Баланчивадзе Андрей Мелитонович

Баланчивадзе Андрей Мелитонович (груз. ანდრია მელიტონის ძე ბალანჩივაძე; 19 май (1 июнь) 1906 йыл — 1992 йыл) — СССР һәм Грузия композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). СССР-ҙың халыҡ артисы (1968). Ике тапҡыр Сталин премияһы (1946, 1947) һәм Грузин ССР-ының Ш. Руставели исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969).

Баланчивадзе Андрей Мелитонович
груз. ანდრია ბალანჩივაძე
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ანდრია ბალანჩივაძე
Тыуған көнө 19 май (1 июнь) 1906
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 28 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][5] (85 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Атаһы Баланчивадзе Мелитон Антонович
Бер туғандары Джордж Баланчин
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы, сәйәсмән, пианист, кинокомпозитор
Эшмәкәрлек төрө музыка[6] һәм Фильм[6]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы
Кемдә уҡыған Мария Юдина[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм молоточковое фортепиано[d]
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Андрей Мелитонович Баланчивадзе 1906 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1905 йыл[7]) 19 майында (1 июнь) Санкт-Петербургта композитор Мелитон Баланчивадзе ғаиләһендә тыуа[8].

Музыка менән Санкт-Петербургта шөғөлләнә башлай. 1918 йылда уҡыуын Кутаисиҙа, атаһы нигеҙ һалған музыка училищеһында дауам итә.

19211926 йылдарҙа Тифлис консерваторияһында композиция класы буйынса М. М. Ипполитов-Ивановта (шулай уҡ Н. Н. Черепнинда һәм С. В. Бархударянда) һәм фортепиано буйынса И. С. Айсбергта уҡый. Шул уҡ йылдарҙа Грузияның Пролеткульт театрында, Сатира театрында, Тифлис эшселәр театрында, Эшсе йәштәр театрында һ. б. музыкаль биҙәүсе булып эшләй.

1931 йылда Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһын А. М. Житомирҙың композиция (шула уҡ В В. Щербачевта) һәм М. В. Юдинала фортепиано класы буйынса тамамлай.

19311933 йылдарҙа — Котэ Марджанишвили саҡырыуы буйынса Грузия драма театрында композитов һәм музыкаль етәксе.

19411948 йылдарҙа — Грузин ССР-ы дәүләт симфоник оркестрының художество етәксеһе.

1935 йылда Тбилиси консерваторияһында уҡыта (1942 йылдан — профессор, 1962 йылдан — композиция кафедраһы мөдире). Уның уҡыусылары араһында: М. Ш. Давиташвили, А. А. Квернадзе, Р. И. Лагидзе, Ш. Е. Милорава, А. И. Чимакадзе, А. В. Шаверзашвили , О. Л. Тевдорадзе, Н. Л. Мамисашвили бар[9].

1932 йылда Грузин ССР-ы Композиторҙар союзы нигеҙләнгәндән алып уның ағзаһы. 1953 йылда — рәйесе, 19561961 һәм 19681973 йылдарҙа — идараның беренсе секретарыа, 19731979 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Композиторҙар союзының почетлы рәйесе. 1957 йылдан — Грузин ССР-ы Музыкаль-хореография йәмғиәтенең почетлы рәйесе. 19571991 йылдарҙа — СССР Композиторҙар союзы идара ағзаһы ағзаһы.

1-5 саҡырылыш Грузин ССР-ы Юғары Советы депутаты[9]. 8-се саҡырылышСССР Юғары Советы депутаты (1970—1974).

1992 йылдың 28 апрелендә Тбилисиҙа вафат була. Дидубий пантеонында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Атаһы — Баланчивадзе Мелитон Антонович (1863—1937), композитор. Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1933).
  • Ағаһы — Джордж Баланчин (Георгий Баланчивадзе) (1904—1983), балетмейстер, хореограф. СССР-ҙан эмиграциялана һәм АҠШ-та Джордж Баланчин исеме аҫтында донъяға билдәле балетмейстер булып китә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Төп әҫәрҙәре үҙгәртергә

Опералары үҙгәртергә

  • «Арсен» (тамамланмаған) (1935)
  • «Мзиа» (1949)
  • «Золотая свадьба» (1970)

