Байғоштар - башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында ирекһеҙ кешеләр төркөмө. Үҙ хужалығы (ере, малы, эш ҡоралы һ.б.) булмаған аҫаба башҡорттар байғошҡа әйләнгән. Арзан ғына хаҡҡа байҙарға эшкә (ваҡытлыса йәки даими) ялланған. XIX быуатта батрактар составына ингән. XX быуаттың 30-сы йылдары башында коллективлаштырыу барышында юҡҡа сыға. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғаиләһе һәм торлағы булмаған, осраҡлы эштәрҙә эшләп көн күргән урта йәштәрҙәге ирҙәрҙе байғош тип йөрөткәндәр.