Ағиҙел ҡалаһы флагы

Ағиҙел ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы символы.

Ағиҙел ҡалаһы флагы
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юрисдикция таралышы Ағиҙел

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 19 июлендә 122-се номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 065 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 2947 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[1].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған зәңгәр төҫтәге тура мөйөшлө яҫылыҡ, уның үҙәгендә — аҡ төҫтәге өс цикломор менән уратылған (береһе билдән, икеһе — ҡыялаш) ҡыҙыл шар. Цикломорҙар менән шарҙы өҫ яҡтан һәм аҫтан һары төҫтәге ике бер-береһе менән тоташтырылмаған зәйтүн ботаҡтары уратҡан.

Символиканы нигеҙләү үҙгәртергә

Флаг ҡала округының иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.

Ағиҙел ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң ярында урынлашҡан. Башҡортостан АЭС-ының спутнигы булараҡ төҙөлгән ҡала атом энергикаһынан айырылғыһыҙ. Киләсәктә ҡала иҡтисады атом энергетикаһында нигеҙләнәсәк, шуға күрә гербтың төп фигураһы итеп атом билдәһе һайланған[1].

Атомды айырылған таж менән уратыу уның хәүефһеҙ (тыныс) булыуын күрһәтә.

Шулай уҡ гербтағы алтын зәйтүн тажы ҡаланың cәскә атыуын, данын һәм байлығын билдәләй.

Гербтағы көмөш төҫ — иман, рухлылыҡ, таҙалыҡ һәм ихласлыҡ символы.

Атом билдәһенең ҡыҙыл төҫө — йылылыҡ, шулай уҡ тыуған ҡалаға һөйөү, халҡының ҡаһарманлығы, батырлығы һәм киң күңеллеге символдары[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Агидель. стр. 39-40

Һылтанмалар үҙгәртергә