1695 һәм 1696 йылдарҙағы Аҙау походтары — Рәсәйҙең Ғосман империяһына ҡаршы хәрби кампанияһы; батша ҡыҙы Софья Алексеевна хөкүмәтенең Ғосман империяһы һәм Ҡырым ханлығы менән башлаған һуғыштың дауамы; Пётр I тарафынан уның батшалыҡ осоро башында башлана һәм төрөк Аҙау ҡәлғәһен яулау менән тамамлана. Аҙау походтарында урыҫ ғәскәрҙәре составында башҡорттар ҡатнаша[1].

Аҙау походтары
Рәсем
Урын Молдова кенәзлеге[d]
Ваҡиға ваҡыты 1695
Башланыу датаһы 1695
Тамамланыу датаһы 1696
Карта

1695 йылғы беренсе Аҙау походы үҙгәртергә

Батша ҡыҙы Софья хөкүмәте ҡолатылғандан һуң төрөктәргә һәм татарҙарға ҡаршы хәрби ғәмәлдәр туҡтатылып тора. Урыҫ ғәскәрҙәре татарҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағыу менән генә сикләнә. 1694 йылда хәрби ғәмәлдәрҙе тергеҙергә ҡарар ителә, был юлы ҡырым татарҙарына ҡаршы түгел, ә төрөктәрҙең Аҙау ҡәлғәһенә. Поход юлы ла үҙгәртелә: сүллек далалары аша түгел, ә Волга һәм Дон райондарынан үтә.

1695 йылдың ҡышында һәм яҙында Донда транспорт суднолары төҙөлә: Аҙауға барып етеү маҡсатында аталғылар (ишкәкле һәм елкәнле ағас караптар), ғәскәрҙәрҙе, боеприпастарҙы, аҙыҡ-түлекте һәм артиллерияны ташыу өсөн диңгеҙ кәмәләре һәм һалдар[2][3].

1695 йылдың яҙында 3 төркөм менән П. Гордон етәкселегендәге (43 орудие һәм 10 мортир менән 9500 кеше), А. М. Головин (7000 кеше) һәм Ф. Лефорт (13 000 кеше) армияһы көньяҡҡа табан юл ала. Петр поход барышында беренсе бомбардир һәм бөтә кампания етәксеһе вазифаларын биләй. Днепрҙа ҡырым татарҙарына ҡаршы воевода Б. П. Шереметтев армияһы эш итә, уға шулай уҡ Мазепа казактары ла беркетелә.

Июнь аҙағында төп көстәр Аҙау ҡәлғәһен (Дон тамағында урынлашҡан була) ҡамай. Гордон көньяҡтан ҡаршы тора, Лефорт унан һулға, Головин (уның отрядында батша була) — уңға. 2 июлдә Гордон етәкселегендәге ғәскәрҙәр ҡамау эштәрен башлай. 5 июлдә уларға ҡалған корпустар ҡушыла. 14 һәм 16 июлдә урыҫтар ике ҡалансаны (Дон йылғаһының ике ярындағы ике таш башня, уларҙы судноларға йылғаға сығыуҙы ҡамасаулаған тимер сынйыр тоташтыра) баҫып алыуға өлгәшә. Кампания барышында был ысынында иң уңышлы ғәмәл була. Ҡәлғәлә Хәсән Арыҫлан-бей етәкселегендәге 7-меңлек төрөк гарнизоны урынлашҡан була. 5 августа Лефорттың пехота полктары 25000 казак ярҙамында ҡәлғәне алырға маташалар, әммә уңышһыҙ. Урыҫтар яғынан юғалтыуҙар (һәләк булғандар һәм яраланғандар) 1500 кеше тәшкил итә. 25 сентябрҙә ҡәлғәне икенсе тапҡыр һөжүмләйҙәр. Ф. М. Апраксин Преображенск һәм Семеновск полктары һәм 1000 Дон казактары менән ҡәлғәгә бәреп инә, әммә үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ арҡаһында Апраксинға сигенергә тура килә. 2 октябрҙә ҡамау алып ташлана. 3000 стрелец «Новосергиевск ҡалаһы» тип исемләнгән оборона ҡалансаларында ҡалдырыла.

П. Шереметевтың Ҡыз-кәрмәнгә походы үҙгәртергә

Баяр һәм воевода П. Б Шереметев етәкселегендәге айырым корпус (25 мең кешеменән Мазепа казактары ярҙамында (яҡынса 35 мең казак) 30 июлдә төрөктәрҙән дүрт ҡәлғәне тартып ала: Ҡыз-кәрмән, Мустрит-кәрмән, Аслан-кәрмән һәм Тауан утрауындағы Мөбәрәк-кәрмән[4].

Борис Петрович Шереметевтың корпусы өс воевода полкынан тора (уның үҙенеке һәм уның ике иптәше — дума дворяны Семен Протастевич Неплюев һәм стольник Илья Дмитриев-Мамоновтыҡы). «Яңы ҡоролош» атлылары менән генерал-поручик А. А. Цей етәкселек итә, полк һалдаттары менән — генерал-поручик Иван (Яган) Андреевич Гулиц. Корпус нигеҙен Смоленск разрядлы полкменән көсәйтелгән Белгород разрядлы полкы тәшкил итә[5].

1696 йылғы икенсе Аҙау походы үҙгәртергә

Баяр А. С. Шеинға бирелгән ҡоро ер ғәскәрҙәре етәкселеге үҙгәртеп ҡорола: ғәскәрҙәр өс дивизияға («генераллыҡтар») бүленә, улар менән П. Гордон, А М. Головин һәм Ригимон етәкселек итә. Флот етәкселегенә Ф. Лефорт тәғәйенләнә.

Юғары указға ярашлы, ғәскәргә ингән холоптар азатлыҡ ала. Ҡоро ер армияһы ике тапҡырға арта һәм 70 мең кеше тәшкил итә. Уға шулай уҡ Запорожье һәм Дон казактары һәм ҡалмыҡ атлылары инә.

1696 йылдың 16 майында урыҫ ғәскәрҙәре ҡабаттан Аҙауҙы ҡамап ала.

20 майҙа Дон тамағында казактар галераларҙа төрөк йөк суднолар ҡарауанына һөжүм яһайҙар. Һөҙөмтәлә 2 галера һәм 9 бәләкәй судно юҡҡа сығарыла, ә бер ҙур булмаған судно тартып алына. 27 майҙа флот Аҙау диңгеҙенә сыға һәм ҡәлғәне тәьмин итеү нөкәтәләренән айыра. Килеп еткән төрөк хәрби флотилияһы алышҡа инергә ҡыймай.

10 һәм 24 июндә төрөк гарнизонының сабауылдары кире ҡағыла. Был гарнизон 60 мең татар менән нығытылған булған, улар лагерь булып Аҙауҙан көньяҡҡараҡ Кагальник йылғаһы аръяғында торған.

16 июлдә ҡамауға әҙерләнеү эштәре тамамлана. 17 июлдә 1500 Дон казактары һәм Запорожье казактарының бер өлөшө үҙ белдеге менән ҡәлғәгә баҫып инәләр һәм ике бастионда йәшеренеп ултыралар. 19 июлдә, оҙайлы артиллерия туптан атыуҙан һуң, Аҙау гарнизоны бирелә. 20 июлдә шулай уҡ Лютих ҡәлғәһе лә бирелә.

23 июлгә ҡарата Пётр I ҡәлғәлә яңы нығытмалар планын раҫлай, сөнки улар алыш һәҙәмтәһендә бик ныҡ ҡыйратылған була. Аҙауҙа диңгеҙ флоты өсөн уңайлы гавань булмай, шуға күрә 1696 йылдың 27 июлендә Таган ҡултығында күпкә уңайлыраҡ гавань һайлана. Ике йылдан шул урында Таганрог ҡалаһына нигеҙ һалына[6].

Воевода Шеин икенсе Аҙау походындағы ҡаҙаныштары өсөн беренсе урыҫ генералиссимусы исемен ала.

Башҡорттарҙың Аҙау походтарында ҡатнашыуы үҙгәртергә

1-се Аҙау походы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. 2-се походта урыҫ ғәскәрҙәренең дөйөм һаны яҡынса 65 мең тәшкил итә, шул иҫәптән 3 меңгә яҡын башҡорттар, ҡалмыҡтар һәм Яйыҡ казактары. Ҡоро ер яғынан ҡәлғәне урыҫ армияһы ҡамап ала, төрөктәр үҙенең флоты һәм союздашы булған Аҙауҙы азат итергә тырыша. 1696 йылдың 14 июнендә казактар аталғыларға тейәлеп, Ҡырым ханы ғәскәрҙәре ярҙамында Дон йылғаһының тамағына килеп ингән десантлы төрөк флотын (яҡынса 4 мең кеше) һөжүмләй. Төрөктәр ике карабын юғалтып, диңгеҙгә сигенә һәм башҡа әүҙем ғәмәлдәр үткәрмәй. Кубань татарҙарының атакалары казактар һәм башҡорттар тарафынан кире ҡағыла. 17 июлдә казактар ҡәлғәне һөжүмләп ҡарайҙар, үрҙе яулайҙар, әммә өҫтәмә көстәр булмау сәбәпле кире сигенергә мәжбүр булалар. 19 июлдә, һөйләшеүҙәрҙән һуң, Аҙау ҡәлғәһе бирелә[1].

