Аҡ диңгеҙ (карел. Vienanmeri, нен.Сэрако ямʼ, XVII быуатҡа тиклем — Ыҙғыр, Соловецк, Төньяҡ, Аҡ ҡултыҡ[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы эске диңгеҙ. Төньяҡ Боҙло океанға ҡарай.

Аҡ диңгеҙ
карел. Vienanmeri, нен. Сэрако ямʼ
УрынлашыуыРәсәй 
Майҙаны90,8 мең км²
Күләме4,4 мең км³
Яр буйы оҙонлоғо2000 км
Иң ҙур тәрәнлек343 м
Уртаса тәрәнлек67 м
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ
Точка
Аҡ диңгеҙ
 Аҡ диңгеҙ Викимилектә

Скандинав мифологияһында был диңгеҙ «Гандвик» һәм шулай уҡ «Йыландар ҡултығы» («Bäy of Serpents») атамалары менән билдәле[2].

География үҙгәртергә

 
Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең сиге

Майҙаны — 90 мең км², күләме — 4,4 мең км³. Диңгеҙҙең максималь оҙонлоғо (Канин Нос морононан Кемь ҡалаһына тиклем) 600 км тәшкил итә.

Максималь тәрәнлеге 343 м, уртаса тәрәнлеге — 67 м.

Изге Нос (рус. Святой Нос) морононан Канин Нос моронона тиклем шартлы рәүештә үткәрелгән һыҙыҡ Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең сиге тип иҫәпләнә[3].

Аҡ диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар — Кемь, Мезень, Онега, Поной, Төньяҡ Двина.

Төп порттары: Архангельск, Беломорск, Кандалакша, Кемь, Мезень, Онега, Северодвинск.

Аҡ диңгеҙ — Балтика каналы Аҡ диңгеҙҙе Балтик диңгеҙе һәм Волга — Балтика һыу юлы менән тоташтыра.

Аҡ диңгеҙ тулыһынса Рәсәй Федерацияһының эске һыуҙары тип иҫәпләнә.

Климат үҙгәртергә

Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламында һыу температураһы уның төрлө өлөштәрендә миҙгел буйынса үҙгәрә. Йәйен ҡултыҡтар һәм диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙары +15 — 16 °C-ҡа тиклем йылына, шул уҡ ваҡытта Онега ҡултығында һәм Горлала +9 °C-тан юғары күтәрелмәй. Ҡышын диңгеҙҙең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙарының температураһы —1,3…—1,7 °C-ҡа тиклем, ә ҡултыҡтарҙа —0,5…—0,7 °C-ҡа тиклем төшә.

Горизонттар буйынса һыуҙың уртаса температураһы, °C
(төньяҡ киңлектең 66,5°, көнсығыш оҙонлоҡтоң 34,5° координаталы нөктә өсөн; 1895—2003 йылдарҙағы мәғлүмәт):[4]
Горизонт м Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
0 -0,3 -0,3 -0,3 -0,2 3,1 9,0 13,4 13,8 8,9 4,7 2,5 0,2
10 -0,8 -1,2 -1,2 -0,7 1,9 6,0 11,1 12,6 8,2 5,0 2,9 1,2
20 -0,4 -0,8 -0,9 -0,7 0,9 3,4 4,8 7,8 5,3 4,7 3,0 1,6
30 -0,2 -0,6 -0,7 -0,6 0,5 1,8 2,1 3,4 3,8 3,9 3,0 1,7
50 0,2 -0,1 -0,6 -0,6 1,7 0,5 0,5 1,6 2,0 2,7 2,7 1,9
Һыу температураһы (1977 - 2006 йылдарҙағы мәғлүмәттәр)
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 0,0 0,0 0,0 5,4 17,6 25,5 26,5 26,7 18,2 12,4 4,2 1,3 26,5
Уртаса температура, °C 0,0 0,0 0,0 0,1 6,4 15,4 19,2 16,6 10,6 4,0 0,4 0,0 4,8
Абсолют минимум, °C 0,0 0,0 0,0 0,0 0,0 6,9 12,1 8,9 3,5 0,0 0,0 0,0 0,0
Сығанаҡ: ЕСИМО

Диңгеҙ һыуының тоҙлолоғо 26 промилле һәм унан кәмерәк тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Белое море // Кольская энциклопедия. В 5-и т. Т. 1. А — Д / Гл. ред. А. А. Киселёв. — Санкт-Петербург : ИС ; Апатиты : КНЦ РАН, 2008. — С. 306.
  2. «Northern Scandinavia during the Middle Ages», part of «In honorem Evert Baudou» (1985), Sven Lundkvist
  3. Публикация S-23 Международной гидрографической организации «Limits of Oceans and Seas» 2009 йыл 7 октябрь архивланған. (3е издание, 1953).
  4. ЕСИМО. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 21 август архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә