Байымбәт[2] (Байөмбәт[3], икенсе атамаһы Ҡунаҡбай; рус. Баимбетово) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 175 кеше булған[4]. Почта индексы — 453060.

Ауыл
Байөмбәт
рус. Баимбетово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Бурлы ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°10′10″ с. ш. 56°26′55″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат уртаһы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1896

Элекке исеме

Байөмбәт, Ҡунаҡбай

Халҡы

175[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453060

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 813 002

ОКТМО коды

80 621 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Байөмбәт (Рәсәй)
Байөмбәт
Байөмбәт
Байымбәт (Башҡортостан Республикаһы)
Байөмбәт


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 175 92 83 52,6 47,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Тарихы үҙгәртергә

Байөмбәт (Ҡунаҡбай) Бурлы ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән төньяҡта 36 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 55 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Байөмбәт Илсеғолов исеме менән аталған. V ревизия мәғлүмәте буйынса 25 ихатанан тора, унда 152 кеше йәшәгән. 1896 йылда ауыл Байөмбәт һәм Ҡунаҡбай тигән икеләтә исем аҫтында күрһәтелә. Ауылдың икенсе исеме тәүгеһенә ҡарағанда күпкә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Ул йылда 246 кеше һәм 48 йорт хужалығы иҫәпләнә. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 324 кеше һәм 65 йорт хужалығы билдәләнгән. 1795 йылда 25 йортта 152 кеше йәшәгән, 1865 йылда 30 йортта — 220 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡҡ, умартасылыҡ, игенселек, сана эшләү менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған[5]. Халҡы: 1906 йылда — 236 кеше; 1920 йылда — 324 кеше; 1939 йылда — 255 кеше; 1959 йылда — 327 кеше; 1989 йылда — 210 кеше; 2002 йылда — 188 кеше; 2010 йылда — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Этимологияһы үҙгәртергә

Ауыл исеме рәсми рәүештә ике вариантта теркәлгән. «Башҡортостан Республикаһында берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында законына ярашлы, ауыл Байымбәт[2] тип йөрөтөлә. "Башҡорт энциклопедияһы"нда теркәлгәнсә, ауылдың исеме улус старшинаһы булған Байөмбәт Илсеғолов хөрмәтенә аталған[3].

Урамдары үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))

Туҡай урамы (рус. Тукаева (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә