Аҡтүбә ҡалаһының Үҙәк мәсете

2014

Мәсет
Центральная мечеть города Актобе
ҡаҙ. Ақтөбе қалалық орталық мешіті

Внешний вид (после расширения)
Ил Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Область Актюбинская область
Город Актобе
Адресы ул. Ш. Берсиева, 22
йүнәлеш, мәктәп Ханафитский мазхаб
Диниә назараты, мөхтәсибәт Духовное управление мусульман Казахстана
Мәсет төрө Джума-мечеть
Төҙөүсе ТОО «Интерстиль»
Архитектор Айвар Саттаров
Хаҡы 700 млн тенге
Шәфҡәт итеүселәр организации и граждане Актобе
Төҙөлөш 20122014 йылдар
Төп даталары:
1901заложен фундамент мечети
1903построена
1921мечеть закрыта
1940-е — разобрана на стройматериалы
1990вновь построена
2012начато строительство нового здания
2014здание достроено
Последний имам Серикжан Еншибайулы
Вместимость 1250 человек (до реконструкции: 200)
Торошо действующая
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY
Интерьер

Актүбә ҡалаһының үҙәк мәсете (ҡаҙ. Ақтөбе қалалық орталық мешіті) — Аҡтүбә ҡалаһының Шығанаҡ Берсиев урамында урынлашҡан мәсет.

Ҡаланың беренсе мәсете 1901 йылда башлана һәм ике йылдан һуң тамамлана. Мәсет комплексына, төп бинанан тыш, мәҙрәсә, ҡунаҡхана, аттар өсөн аран һәм руханиҙар йорто инә. Был ҡоролмалар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында төҙөлөш ихтыяждары өсөн һүтеп алына. Мәсет 1990 йылдарҙа яңынан төҙөлә, ә 2014 йылда мәсеттең иҫке бинаһы эргәһендә Айвар Саттаров проекты буйынса яңы иркен бина төҙөлә.

Тарихы үҙгәртергә

Федор Тарасенконың «Ҡалалар. Йылдар. Кешеләр. Тормош» китабы мәғлүмәттәренә ярашлы[1], мәсеттең нигеҙе Аҡтүбә ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә 1901 йылда һалына. Ләкин мәсеттең проекты әҙер булыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш матди ҡыйынлыҡтар арҡаһында туҡталып ҡала. Мәсет тик 1903 йылда ғына тулыһынса төҙөлә, ә беренсе намаҙ унда 1904 йылда уҡыла.

Аҡтүбәлә мәсет төҙөү тураһында мәсьәлә тәүге тапҡыр 1885 йылда күтәрелә, ул саҡта Аҡтүбә өйәҙенең начальнигы Сунгуров була. Был мәсьәлә өйәҙ солтаны Сейдалин ваҡытында ҡабаттан күтәрелә. 1900 йылға 200-гә яҡын кеше мәсет төҙөү өсөн иғәнә индерә. Төҙөүҙең төп ойоштороусылары булып, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ошо районда (хәҙерге мәсет урынында) йәшәгән татар сауҙагәрҙәре тора. Улар араһынан ырымбур сауҙагәре Ибраһимов Мәхмүтбайҙы айырып әйтергә кәрәк, сөнки буласаҡ мәсет өсөн ул күп суммала аҡса бирә һәм белгестәрҙән кәңәш алыр өсөн Ташкентҡа бара.

Төп мәсет бинаһынан тыш, комплексына Имамдар һәм мәзиндәр йорто, ситтән килгән мосолмандар өсөн ҡунаҡхана, мәҙрәсә һәм аттар өсөн аран инә. Беренсе имамы Үмәр хәҙрәт, ә беренсе мәзин — Януаров Зәйнулла, бының өсөн ул махсус Өфөнән саҡырыла.

СССР барлыҡҡа килгәндән һуң, 1921 йылда мәсет ябыла, ә имам репрессияға дусар ителә. Имам Омар хәҙрәт һөргөнгә Караганда лагерена ебәрелә, бында 1925—1926 йылдарҙағы аслыҡтан һуң вафат була. 1934 йылда мәсет типография, һуңынан драмтеатр склады булып үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәсет эргәһендәге биналарҙы рентгеноаппаратура һәм ауыл хужалығы машиналары заводы өсөн һүтеп алалар.

1990 йылда ҡала етәкселәре инициативаһы менән мәсет яңынан асыла. 2012 йылда мәсетте киңәйтеү һәм яңы корпусын төҙөү эштәре башлана[2].

2014 йылдың йәйендә, ике йыл төҙөлөштән һуң, Үҙәк мәсет килеүселәр алдында яңыртылған ҡиәфәттә була. Иҫке мәсет бинаһын, тарихи ҡомартҡы булараҡ, музей итеп ҡалдыралар, ә эргәһенә 1250 кеше һыйҙырышлы яңы ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғибәҙәт ҡылыу залдары, ашхана һ. б. булған бина төҙөйҙәр. Төҙөлөш өсөн аҡтүбә ойошмаларынан, ҡала халҡынан иғәнә йыйыла, дөйөм алғанда, 700 миллионға яҡын тенге тотонола. Проекттың авторы, элек Нур Ғасыр мәсетен төҙөүҙә ҡатнашҡан, татар архитекторы Айвар Саттаров була.

«Нур-Отан» халыҡ-демократик партияһы тарафынан мәсетте асыу тантанаһы «Хәнәфит мәзһәбе — Урта Азияның рухи мираҫы» темаһына арналған фәнни-ғәмәли конференция менән тап килә, унда, Юғары мөфтөйҙән тыш,өлкәнең аҡым урынбаҫары Таһимов Марат, Ҡаҙағстан дин эштәре буйынса Агентлыҡ рәйесе урынбаҫары Ғалим Шойкин, Рәсәй мөфтөйҙәр Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Мөхөтдинов Дамир, Евразия милли университеты профессоры Досай Кенжетай, Рәсәй ислам институты ректоры Мөхәмәтшин Рафиҡ, Аҡтүбә өлкәһенең дин эштәре буйынса департамент директоры Бауыржан Есмахан ҡатнаша[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Федор Тарасенко. Вековая святыня актюбинского мусульманства // Город. Годы. Люди. Жизнь.
  2. Аманкос Орынгалиулы Старая мечеть возродится (ҡаҙ.) = Көне мешіт жаңарады // Газета Актобе. — 2012.
  3. Сатыбалды Сәуірбай Ханафи мәзһабы – Орталық Азияның рухани мұрасы // «Егемен Қазақстан» : газета. — 24.06.2014.

Әҙәбиәт үҙгәртергә