Байғужа ауыл Советы (Ишембай районы)

Башҡортостандың Ишембай районы ауыл биләмәһе

Байғужа ауыл советы — Башкортостан Республикаһының Ишембай районы муниципаль берәмеге.

Байғужа ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Кинйәбулат[1]
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Халыҡ һаны 1790 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Рәсми сайт bajguzino.ru
Урынлашыу картаһы
Карта

Тарихы үҙгәртергә

 
Байгузинский сельсовет на карте Ишимбайского района

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законға ярашлы ауыл биләмәһе[3] статусына эйә.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
1630192318541842183218571814

Ауыл Советының составы үҙгәртергә

Населённый пунктТип населённого пунктаНаселение
1 Кинзебулатово село, административный центр 1058[5]
2 Байгузино деревня 504[5]
3 Малобаиково деревня 148[5]
4 Кашалакбаш хутор 58[5]
5 Большебаиково деревня 52[5]
6 Кызыл-Юлдуз деревня 22[5]
7 Аникеевский деревня 12[5]

Хакимиәте үҙгәртергә

Ауыл хакимиәтенең үҙәге түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: 453223, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Кинйәбулат ауылы, Торба урамы, 1[10].

Иҡтисады үҙгәртергә

Ауыл советы биләмәһендә Кинйәбулат нефть ятҡылығы (1943 йылдың июлендә асылған), Байғужа глауконит ҡомо ятҡылығы (1943 йылда асылған), Байғужа һоро күмер ятҡылығы (1943 йылда асылған), Байғужа кварц ҡомо ятҡылыҡы (1943 йылда асылған) урынлашҡан.

Ауыл хужалығы үҙгәртергә

2011 йылдың 1 ғинуарына ауыл биләмәһе сиктәрендә 368,412 га майҙанды биләгән 10 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Был ерҙәрҙең 364,332 гектары ауыл хужалығы төғөйенләнешендәге ерҙәр, уларҙың 138 гектары һөрөнтө ерҙәр.

  • «Нектар» КФХ-ғы 5 га һөрөнтө ер майҙанын биләй, ер уға ғүмерлеккә, мираҫ итеп тапшырыу хоҡуғы менән бирелгән. Ергә хоҡуҡ Башҡортостан Республикаһының — 28 — 000487-се дәүләт актына ярашлы рәсмиләштерелгән,
  • «Юлай» КФХ-һы, Вәлишин С. М., 5 га һөрөнтө ер ғүмерлеккә, мираҫ итеп тапшырыу хоҡуғы менән бирелгән,
  • «Тәйрүк» КФХ-һы, Үмәрғәлин И. С., 20 гектарҙы Ҡуртым килешеүе нигеҙендә файҙалана, ҡуртым ваҡыты үтмәгән.
  • «Баҡса» КФХ-һы, Әбдиев А. Б. 100 га майҙан, уның 80 гектары һөрөнтө ер, 20 гектары көтөүлек, Ҡуртым килешеүе бар.
  • «Зәннәтов» КФХ-һы, 0,397 га майҙан,
  • «Ғәллиев М. М.» КФХ-һы, 21,43 га майҙан,
  • «Килмөхәмәтов» КФХ-һы, 16 га бесәнлек ере.
  • Крәҫтиән-фермер хужалығы, 7,5533 га майҙан, шул иҫәптән 3,1533 га көтөүлек ере, 4,4 гектары һыу аҫтында (быуа), ҡуртым хоҡуғы рәсмиләштерелгән.
  • Кузнецов В. Л. КФХ-һы, 2 га көтөүлек ере, ҡуртым хоҡуғында.
  • «Дәүләткилдова» КФХ-һы, 30,9320 га майҙан, шул иҫәптән 28 га һөрөнтө ер, 2,9320 га бесәнлек, ҡуртым хоҡуғында.
  • «Нива» ЯСЙ-һы, 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Иген культуралары баҫыуҙарын эшкәртеү өсөн иң яңы технологик ҡорамалдар ҡулланып һәм хәҙерге заман технологиялары файҙаланып, предприятие йылдың-йылында райондың ауыл хужалығы предприятиелары араһында алдынғы урынды алып тора, гектарынан 24-28 ц уңыш ала. Иген, ит етештереү менән бер рәттән ағас әҙерләү һәм таҡта ярыу кеүек йүнәлештә лә эшләй. Предприятие социаль заказдар ҙа үтәй: ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙарта, яҙлы-көҙлө халыҡҡа баҡса ерҙәрен һөрөү хеҙмәтен күрһәтә, һалам, фураж игенен, ҡатнаш аҙыҡ етештерә һәм халыҡҡа һата.

Күренекле шәхестәре үҙгәртергә

  • Мифтахов Риф Фәйзрахман улы (1939 йылда тыуған) — шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Кинйәбулат ауылында тыуған;
  • Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы, (Сафиуллина Суфия) (1949 йылдың 13 февралендә) — Башҡорт академия драма театры артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Байғужа ауылында тыуған;
  • Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (1942 йылда тыуған) — философия фәндәре докторы (1989), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Башҡорт дәүләт университеты проректоры (1989—2005);- БДУ профессоры, проректоры, Байғужа ауылында тыуған;
  • Ҡыҙырғолов Илгиз Раян улы — БАГСУ ректоры, Байғужа ауылында тыуған;
  • Шаһиев Альберт Хызыр улы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Кинйәбулат ауылында тыуған;
  • Шаһиевтар
  • Дәүләтйәрова Гөлфира Әбдрәхим ҡыҙы (Йәнбирҙина Гөлнур) — Стәрлетамаҡ ҡалаһы «Ашҡаҙар» гәзите мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Бәләкәй Байыҡ ауылында тыуған;
  • Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәли улы (24.01.1948), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Байғужа ауылында тыуған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  10. Официальный сайт администрации Байгузинского сельсовета 2013 йыл 23 май архивланған.