Аҙнай (Ишембай районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Ишембай районы ауылы

Аҙнай (рус. Азнаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 278 кеше[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830003.

Ауыл
Аҙнай
Аҙнай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°24′21″ с. ш. 56°21′49″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 830 003

ОКТМО коды

80 631 430 116

Аҙнай (Рәсәй)
Аҙнай
Аҙнай
Аҙнай (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аҙнай
Аҙнай (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Аҙнай

Атамаһы үҙгәртергә

Ауылдың исеме Аҙнай тигән кеше исеменән алынған[2], Аҙнай Абдуллин — XVIII быуатта ауыл хужаһы.

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге исеме Буранғол ауылы булған. Уға Буранғол нигеҙ һалған. Улдарының исемдәре билдәле: Ҡотлоғужа (улдары Итбай, Селәүсен, Аҡтейен, Кинйәбай), Яҡшыгилде (уның балалары Килдебай, Рәсүл), Яҡшығулла, Тимербай.

Хәҙерге исеме хужаһы Аҙнай Абдуллин исеменән килеп сыҡҡан. Ул 1780 йылда Левашовҡа аҫаба ерҙәрен һатыуҙа ҡатнаша.

1865 йылда Буранғол‑Аҙнай исеме менән теркәлгән була, 75 йортта 390 кеше иҫәпкә алынған. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, тәгәрмәс, тәгәрмәс туғындары яһау менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халыҡ башлыса урман кәсептәре менән шөғөлләнгән[3].

1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Аҡкөсөк Назарғолов 1814 йылдың 19 мартында «Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.

Азнай улусы составына ингән.

Ауылдың бөгөнгөһө үҙгәртергә

Ауыл Этҡол ауыл Советына ҡарай. Башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 278 141 137 50,7 49,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[4].

Урамдары үҙгәртергә

Урам исеме[5]:

  • Бәпкә урамы (рус. улица Бэпкэ)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Ишморат Ғиниәтуллин урамы (рус. улица Ишмурата Гиниятуллина)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)

Тарихи урындары үҙгәртергә

 
Аҙнай менән Хажы ауылы (Ишембай районы)
  • АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ, тарих ҡомартҡыһы. 17—19 быуаттарға ҡарай. Ишембай районы Аҙнай һәм Хажы ауылдары араһында Хажи Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан[7].

Ауыл эргәһендәге ер-һыу үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа, 2001. — С. 169/
  3. Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Аҙнай ауылы
  6. Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә