А. А. Кондратьев һәйкәле

1958

Һәйкәл
А. А. Кондратьев һәйкәле
Файл:Памятник Саше Кондратьеву.jpg
Ил Рәсәй
Урыны Свердлов яр буйы и Арсенал урамдары киҫелешендә Санкт-Петербург
Координаталар 59.9562/30.3753
Скульптор Ю. Я. Мачерет
Архитектор Г. Д. Гликман
Төҙөлөшө 19561958 йылдар
Материал бронза, гранит

А. А. Кондратьев һәйкәле — скульптуралы монумент Рәсәйҙең , Граждандар һуғышы геройы, комсомолец А. А. Кондратьевҡа ҡуйылған. Һәйкәл 1958 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Свердлов яр буйы һәм Арсенал урамдары киҫелешендәге скверҙа урынлашҡан. Һәйкәлдең авторҙары — скульптор Гавриил Давидович Гликман һәм архитектор Ю. Я Мачерет.

Тарих үҙгәртергә

Һәйкәл Ленинград ҡала башҡарма комитеты ҡарары нигеҙендә ҡуйылған. Ул Граждандар һуғышында ҡатнашыусы комсомолец А. А. Кондратьев хөрмәтенә ҡуйылған. Был комсолец аҡгвардееецтар ҡамауына эләгеп, әсирлектә ҡалырға теләмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше. Һәйкәлдең Выборг яғында ҡуйылыуы А. А. Кондратьевтың был районда беренсе комсомол ячейкаларын төҙөүе менән бәйле[1]. Һәйкәл өҫтөндә эшләгәндә скульптор Г. Д. Гликманға Кондратьевтың атаһы ярҙам итә, тап ул һәләк булған улының фотоһүрәттәрен скульпторға килтереп бирә[2]. Ленинград ҡалаһының «Монументскульптура» заводында А. А. Кондратьевтың бронза скульптураһы ҡойола[3]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1958 йылдың 12 апрелендә уҙғарыла.

1977 йылда был һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы тип таныла[4]. 2000 йылдан алып һаҡлау аҫтында тора[5].

Тасуирлама үҙгәртергә

Дүрт ҡабырғалы тура мөйөшлө ҡыҙыл гранит пьедесталға егеттең скульптураһы баҫтырып ҡуйылған. Ул френч һәм галифе кейгән, ҡабырғаһында маузер кобураһы. Егет бер ҡулын арҡаһында тотоп тора, уның кәүҙәһенең торошо ирекле[6]. Әйтерһең дә, ул хәрби хәрәкәттәр картаһын өйрәнгән дә хәҙер инде ҡарар ҡабул итергә әҙер тора[7]. Комсомолецтың образында бер ниндәй ҙә геройлыҡ күренмәһә лә, скульптор Г. Д. Гликман уның эске ихтыяр көсөн һәм сыҙамлылығын кәүҙәләндерә алған. Һәйкәл шул заманға ярашлы реалистик манерала башҡарылған[8].

Постаменттың алғы яғында уйып яҙылған: «Граждандар һуғышы геройы / комсомолец-комиссар / Саша Кондратьев / 1900-1918». Һулдан скульптураның плинтында ҡултамға : «ск. Г. Д. Гликман 1956-1957 йылдар». А. А. Кондратьев һәйкәленең скульптураһы бейеклеге 2,2 метр тәшкил итә, постаментының бейеклеге — 1,6 метрға тиң[1].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Кондратьеву А. А., памятник 2017 йыл 1 сентябрь архивланған.
  2. Е. В. Шудрова Памятник Александру Кондратьеву 2020 йыл 16 февраль архивланған. // Государственный музей городской скульптуры
  3. Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 151
  4. Решение исполкома Ленгорсовета № 757 от 24.10.1977
  5. Распоряжение губернатора Санкт-Петербурга № 227-р от 06.03.2000
  6. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  7. Калинин Б. Н., Юревич П. П. Памятники Ленинграда и его окрестностей : справочник. — 2-е изд.. — Л.: Лениздат, 1965. — С. 76. — 431 с.
  8. Исаченко В. Г. Памятники Санкт-Петербурга. Справочник. 2004. — С. 190.