датаһы 9 февраль 1934
Ваҡиға ваҡыты 1934
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1939
Ҡатнашыусылар Греция, Төркиә, Румыния короллеге һәм Югославия короллеге
Урынлашыу картаһы
 Балҡан Антантаһы Викимилектә
Балҡан Антантаһында ҡатнашҡан илдәр
Балҡан Антантаһы ойошторолоу уңайынан 1940 йылда Румынияла  сығарылған почта маркаһы

Тарихы үҙгәртергә

Балҡан Антантаһының проекты  француз дипломатияһы тарафынан эшләнә, һуңынан инглиздәрҙең хуплауын таба. Төҙөләһе берлекте Франция Европаның көньяҡ-көнсығышында үҙ йоғонтоһон көсәйтеү ҡоралы итеп ҡарай. Өҫтәүенә, Балҡан Антантаһында ҡатнашасаҡ Югославия менән Румыния  француз хөкүмәте менән тығыҙ бәйләнештә торған Кесе  Антанта составына ла инә.  

Был берлек ойошторолор алдынан ике яҡлы бер нисә килешеү төҙөлә:  Греция менән Төркиә араһында (1933 йылдың 14 сентябре), Румыния менән  Төркиә араһында  (1933 йылдың  18 октябре), Югославия менән Төркиә араһында  (1933 йылдың 27 ноябре). Балҡанда статус-квоны һаҡлау маҡсатын ҡуйып, Балҡан Антантаһы буйынса договор түбәндәгеләрҙе күҙҙә тота:

  • берлеккә инмәгән Балҡан илдәренең берәйһе берлек ағзаһы булған илгә һөжүм итһә, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү  
  • бер-береңә һөжүм итешмәү  
  • договорҙа ҡатнашҡан  илгә берәй Балҡан дәүләтенә ярҙам иткән Европа дәүләте һөжүм итһә, берлектең башҡа ағзалары ярҙамға килә.

Балҡан  Антантаһы ағзаларының үҙ-ара ярҙамлашыуы Төркиәнең Азиялағы сиктәренә ҡағылмай, был договорҙы төҙөгәндә  Төркиә  килешеүҙең  СССР-ға ҡаршы йүнәлтелмәгәнлеген һәм төрөк хөкүмәтенең Советтар Союзына ҡарата алған договорлы йөкләмәләренә ҡаршы килмәүен баҫым яһай. 

Договор Балҡан Антантаһына Болгария менән Албанияның инеүен дә мөмкин тип һанай, ләкин ул мәлгә  Германия менән Италияның йоғонто яһау даирәһенә ҡараған был илдәр берлеккә инеүҙән баш тарта.  30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында ағза илдәрҙең хөкүмәттәре   СССР менән хеҙмәттәшлек итеүҙән һәм коллектив хәүефһеҙлек ойоштороуҙан баш тарта.  

Хәрби-сәйәси берлек булараҡ Балҡан Антантаһы, 1939 йылда  Икенсе донъя һуғышы башланғас, йәшәүҙән туҡтай. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Бошкович Б. «Балканы и международный империализм», Москва 1936

«Documents on international affairs, 1934», ed. by J.W.Wheeler-Bennet and S.Heald, London 1935.