балыҡсы турғай
Балыҡсы турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Ҡабырғалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Аңҡаулылар
Отряд: Күк ҡарғалар
Ғаилә: Балыҡсы турғайҙар
Ырыу: Балыҡсы турғайҙар
Төр: Балыҡсы турғай
Латинса исеме
Alcedo atthis (Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
ITIS 554549
NCBI 36245

Балыҡсы турғай тәтәй ҡош, ожмах ҡошо (рус. Зимородок, лат. Alcedo atthis) — балыҡсы турғайҙар ғаиләһенән, йорт турғайынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 142112
Alcedo atthis


Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ҡыҫҡа ғына ҡойроҡло, оҙон суҡышлы бик матур төҫтәге ҡош. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡта, тамырҙа йәки таш өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ғына балыҡ һағалап ултыра. Ҡанаттарын йыш-йыш һелтәп, һыу өҫтөнән түбән генә оса. Башы һәм ҡанаттары ялтырауыҡлы ҡуйы йәшел. Арҡаһы, ҡойроғо ялтырауыҡлы ҡуйы зәңгәр. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡыҙғылт ерән. Тамағынаң һәм күҙ тәңгәленән аҡ һыҙыҡ үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яңғырауыҡлы: «сип-сип-оап».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Бейек ярлы бәләкәй йылға буйҙарында йәшәй. Башлыса ваҡ балыҡ менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Ҡыш көнө йылыуҙар эҙләп, күсеп йөрөй. Урыны менән киң генә таралған. Текә ярҙарға өң эшләп оялай. 6— 7 бөртөк аҡ төҫтәге йомортҡаһы була.

Һылтанмалар үҙгәртергә