Аэропо́рт ( франц. aéroport; бор. грек. ἀέριος һауа («воздушный») + лат. portus «гавань», «пристань») — һауа судноларын ҡабул итеү, оҙатыу, һаҡлау, пассажирҙарҙы ташыу өсөн ҡоролмалар комплексы. Был комплексҡа аэродром, аэровокзал (ҙур аэропорттарҙа бер нисә аэровокзал була), бер йәки бер нисә йөк терминалы һәм ерҙә төҙөлгән башҡа ҡоролмалар һәм кәрәкле йыһаз-ҡоролмалар инә .

Внуково аэропорты

1919 йылда Көнсығыш Германияла Кёнигсберг (хәҙерге Калининград, РФ) янында асылған Девау аэропорты донъялағы иң тәүге аэропроттарҙың береһе. Гидросамолеттар осошон тәьмин итеү өсөн гидроаэропорттар төҙөлә. Бындай аэропортарҙың осош һыҙаты юҡ — уның функцияһын йылға, күл йәки диңгеҙ өҫтө башҡара . Халыҡ-ара аэропорт — һауа суднолары менән халыҡ-ара пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән аэропорт, унда сик буйы һәм таможня контроле бар[1].

Аэродром үҙгәртергә

 
Аэропорт Далласа, вид сверху

Бөтә аэропорттарҙа ла аэродромда осош һыҙаттары (ВПП) һәм ерҙә самолет йөрөтөү юлы (РД), перрон (ҙур аэропорттарҙа бер нисә),самолет туҡталҡаһы һәм заправкалар, складтар һәм һауалағы хәрәкәт менән идара итеү комплексы ( түбәндәге хеҙмәттәр: һауалағы хәрәкәтте ойоштороу, электрорадиотехник һәм электросветотехник, метеорологик, штурман эше һәм башҡалар).

Аэродромдар бик көслө тауыш сығанағы булараҡ, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә .

ИКАО аэродромдарының код билдәләре үҙгәртергә

(Приложение 14. Аэродромы. Том 1. Проектирование и эксплуатация аэродромов)

КОДОВЫЙ ЭЛЕМЕНТ 1 КОДОВЫЙ ЭЛЕМЕНТ 2
Кодовый
номер
Длина лётной
полосы
Кодовая
буква
Размах
крыла
Расстояние между внешними
колёсами основного шасси
1 Менее 800 м A < 15 м Менее 4,5 м
2 800—1200 м
( < 1200 м )
B 15—24 м
( менее 24 м )
4,5—6 м
( менее 6 м )
3 1200—1800 м
( < 1800 м )
С 24—36 м
( менее 36 м )
6—9 м
( менее 9 м )
4 1800 м
и более
D 36—52 м
( менее 52 м )
9—14 м
( менее 14 м )
E 52—65 м
( менее 65 м )
9—14 м
( менее 14 м )
F 65—80 м
( менее 80 м )
14—16 м
( менее 16 м )

Файҙалы йөк хеҙмәтләндереү комплексы үҙгәртергә

Аэровокзал комплексы (пассажирҙар терминалы) үҙгәртергә

 
Телескопический трап, пристыкованный к борту. Под трапом видна система вентилирования салона.

Аэровокзалда пасссажирҙарҙы аэропорт территоряһына инеү менән осоп китеүгә, самолеттан төшкәндә трап биреүҙән аэропорттан сығып китеүгә хәтле хеҙмәтләндереү бүлектәре эшләй:

  • авиакомпаниялар вәкиллектәре;
  • пассажирҙар ташыу хеҙмәтен ойоштороу;
  • хәүфһеҙлек хеҙмәте;
  • багаж хеҙмәте;
  • сик буйы, иммиграция һәм таможня тикшереүе хеҙмәттәре;
  • ресторан, кафелар, пассажирҙарҙы ял, ашау һәм башҡа мөмкинлектәр менән тәьмин итеүсе ойошма һәм предприятиелар, гәзит-журналдар, сувенирҙар һатыусы нөктәләр һәм магазиндар.

Йөк комплексы үҙгәртергә

Һауа суднолары бортына йөк һәм почта ҡабул итә, рәсмиләштерә, эшкәртә һәм тейәй. Йөк комплексында йылытылған склад, төрлө йөк ташыу ҡоролмалары һәм механизмдары, айырым килеш һәм контейнерҙарҙа тейәү саралары була.

Аэропрот территорияһында йөрөүҙе тикшереү үҙгәртергә

Аэропорт территорияһы бер нисә зонаға бүленә[2]:

  • Тикшереү булмаған зона — йөрөү ирекле
  • Тикшереү булған зона — аэропорттағы контроль аша инергә рөхсәт ителгән территория, биналар һәм биналарҙың өлөшө
  • Тикшереү зонаһы — кешеләрҙе һәм әйберҙәрҙе тикшереү урыны, нөктәһе
  • Стериллек зонаһы — һауа судноһы менән тикшереү үтеү урыны араһындағы ныҡ тикшерелеү урыны

Тикшереү булмаған зона— «дөйөм зона» һәм тикшереү булған зона— «таҙа зона» тип тә йөрөтөлә[3].

Аэропорттың класы үҙгәртергә

Аэропорттың класы пассажирҙар ташыу (пассажирҙар менән алмашыу) йыллыҡ кимәленән сығып билдәләнә, йәғни бөтә килгән һәм киткән пассажирҙар иҫәбенә бәйле ( бер самолеттан икенсеһенә күсеп ултырыусылар ҙа иҫәпләнә).

