Балыҡлыкүл (рус. Балыклыкуль) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[1]. Почта индексы — 453473, ОКАТО коды — 80205802001.

Ауыл
Балыҡлыкүл
Балыҡлыкүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Балыҡлыкүл

Координаталар

54° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 802 001

ОКТМО коды

80 605 402 101

Балыҡлыкүл (Рәсәй)
Балыҡлыкүл
Балыҡлыкүл
Балыҡлыкүл (Башҡортостан Республикаһы)
Балыҡлыкүл

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 39 км.

Тарихы үҙгәртергә

Балыҡлыкүл ауылы 1756 йылда, мишәрҙәр меркет-меңлеләр менән ер һатып алыу килешеүен төҙөгәс, барлыҡҡа килә. Типтәрҙәр, үҙ сиратында, 1758 һәм 1762 йылдарҙа аҫаба башҡорттар менән килешеү төҙөй. XIX быуат уртаһында 57 йортта 391 мишәр һәм типтәр иҫәпләнә. Бынан тыш, хеҙмәтле татарҙар ҙа теркәлгән[2].

1865 йылда Балыҡлыкүл исемле 2 ауыл теркәлгән: беренсеһендә 100 йортта 625 кеше йәшәгән (2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған); икенсеһендә 45 йортта — 386 кеше (мәсет, училище булған). Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда 3 ауыл теркәлгән: 1‑се Былыҡлыкүлдә 486 кеше йәшәгән (мәсет, мөгәзәй булған); 2‑се Балыҡлыкүлдә — 628 кеше (мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған); 3‑сө Балыҡлыкүлдә — 765 кеше (мәсет, бакалея кибете булған). 20 быуаттың 30‑сы йылдарынан башлап ауылдар бергә иҫәпкә алына[3].

Хәҙерге осор үҙгәртергә

Балыҡлыкүл ауылы — административ үҙәк. Ауылда башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2211
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1163
1959 йыл 15 ғинуар 623
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 472
2002 йыл 9 октябрь 458
2010 йыл 14 октябрь 417 197 220 47,2 52,8

1906 йылда 1879 кеше иҫәпләнгән.

Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (93 %) йәшәй[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йырын урамы (рус. Овражная улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Хеҙмәт урам (рус. Трудовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Видеояҙмаларҙа үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео Зубаировы (Аургазинский район,д. Балыклыкуль)
  • YouTube сайтында Видео Установка минарета в мечеть д.Балыклыкуль Аургазинского р/на

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә