Бактериоло́гия —  бактериялар тураһында фән. Микробиология фәненең бер бүлеге.

Бактериология
Рәсем
Вики-проект Проект:Микробиология и иммунология[d]
 Бактериология Викимилектә

Бактериоло́гия  үҙ сиратында айырым дисциплиналарға (подразделы)  бүленә:

  • Дөйөм бактериология бактерияларҙың морфологияһын, физиологияһын һәм биохимияһын өйрәнә. Уларҙың  үҙгәреүсәнлек һәм   нәҫелсәнлек үҙсәнлектәрен, эволюцияһын, тәбиғәттә таралыуын тикшерә.
  • Медицина һәм ветеринария бактериологияһы ауырыу тыуҙырыусы  бактерияларҙы, уларҙың  биологияһын өйрәнә. 

Уларҙы айырыу алыу  һәм аныҡлау ысулдарын  өйрәнә. Патоген бактерияларға ҡарата  иммунитет булдырыу юлдарын асыҡлай.

Кешене һәм хайуандарҙы зарарлаусы инфекцион ауырыуҙарҙы  иҫкәртеү,  булдырмау юлдарын аныҡлай. Дауалау  сараларын билдәләй.

  • Аграр (ауыл хужалығы) бактериология  бактерияларҙың тупраҡ  формалаштырыуҙағы ролен  өйрәнә. 

Тупраҡ уңдырышлығын арттырыуҙағы,  үҫемлектәрҙе туҡландырыуҙағы әһәмиәтен асыҡлай. 

Ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү юлдарын өйрәнә (силослау, тоҙлау, әсетеү һәм башҡалар).

  • Техник (сәнәғәт) бактериология    бактериялар ярҙамында   спирт, органик кислоталар, ферменттар, аминокислоталар, антибиотик, үҫеү стимуляторҙары һәм башҡа матдәләр алыу юлдарын өйрәнә.

Һылтанмалар үҙгәртергә