Базилев Иван Васильевич

Базилев Иван  Васильевич (30 май 1800 йыл, Пенза3 декабрь  1873 йыл, Өфө) — педагог, Ырымбур губернаһы училищелары директоры, Өфө ҡала думаһы депутаты. Статский советник.

Базилев Иван Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 май 1800({{padleft:1800|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1]
Тыуған урыны Пенза, Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1][2]
Вафат булған көнө 3 декабрь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй империяһы[1]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты[1][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 2-й степени с императорской короной орден Святой Анны 3-й степени орден Святого Станислава 4-й степени

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Васильевич Базилев Ҡазан университетына  уҡырға инә. 1819 йыл да университет курсын филология фәндәре кандидаты булып тамамлай. Ҡазан губернаһы уҡыу йорттарында уҡыта.  1820 йылдан алып Сембер гимназияһында тарих, география һәм статистика  буйынса өлкән уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусы  Корниолин-Пинск менән бергә ҡалала асыҡ лекциялар уҡыуҙы ойоштора, был уны урындағы йәмғиәттә  популяр яһай.

1831 йылдың 25 октябрендә Базилев Иван Ырымбур губернаһы училищеларының директоры  итеп тәғәйенләнә, унда  хәҙерге Башҡортостан территорияның ҙур өлөшө лә инә. Училищелар директоры университет советын күрһәтеү буйынса Рәсәй халыҡ мәғарифы министры булараҡ раҫлана һәм губернаның бөтә урта һәм түбән уҡыу йорттары өҫтөнән күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра. 

19 быуаттың 40-сы йылдарында Базилев Иван  Ырымбур гимназияһы эргәһендә аҫыл затлылар пансионын асыуҙа ҡатнаша. Уның башланғысы менән бер нисә өйәҙ ҡалаларында, шул иҫәптән  Бөрөлә лә,  һөнәрселек училищелары ойошторола.  Староверҙарҙың ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Иван Базилев бындай училищены Уральск ҡалаһында ла ойоштороуға ирешә.

Ул Өфөнөң иң иҫке уҡыу йортона, Өфө ирҙәр гимназияһына, хәҙер Аксаков гимназияһы, (элекке 11-се һанлы урта мәктәп) нигеҙ һалыусы тип һанала. Дәүләт хеҙмәтенән тыш 1835 йылдан алып 1857 йылға тиклем бер үк ваҡытта был гимназияның директоры була.  Уҡыу йорттарының 1804 йылдың 5 ноябрендәге Уставы нигеҙендә Иван Васильевич 1837 йылда  гимназияны дүрт синыфлыҡтан ете синыфлыҡҡа үҙгәртә алған.  1850 йылда гимназияның яңы бинаһы төҙөлөшө буйынса комитетты етәкләй.

Базилев башланғысы буйынса Өфөгә Ҡазан университеты профессоры Савельев саҡырыла, ул гимназия янында  шул ваҡытта уҡ заманса приборҙар менән йыһазландырылған метеорологик  обсерватория аса. Бында Берлинда эшләнгән Реомюр термометры, махсус Ҡазанда эшләнгән максималь һәм минималь температуралар термометрҙары, инглиз барометр-анероиды була.  Бындай барометрҙар ул саҡта Рәсәйҙә барлығы өсәү була.  Санкт-Петербург академияһында, Ҡазан университетында һәм Өфө гимназияһында. Гимназияның төп корпусы алдында ағас циферблат менән ҡояш сәғәте урынлаштырыла. Аксаков гимназияһы стеналарында төрлө йылдарҙа бик күп билдәле кешеләр: ғалимдар, яҙыусылар, рәссамдар, сәйәхәтселәр  һәм тикшеренеүселәр сығыуы осраҡлы түгел.

Базилев Иван Өфөлә үҙенән һуң иҫтәлекле урын ҡалдыра, ул  әле лә бар. 1811 йылда Өфө дворяны Непейцев Осип Тимофеевич  үҙ дачаһы  биләмәһендә бөтә донъянан булған  ағас һәм ҡыуаҡтарҙың һирәк  тоҡомдарын ултыртыу буйынса эш башлай. Һуңыраҡ был дача Иван Базилевтыҡы була, ул Непейцевтың эшен дауам итә һәм уникаль  дендропарк ойоштора, ул хәҙер  тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора һәм Руставели, Макаров һәм Өфө шоссеһы  урамдары араһында урынлашҡан.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Иван Васильевич  Өфө ҡалаһының йыйылыш ағзаһы итеп һайлана (хәл иткес тауыш хоҡуғы менән Өфө ҡала думаһы депутаты). Өфө ҡалаһының почетлы гражданы итеп һайлана. Иван Базилев, дөйөм алғанда, белемле һәм алдынғы фекерле кеше була һәм Өфөнөң мәғарифы һәм гуманитар  үҫеше буйынса күп эшләй. 

1873 йылдың 3 декабрендә Базилев Иван вафат була һәм Өфөлә ерләнә. Был ҡайғылы ваҡиға буйынса некролог 51-се һанлы «Уфимские губернские ведомости» гәзитендә баҫылып сыға. Уның вафатынан һуң Непейцев дачаһы мираҫ буйынса улы Базилев Алексей Ивановичҡа күсә, ул дендропаркты төҙөкләндереү буйынса эште дауам итә. Алексей Иванович данлыҡлы биолог, табип һәм сәйәхәтсе Эдуард Эверсмандың ҡыҙына өйләнеүе билдәле.  

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ахмерова Ф. Д. БАЗИЛЕВ Иван Васильевич // Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 276. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 2,0 2,1 2,2 Базилев, Иван Васильевич (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1900. — Т. 2. — С. 414.