Аҡсабан
Аҡсабан | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Mergellus albellus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Синонимдары | ||||||||||||||
Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс
| ||||||||||||||
|
Аҡсабан (рус. Луто́к, или ма́лый кроха́ль) (лат. Mergellus albellus) — Өйрәктәр ғаиләһенән булған һыуҙа йөҙөүсе ҡош.
Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә
Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, йопланып (парланып), йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, яҡшы сума. Һырты, ҡанаттарының сите, күҙ эргәләре, елкәһе ҡара, ҡойроғо һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бүрке бар. Инә өйрәктең башы һәм бүрке ерән, арҡаһы, ҡабырғалары һоро. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел. Тауышы- киҫкен: «кйәк» йәки «кррр». Ите, мамығы өсөн аулайҙар.
Йәшәгән урыны үҙгәртергә
Балыҡлы йылғала, күлдәрҙә йәшәй. Һирәк осраған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай.
Үрсеүе үҙгәртергә
6-12 йомортҡа һала.
Туҡланыуы үҙгәртергә
Балыҡ, һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре менән туҡлана.
Диалекттарҙа үҙгәртергә
Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс
Әҙәбиәт үҙгәртергә
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 65-се бит.