Байкова Римма Ивановна

театр актёры

Байкова Римма Ивановна (10 ғинуар 1925 йыл) — СССР-ҙың театр актёры. 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1953—1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1966) атҡаҙанған артисы. (1946). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Байкова Римма Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (99 йәш)
Тыуған урыны Ульяновск
Һөнәр төрө театр актёры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Римма Ивановна Байко́ва 1925 йылдың 10 ғинуарында Ульяновскиҙа тыуа.

Пенза драмтеатры драма студияһын тамамлағандан һуң (1951) бындағы А. В. Луначарский исемендәге драмтеатрҙа актриса булып эшләй (1951—1953). 1953 йылдан хәҙерге Рус дәүләт академия драма театрында (Өфө) эшләй.

Театрҙағы ролдәре үҙгәртергә

  • «Таня», А. Н. Арбузов— Таня
  • «Последние», Максим Горький — Надежда Коломийцева
  • «На дне». М. Горький — Настя
  • «Без вины виноватые», А. Н. Островский — Елена Ивановна Кручинина
  • «Трактирщица», К. Гольдони — Мирандолина
  • «Похищение девушки», Мостай Кәрим — Туҡтабикә
  • «Соседи» Әсғәт Мирзаһитов — Хөрмә
  • «Вороний праздник», Һөйөндөк Сәйетов — Байрамбикә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (35.11.1974)
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) — П. Г. Маляревскийҙың «Канун грозы» спектаклендә Иркутскиҙың Н. П. Охлопков исемендәге академия драма театры сәхнәһендә ролдәр башҡарған өсөн

Һылтанмалар үҙгәртергә