Рәсәй тарихында киң билдәле шәхес Алдар-батыр ҙа батша Петр I алып барған Аҙау походтарында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Алыштар алдынан ҡаршы торған армиялар араһында көс һынашыу йолаһы үткәрелгән. Шундай көрәштә башҡорт уҙаманы, данлыҡлы Алдар Иҫәкәев (Алдар Иҫәнгилдин) айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Яу алдынан батырҙар көрәшендә черкес батырын еңеп, дан ала. Батша уны ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһенә сығара[7].

Аҙау походтарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 62 башҡорт яугирына тархан титулы бирелә[1].

Аҙау походтарының әһәмиәте үҙгәртергә

 
Аҙау ҡәлғәһен яулап алыу. 18 быуаттың 1-се яртыһындағы П. Крекшиндың «Петр тарихы» ҡулъяҙмаһынан миниатюра. А. Барятинский йыйылмаһы. Миниатюрала төрөктәр тарафынан Яшканы (Яков Янсен) тоттороу сәхнәһе индерелгән.

Аҙау кампанияһы һуғыш барышында артиллерияның һәм флоттың мөһимлеген күрһәтә. Әлеге һуғышта флот һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренең үҙ-ара уңышлы бәйләнеше асыҡ күренә (бигерәк тә инглиздарҙың Квебекты (1691) һәм Сен-Пьерҙы (1693) штурмлауҙағы уңышһыҙлыҡҡа осрау миҫалдарында).

Походтарҙы әҙерләүҙә Петр ойоштороу һәм стратегик һәләттәрен асыҡ күрһәтә, уңышһыҙлыҡтарҙан һығымталар яһауға һәм ҡабаттан һөжүм итеү өсөн көстәр йыйыуға һәләтле булыуын асыҡ сағылдыра.

Уңыштарға ҡарамаҫтан, өлгәшелгән һөҙөмтәләр буйынса эштәрҙең тамамланмағанлығы күренә: Ҡырымды йәки һис юғында Керчты яулап алмайынса Ҡара диңгеҙгә сығыу мөмкин түгел. Аҙау ҡәлғәһен тотоп тороу өсөн флотты төҙөүҙе дауам итергә һәм дәүләтте заманса диңгеҙ караптары менән тәьмин итерлек белгестәр әҙерләргә кәрәк була.

 
Аҙау флоты

1696 йылдың 20 (30) октябрендә Баяр Думаһы тейешле ҡарар ҡабул итә: «Морским судам быть…». Ошо датаны урыҫ регуляр хәрби-диңгеҙ флотының тыуған көнө тип һанарға була. Караптар төҙөү буйынса киң программа раҫлана — 52 (һуңғараҡ 77) карап; уны тәьмин итеү өсөн яңы йөкләмәләр индерелә.

22 ноябрҙә дворяндарҙы сит илгә уҡытырға ебәреү буйынса указ иғлан ителә.

Рәсәйҙең хәл-торошон нығытыу һәм "Изге лига"ның ғәмәлдә булыуын раҫлау маҡсатында «Бөйөк илселек» булдырыла.

Төркиә менән һуғышты Константинополь солох килешеүе (1700) тамамлай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 22-23 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  2. Доценко В. Д. Флот Петра Великого. Азовский флот. Великое посольство. Керченский поход. // Морской альманах. № 1. Гл. 1. История Российского флота.: СПб. 1992. С. 15
  3. Панова В. И. История Воронежского края. — Воронеж: Родная речь, 2008. — С. 43—44. — 287 с.
  4. За исключением Кази-кермена, три другие крепости (Муберек-кермен, Аслан-кермен, Мустрит-кермен) к настоящему времени не сохранились вследствие затопления острова Тавань
  5. Войска Б. П. Шереметева в Казыкерменском походе 1695 г.
  6. Официальная дата основания города — 12 сентября 1698 года.
  7. Алдар Иҫәкәев

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 22-23 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Вельяминов-Зернов В. В. Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями//Записки Императорской Академии наук. 1864. т. 4. кн. 1-2. (эл. книга)
  • Гордон П. Дневник. 1690—1695 / Ред. М. Р. Рыженков. М.: Наука, 2014. — 624 с. — (Памятники исторической мысли). — ISBN 978-5-02-038041-7.
  • Гордон П. Дневник. 1696—1698 / Ред. М. Р. Рыженков. М.: Наука, 2018. — 326 с. — (Памятники исторической мысли). — ISBN 978-5-02-040036-8>.
  • Манойленко Ю. Е. Русская артиллерия в Азовских походах Петра I и осаде Азова в 1736 году // Военно-исторический журнал. 2011. № 11. С. 56—61.
  • Павленко Н. И. Пётр Великий. — М.: Мысль, 1990
  • Павлов А. Н. Грамота Петра I Патриарху Адриану о взятии Азова // Вестник церковной истории. 2006. № 2, С. 240—242.
  • Тарле Е. В. Русский флот и внешняя политика Петра I. — СПб.: Фирма «БРАСК», Морской исторический сборник, 1994.