«Бабич» — 2017 йылғы Рәсәй кинофильмы. Фильмда башҡорт шиғриәте классигы, Республика өсөн һынылышлы осорҙа ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың яҙмышы тураһында һөйләнелә. Кинотаҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Бабич
Жанр биографик фильм[d], тарихи фильм[d] һәм фильм-драма[d]
Ил  Рәсәй
Әҫәр яҙылған тел урыҫ теле һәм башҡортса‎
Әҫәрҙең теле урыҫ теле һәм башҡортса‎
Режиссёр Йосопов Булат Тимербай улы
Сценарист Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы
Оҙайлылыҡ 97 Минут

Режиссёры — Булат Йосопов.

Фильм өҫтөндә эш 2016 йылда башлана. Фильмды төшөрөү менән «Тере таҫма» кинокомпанияһы шөғөлләнә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы хуплауында ғәмәлгә ашырыла. Картинаның премьераһы 2017 йылдың 19 апрелендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Родина» кинотеатрында күрһәтелә. 2017 йылдың 24 апрелендә Өфө ҡалаһы кинотеатрҙары экрандарына, ә 2017 йылдың 27 апрелендә Башҡортостан Республикаһының башҡа ҡалаларындағы кинотеатрҙар экрандарына сығарыла.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе үҙгәртергә

Фильмда халыҡ шағиры, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы — Шәйехзада Мухаметзакир улы Бабичтың (1895—1919) тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләнелә. Фильмдың нигеҙенә 1914—1919 йылдарҙа Башҡортостан территорияһында, Ырымбур, Троицк һәм Силәбе ҡалаларында барған ысын тарихи ваҡиғалар һалынған.

Ролдәрҙә үҙгәртергә

Актёр Роль
Илгиз Таһиров Шәйехзада Бабич
Рәмзил Сәлмәнов Әхмәтзәки Вәлидов
Радмир Абдуллин Ғәбделхәй Иркәбаев
Салауат Юлдашбаев Төхвәт Ченәкәй
Ҡасим Ғирфанов Вадим Ҡылысов
Морат Рафиҡов Хәйернас Кәбиров
Руслан Хайсаров Вәлиулла Мортазин-Иманский
Артур Ишмөхәмәтов Ғәзиз Әлмөхәмәтов
Алина Ғәлиева Сәрүәр Әҙеһәмова
Риф Сәйфуллин Шәйехзаданың атаһы — Мөхәмәтзакир Бабич
Зөһрә Шәрәфетдинова Шәйехзаданың әсәһе — Сажидабанат Бабич
Фәнис Рәхмәтов Мәжит Ғафури
Шаһит Хамматов Сәхи Рәхмәти
Салауат Нурисламов Закир Ҡадири
Илмар Әлмөхәмәтов Зыя Камали
Айһылыу Фәйезова Йәмилә Нафиҡова
Фәрхәд Ғәйнетдинов Зариф Бәшири
Фәнил Ҡарасурин Сабирйән Мостафин
Зөлфир Басиров Ғәлимйән Ибраһимов
Вадим Хәйруллин Сәйфи Ҡудаш
Суфия Ҡорбанғәлиева Мәғзүмә
Альбина Кашапова Сәрүәр Әҙеһәмованың әсәһе
Динар Тимершәйехов Ғабдулла Кариев
Роберт Йылҡыбаев Әмир Ҡарамышев
Фирғәт Ғарипов Муллаян Халиҡов
Артур Ҡунаҡбаев Шәриф Манатов
Азат Ярмуллин Илдархан Мутин
Марат Зөлҡәрнәев Сәғит Мерәҫов
Фәнил Толонғужин Юныс Бикбов
Илгиз Миңләхмәтов Мстислав (Мөхәмәтхан) Ҡулаев
Александр Леушкин Борис Нимвицкий
Илъяс Ҡарабулатов Мирсәйет Солтан-Ғәлиев
Антон Болдырев Самуил Цвиллинг
Артур Ғайсаров ҡурайсы

Ижади төркөм үҙгәртергә

  • Сценарий авторы: Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова
  • Режиссёр: Булат Йосопов
  • Оператор-ҡуйыусы: Дамир Ғәйетҡолов
  • Рәссам-ҡуйыусы: Рөстәм Баймөхәмәтов
  • Композитор: Ришат Сәғитов
  • Продюсер: Леонид Филинов
  • Тауыш режиссёры: Гөлнара Сәйетова

Һылтанмалар үҙгәртергә