Ағалы-энеле Миладиновтар

Димитр (1810, Струги — 1862 йылдың 23 ғинуары, Константинополь) менән Константин (1810, Струги — 1862 йылдың 18 ғинуары, Константинополь) Миладиновтар — XIX быуатта македон мәҙәни яңырыу осоро эшмәкәрҙәре.

Димитр Миладинов
Димитар Миладинов
Тыуған көнө

1810({{padleft:1810|4|0}})

Тыуған урыны

Струга

Вафат булған көнө

23 ғинуар 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Вафат булған урыны

Константинополь

Гражданлығы

Ғосман империяһы

Атаһы

Христо Миладинов

Әсәһе

Султана Миладинова

 Ағалы-энеле Миладиновтар Викимилектә
Константин Миладинов
Константин Миладинов
Тыуған көнө

1810({{padleft:1810|4|0}})

Тыуған урыны

Струга

Вафат булған көнө

18 ғинуар 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Вафат булған урыны

Константинополь

Гражданлығы

Ғосман империяһы

Атаһы

Христо Миладинов

Әсәһе

Султана Миладинова

 Ағалы-энеле Миладиновтар Викимилектә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ағалы-энеле Миладиновтар көршәк оҫталары Султана менән Христо Миладиновтарҙың ҙур ғаиләһендә тыуған. Уларҙың һигеҙ балаһы булған: Димитр һәм Константин, Наум, Тане, Мате, Апостол, шулай уҡ Анна һәм Креста.

Эшмәкәрлектәре үҙгәртергә

Ике туған да македон милли яңырыу хәрәкәтенең әһәмиәтле шәхесе.

Ағалы-энеле Миладиновтарҙың йыйынтығы үҙгәртергә

1856 йылда Димитр, Мәскәү университетында славян филологияһын өйрәнергә барған туғаны Константинды оҙатып йөрөү маҡсатында, Стругаға әйләнеп ҡайтҡан.

Университетта уҡыуын 1860 йылда тамамлағансы, Мәскәүҙә ҡалған, һуңынан Венала ул, үҙенең болғар халыҡ йырҙары коллекцияһын сығарырға ярҙам иткән Иосиф Юрий Штросмайер менән осрашҡан.

«Бѫлгарски народни пѣсни. Собряһынани отъ братья Миладиновци, Димитрıя и Константина и издадени отъ Константина. Въ Загребъ. Въ книгопечатница-та на А. Якича, 1861» тип аталған йыйынтыҡ[1][2][3] 1861 йылда Загребта баҫылып сыҡҡан. Ул Үҙәк һәм Көнсығыш Балҡандың славян өлкәләренән йыйылған 660 болғар халыҡ йырынан тупланған.

Константин Миладинов шиғриәте үҙгәртергә

Константин Миладинов шиғриәте ижтимағи һәм милли мотив менән һуғарылған. Түбәндә шағир үҙе тере саҡта баҫылған хеҙмәттәренең теҙмәһе килтерелгән:[4]

  • «Бисера», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Желание», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Голапче», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Шупељка», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Не- не пијан», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Клетва», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 15.
  • «Скрсти», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 19.
  • «Грк и Бугарин», «Б’лгарски книжици», година I, 1858, кн. 24.
  • «Побратимство», «Б’лгарски книжици», година II, 1859, кн. 22.
  • «Думание», «Б’лгарски книжици», година II, 1859, кн. 22.
  • «Сираче», «Братски труд», 1860, кн. 1.
  • «На сонцето», «Братски труд», 1860, кн. 1.
  • «Еѓуптин делија», «Братски труд», 1860, кн. 3.
  • «На чужина», «Дунавски лебед», година I, 1860, бр. 20.
  • «Т’га за југ», «Дунавски лебед», година I, 1860, бр. 20.

Вафаты үҙгәртергә

1861 йылдың уртаһында, Константин Загребтан Белградҡа киткән, һәм туғаны Димитрҙың Константинополь төрмәһендә булғанын белгән.

Артабан ул Константинополгә килгән, унда төрөктәр, уны шпионажда ғәйепләп, зинданға ябалар. Ағалы-энеле Константин һәм Димитр Миладиновтар 1862 йылда Константинополдә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында вафат булғандар.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә