Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы

Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29 март 1937 йыл) — башҡорт педагог-методисы, педагогия фәндәре кандидаты (1988).

Флүрә Фәтхи ҡыҙы Аҙнабаева
Тыуған көнө

29 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Силәбе өлкәһе, Сосновка районы, Туҡтыбай ауылы

Ил

СССР, Рәсәй

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты (1961)

Ниндәй өлкәлә танылған

дәреслектәр төҙөүсө

Биографияһы үҙгәртергә

Флүрә Фәтхи ҡыҙы Аҙнабаева 1937 йылдың 29 мартында Силәбе өлкәһе Сосновка районы Туҡтыбай ауылында тыуған.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1961—1962 йылдарҙа Белореттың 1-се урта мәктәбендә уҡыта.

1962 йылдан алып «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәре, «Русский язык в башкирской школе» журналының яуаплы секретары.

1986 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — мөдир, бер үк ваҡытта 1999—2006 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластарында рус телен уҡытыуҙың яңы технологияларына, үҫтереүсе белем биреү проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн рус теле дәреслектәре авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Русский язык: учеб. для 1 класса башкир.шк. — Уфа, 2000;
  • Русский язык: учеб. для 4 класса башкир. шк. — Уфа, 2000;
  • Русский язык; учеб. для 3 класса башкир. шк. по системе развивающего обучения Д. Б. Эльконина — В. В. Давыдова. — Уфа, 2009 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993).

Һылтанмалар үҙгәртергә