Аэропорттарҙың йыллыҡ пассажирҙар ташыу кимәленән сығып билдәләнгән класы :

Аэропорт класы Йыллыҡ
пассажирҙар ташыу кимәле
мең кеше
I 10000—7000
II 7000—4000
III 4000—2000
IV 2000—500
V 500—100

10 млн кешенән артыҡ пассажир ташыусы аэропорттар кластан тыш тип, ә йылына 100 мең кешенән әҙерәк кеше ташығаны — класс ҡуйылмай торған тип атала. Класс ҡуйылмай торған урындағы һауа юлдары аэропорттары 3-сө йәки 4-се класлы аэродромдарҙа урынлаша, уларҙа яһалма йәки грунт осош һыҙаты ( 4-се класс аэродромдарҙа осош һыҙаты булып йыш ҡына автомобиль юлы тора) була.

Һауа хәрәкәте менән идара итеү үҙгәртергә

Һауалағы хәрәкәт менән идара итеү (УВД)- һауалағы хәрәкәт, уларҙың хәүфһеҙлеген тәьмин итеү, тәртибе һәм тиҙлеге менән идара итеү мәсьәләһе. Иң ҙур аэропорттарҙа һауа хәрәкәте менән идара итеү – бик ҡатмарлы өс үлсәмдә лә йыш барған хәрәкәт менән идара итеүҙе талап иткән операциялар теҙмәһенән ғибәрәт.

«Күтәртелгән» йәки «тикшереү булған» аэропортта диспетчер вышкаһы бар, унда авиадиспетчерҙар эшләй. Осоусылар авиадиспетчерҙар менән ике яҡлы бәйләнештә торорға , улар биргән инструкцияларҙы инҡар итмәй, буйһонорға тейеш . « Яуап бирмәүсе » аэропортта операцион диспетчер вышкаһы юҡ, шуға ла ике яҡлы бәйләнеш кәрәкмәй. Был осраҡта ла осоусылар үҙ ниәттәрен дөйөм консультатив хәрәкәт йышлығында (общая консультативная частота движения,CTAF) башҡа самолеттарға белдерергә тейеш.

Донъялағы аэропорттарҙың күбеһе - ҙур булмаған башняһыҙ ҡоролма. Бөтә аэропорттарҙа ла тәүлек әйләнәһенә эшләүсе һауа хәрәкәте менән идара итеү (УВД) юҡ. Алыҫтағы һәм виртуаль вышка (RVT)- аэропортта булмаған диспетчерҙар хеҙмәтләндергән һауа хәрәкәте системаһы. Аэропорттарҙа һауа хәрәкәте менән идара итеү буйынса вазифалар ғәҙәттә ике өлөшкә бүленә: ер өҫтөндәге һәм вышка. Бер диспетчер икеһендә лә эшләүе мөмкин.

Аэропорттарҙың региональ үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Рәсәйҙә иң көсөргәнешле ваҡыт — июнь- сентябрь айҙары[4].

1992 йылда Рәсәйҙә 1300 аэропорт булған. РФ дәүләт аэропорттар реестрында 2011 йылдың апрель айына -241 аэропорт, шуларҙың 71 — халыҡ-ара. [5]

National Bureau of Statistics of China мәғлүмәттәре буйынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһында 1990 йылдан 2010 йылға тиклем аэопорттар һаны 1,9 тапҡырға артҡан.

2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса донъяла иң күп аэропортлы илдәр: [АҠШ]] — 14 951, Бразилия — 4176, Мексика — 1848. [6]

Өфө халыҡ-ара аэропорты АЙ (рус. АО «Международный аэропорт Уфа́») — Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты, Волга буйы федераль округында иң ҙур аэропорт. Аэропорттың менеджмент сифаты системаһы ISO 9001:2008 стандарт менән сертификатлған[7] Өфө аэропорты 2018 йылда 3,2 млн пассажир хеҙмәтләндергән.

Ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Воздушный кодекс Российской Федерации
  2. Приказ Федеральной авиационной службы России от 29.07.1998 N 239 "Об утверждении и введении в действие Положения по процедурам сертификации авиационной безопасности"
  3. ИАТА предложила сократить время перехода пассажиров в «чистую зону» аэропорта для безопасности. Информационное агентство «Rambler News Service (RNS)» (29 июнь 2016).
  4. Штатная численность сотрудников аэропорта Толмачево за 2009 год увеличилась на 18,8 %. РИА Сибирь (10 февраль 2010). Дата обращения: 5 декабрь 2010.
  5. Росавиация 2017 йыл 6 август архивланған.
  6. Калабеков И. Г. Российские реформы в цифрах и фактах. Москва, Русаки, 2010.
  7. ОАО "Международный аэропорт «Уфа» успешно прошёл ресертификацию на соответствие международному стандарту ISO 9001:2008.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Глушков Г.И. и др. Изыскания и проектирование аэродромов. — М.: Транспорт, 1979.
  • Ашфорд Н., Файт П. Проектирование аэропортов. — М., 1988.
  • Бордунов В.Д. и др. Правовое регулирование международных полетов гражданских воздушных судов. — М.: Наука, 1988.
  • Ашфорд Н. и др. Функционирование аэропорта. — М., 1990.
  • Эксплуатация аэродромов. — М., 1990.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Общественный транспорт