Ағиҙел ҡалаһы гербы

Ағиҙел ҡалаһы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы символы.

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы гербы

Детали
Раҫланған

13 июль 2006 йыл[1]

ДГР номеры

2946

Художник

Салауат Ғиләжетдинов

Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 13 июлендә 121-сы номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 065 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 2946 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[2].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ағиҙел гербы зәңгәрһыу төҫтәге француз геральдик ҡалҡанынан ғибәрәт. Үҙәк элементы — ҡыҙыл ядролы һәм өс аҡ электрон орбиталле атом билдәһе. Атом өҫ яҡтан тоташтырылмаған алтын төҫтәге зәйтүн таж менән уратылған. Ҡалҡандың аҫҡы өлөшөндә өс көмөш тулҡын һүрәтләнгән[2].

Символиканы нигеҙләү үҙгәртергә

Герб ҡаланың тарихи һәм иҡтисади, географик үҙенсәлектәрен сағылдыра. Ағиҙел ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында (уң яҡ ярҙа) урынлашҡан. Башҡорт АЭС-ының спутнигы булараҡ төҙөлгән ҡала атом энергикаһынан айырылғыһыҙ. Киләсәктә атом энергетикаһында ҡала иҡтисады нигеҙләнәсәк, шуға күрә гербтың төп фигураһы итеп атом билдәһе һайланған. Атомды айырылған таж менән уратыуы уның хәүефһеҙлеген күрһәтә. Шулай уҡ гербтағы алтын зәйтүн таж ҡаланың үҫешен, данын һәм байлығын билдәләй. Гербтың зәңгәрһыу фоны — камиллыҡ, татыулыҡҡа ынтылыу, йомартлыҡ, шулай уҡ алға ынтылыш, өмөт һәм хыял билдәһе. Гербтағы көмөш төҫө — иман, рухлылыҡ, таҙалыҡ һәм ихласлыҡ символы. Атом билдәһенең ҡыҙыл төҫө йылылыҡты, шулай уҡ тыуған ҡалаға һөйөүҙе, халҡының ҡаһарманлығын, батырлығын һәм киң күңеллеген сағылдыра[2].

Ҡаланың Ағиҙел һәм Кама йылғалары бассейнында урынлашыуы көмөш тулҡындар аша һүрәтләнә[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Решение Совета городского округа город Агидель Республики Башкортостан от 13.07.2006 № 121
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Агидель. стр. 38-40

Һылтанмалар үҙгәртергә