Балеттары үҙгәртергә

  • «[Сердце гор» («Мзечабуки») (1936)
  • «Страницы жизни» («Рубиновые звёзды» балеты музыкаһы) (1961)
  • «Мцыри» (М. Ю. Лермонтов буйынса) (1964)

Опера-балет үҙгәртергә

  • «Ганга» (1986)

Симфоник оркестр өсөн үҙгәртергә

  • 5 симфония (1944, 1959, 1978, 1980 («Лесная»), 1989 («Юность»))
  • симфоник картиналары, шул иҫәптән «Озеро Рица» (1940), «Карцанисский бой» (1943), «Море» (1952), «Днепр» (Н. В. Гоголь буйынса, 1955)
  • «Приветственная увертюра» (1957)

Оркестр менән скрипка өсөн үҙгәртергә

  • «Поэма» (1976)

Оркестр менән фортепиано өсөн үҙгәртергә

  • 4 концерт (1936, 1947 1952, 1968)

Оркестр менән фагот өсөн үҙгәртергә

  • концертино (1954)

Ҡыллы оркестр һәм фортепиано өсөн үҙгәртергә

  • концерт (1977)

Фортепиано өсөн үҙгәртергә

  • «Ноктюрн» (1948), «Самана» (1949), «Баллада» (1951), «Танец» (1951), «Элегия» (1951), «Прелюдия» (1951), «Рапсодия» (1964), «Фантазия» (1967), «Романтические пьесы» (1972)
  • Бишенсе концерт (1979)
  • Трио (1979)
  • Квинтет (1980)
  • Квартет (1983)

Музыкаль оҙатыуһыҙ хор өсөн үҙгәртергә

  • «Миндаль» (Н. Чачава һүҙҙәре), «Два тополя» (М. И. Мачавариани һүҙҙәре)

Фортепиано менән тауыш өсөн үҙгәртергә

  • романстар: «Нине Чавчавадзе» (Г. Н. Леонидзе һүҙҙәре), «В нашем саду» (И. Мосашвили] һүҙҙәре)
  • йырҙар: «Клянусь моей землей» (Ш. Абхаидзе һүҙҙәре), «Песня о Самгори» (К. Р. Каладзе һүҙҙәре), «За урожай» (А. А. Жаров һүҙҙәре), «Торжественная песня» (Н. Д. Лабковский һүҙҙәре)

Камера-инструменталь әҫәрҙәр үҙгәртергә

  • «Обелиски» вокаль-симфоник поэма (1985)

Ҡулланма музыка үҙгәртергә

  • театр спектаклдәренә (40-тан ашыу), шул иҫәптән:
  • кинофильмдарға көйҙәр (20 самаһы).

Фильмографияһы үҙгәртергә

  • 1935 — Скала Аршаула
  • 1936 — Прометей (П. Толстяковы менән берлектә)
  • 1937 — Потерянный рай
  • 1939 — Родина]
  • 1941 — В чёрных горах (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1941 — Огни Колхиды
  • 1942 — Неуловимый Ян
  • 19421943 — Георгий Саакадзе (Ғәзәйер Һажибәков менән берлектә)
  • 1943 — Он ещё вернётся
  • 1944 — Малахов курган
  • 1944 — Щит Джургая (Г. Киладзе менән берлектә)
  • 1946 — Давид Гурамишвили
  • 1946 — Клятва (музыкаль биҙәлеш)
  • 1952 — Покорители вершин (Р. Габичвадзе менән берлектә)
  • 1954 — Они спустились с гор
  • 1958 — Мамлюк

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #59280132 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #103830391 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Баланчивадзе Андрей Мелитонович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Andria Balanchivadze // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Andria, Andreï, ანდრია მელიტონის, Андре́й Мелито́нович Balanchivadze // Musicalics (фр.)
  6. 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. Баланчивадзе, Андрей Мелитонович // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
  8. 8,0 8,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 2. Ангола — Барзас. 1970. 632 стр., илл.: 47 л. илл. и карт.
  9. 9,0 9,1 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973
  10. Герой Соц. Труда Баланчивадзе Андрей Мелитонович :: Герои страны

Һылтанмалар үҙгәртергә