БРИКС (ингл. BRICS) — донъяның биш иҡтисади яҡтан тиҙ уҫешеүсе илдән (Бразилия, Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) торған группа. 2011 йылға тиклем был берләшмәгә ҡарата БРИК аббревиатураһы ҡулланыла ине. БРИКҡа Көньяҡ Африка Республикаһы ҡушылыу сәбәпле 2011 йылдың 18 февраленән башлап группа BRICS тик атала[1].

БРИКС илдәре: Бразилия, Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы
БРИКС илдәре башлыҡтары 2014 йылдағы саммитта

Саммиттары үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә берләшмәнең туғыҙ саммиты уҙғарылды.

Датаһы Уҙғарылған урыны
16 июнь 2009   Рәсәй Федерацияһы,   Свердловск өлкәһе, Екатеринбург ҡалаһы
15—16 апрель 2010   Бразилия, Бразилиа ҡалаһы
13—14 апрель 2011   Ҡытай, Санья ҡалаһы
28—29 март 2012   Һиндостан, Нью-Дели ҡалаһы
26-27 март 2013   КАР, Дурбан ҡалаһы
15—16 июль 2014   Бразилия, Форталеза ҡалаһы
8—9 июль 2015   Рәсәй Федерацияһы,   Башҡортостан, Өфө ҡалаһы
15-16 октябрь 2016   Һиндостан, Гоа штаты
4-5 сентябрь 2017   Ҡытай, Сямынь ҡалаһы
25-27 июль 2018   КАР, Йоханнесбург ҡалаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә