«Сирле, ауырыу кеше » һорауы бында йүнәлтелә

Сир, ауырыу (лат. morbus) — ҡәҙимге тереклек эшмәкәрлегенең, организм функцияларының, эшкә һәләтлелектең, эске һәм тышҡы тәьҫирҙәргә , үҙгәреүҙәргә ҡарата көйләнеш механизмының , әүҙемлектең ниндәйҙер сәбәптәр менән боҙолоуы, ғүмер өсөн хәүефле хәлдәр ул. Организм эске мөхиттең даимелеген (гомеостаз) көйләй, һаҡлай алмай башлай. Шуның эҙемтәләре (симптомдар) ауырыу була.

Сирле ҡыҙ (Den syge pige).
Художник Микаэль Анкер (1882 год)

"Сир, ауырыу " төшөнсәһе үҙгәртергә

Медицина тарихында сир тураһында ҡараштар ҡат-ҡат үҙгәреп тора.. Гиппократ сирҙе организмда дүрт шыйыҡсаның: ҡандың, лайланың , һары һәм ҡара үттең (веноз ҡандың) дөрөҫ ҡушылмауынан килеп сыға тип һанаған. Демокрит үҙенең атом тәғлимәтенән сығып сирҙе атомдарҙың килбәте һәм урынлашыуы үҙгәреүҙән килеп сыға тип фаразлаған.

Боронғо һәм яңы эра сиктәрендә, урта быуаттарҙа сир (ауырыу) йәндең, йәки махсус бер йәшәү көсөнең организмдағы тайпылыштар менән көрәше ул тигән тәғлимәт өҫтөнлөк ала.

Шулай уҡ, урта быуаттарҙа медицинаның (тыйб ғилеме) үҫешенә көнсығыш фәйләсуфы, ғалиме, күренекле табип Әбүғәлисина ҙур йоғонто яһай. Уныңса сирҙәр күҙгә күренмәҫ йән эйәләре тарафынан барлыҡҡа килә.

17—19 быуаттарҙа ауырыуҙарҙың сәбәбен асыҡлау юҫығында күп кенә ғәлимдар үҙ өлөшен индерә.

Дж. Б.Морганьи буйынса сир — ағзаларҙың төҙөлөше боҙолоуы тигән фекер белдерә.

М. Ф. К. Биша күп кенә сирҙәрҙең патологоанатомик һүрәтләүҙәрен эшләй.

Рудольф Вирхов теория целлюляр патология тәғлимәте менән тарихҡа инеп ҡала.

К. Бернар сир—организм менән мөхит араһында тигеҙләнештең боҙолоуы тип белдерә.

С. П. Боткин, В. В. Пашутин, И. П. Павлов, |А. А. Остроумов ауырыу хәлен кешенең йәшәү мөхитендәге һәм нервы системаһындағы тайпылыштар тигән идеяны алға һөрә.

Ауырыуҙар тураһында хеҙмәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, әле лә был өлкәлә тәғәйен уртаҡ фекергә килеү әлегә юҡ.Күптәр сирле һәм һау кеше араһында айырма булыуын инкар итә (мәҫәлән, А. А. Богомолец).

П. Д. Горизонтов сир организм менән мөхит араһында мөнәсәбәттәр боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуған ҡатмарлы тайпалыштар теҙмәһе булып тора, сир үҙен организм функцияларының боҙолоуы менән белдерә тип һанай.

И. В.Давыдовский ҡәҙимге физиология менән тайпылыштар (патология) араһында ҡырҡа айырмалар юҡ тип белдерә. Уныңса, сир — организмда яраҡлашыу процестарының береһе генә.

Шуға ауаздаш фекер Г. Селье хеҙмәттәрендә бар. Уның аңлатмаһы буйынса, сир ул — организм өсөн үтә хәүефле ҡуҙғытҡыс тураһында ауыртыныу, көсөргәнеш(«стресс») аша белдерә торған һаҡлағыс синдром булып тора.

Ә иң мөһиме, ауырыу кешенең үҙ сиренә булған мөнәсәбәте. Кемдер өсөн һыуыҡ алдырыу ҙа үлемесле булып күренә. Икенсе берәү үҙендә яман сирҙәрҙе лә еңеп сығыр көс таба. Шуға ла, ауырыу ҙың хәле сирҙең үҙенә генә түгел, ә айырым кешенең күңел торошона, психик көйләнешенә лә бәйле.[1].

Сирҙе тыуҙырыусы сәбәптәр үҙгәртергә

Уларҙы ошондай төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр:

  • механик
  • физик
  • химик
  • биологик
  • психоген (кеше өсөн) (см. Ятроген сирҙәр)

Был сәбәптәр ҡайһыныһы булһа ла, ҡәҙимге сиктәрҙән ҡырҡа үтеп киткәндә , организм өсөн ғәҙәти булмағанда, ауырыу хәл тыуҙырырға һәләтле. Ауырыуҙы тыуҙырыусы ҡуҙғытҡыстың сиктән үтеүе микдарға бәйле булырға мөмкин (көсөргәнеш, стресс).

Ә сифат яғынан булғанда, ҡуҙғытҡысҡа ҡаршы организмда һаҡлағыс механизм булмаған осраҡ тураһында һүҙ бара.

Ваҡытлыса тәьҫир иткәндә ғәҙәти булып та, оҙайлы ваҡыт эсендә йәки юғары ритмдә сир тыуҙырыусы сәбәптәр ҙә була. Социаль йәки милли тигеҙһеҙлек тә сирҙәрҙең генә түгел, ә тотош халыҡтарҙың юҡҡа сығыуына сәбәп булырға мөмкин (мәҫәлән, австралиялылар, бушмендар, индейцецтар һ.б. (ҡарағыҙ. Социаль гигиена).

Сирҙәрҙең ошондай билдәләрен һанап китеп була:

  1. Сирҙең үҫешенә төп сәбәп тышҡы мөхит булғанда (кеше өсөн, иңберенсе нәүбәттә, социаль мөхит) социальная (ҡарағыҙ. Социаль сирҙәр).
  2. Организмдың эске торошондағы үҙгәрештәр мөхит тәьҫиренән дә, нәҫелдән килгән сәбәптән дә булырға мөмкин. Артабан ауыр эҙемтәләргә алып килергә мөмкин. (ҡарағыҙ. медицина генетикаһы).
  3. Сир ҡуҙыуҙа ҡуҙғытҡыс тың үҙенән бигерәк, организмдың һаҡлағыс механизмының (иммун системаһы) ҡаҡшауы сәбәбсе булырға мөмкин. Психоген ҡуҙғытҡыстар арҡаһында килеп тыуған ауырыуҙар ҙа була.
  4. Сир — дөйөм организмдың ҡыйынлыҡ кисереүе ул. Организм туҡымалары, ағзалары үҙ-ара бәйләнештә генә тереклек итә. Шуның өсөн дә, сир ҙә тәндең айырым өлөшенә генә ҡағыла алмай.


Сирҙең ошондай дәүерҙәрен бүлеп йөрөтәләр:

  1. латентн, йәки йәшерен ( инфекцион сирҙәр өсөн— инкубацион) дәүер , —сир башланғандан алып тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем арауыҡ. Ул бер нисә секундтан алып (мәҫәлән, ағыланғанда) бер нисә йылға тиклем һуҙылырға мөмкин (мәҫәлән, проказа).
  2. Продромаль дәүер —сир үҙен белдереүҙән башлап (температура , дөйөм хәлһеҙлек , ауыртыныу), сир үҙенең билдәләрен асыҡ күрһәткәнгә тиклем арауыҡ (мәҫәлән, ҡыҙылса мәлендә таптар ҡалҡып сығыуы).
  3. Сирҙең тулыһынса үҫешеү дәүере .Бер нисә тәүлектән йылдарға һуҙылырға мөмкин (туберкулёз, сифилис, проказа).
  4. Һауығыу, реконвалесценция дәүере. Бик тиҙ (см. Кризис) йәки әкренләп, литик (см. Лизис) рәүештә үтергә мөмкин.

Оҙайлығы, билдәләренең үҫеше һәм юҡҡа сығыу тиҙлеге буйынса сирҙәрҙе ҡырҡыу һәм оҙайлы(хроник) төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр.

Төп билдәләренә ниндәйҙер өҫтәлмә сәбәптәр ҡушылыуын , сирҙең ҡатмарлашыуы, аҙыуы тип атайҙар. Ул сирҙең иң ҡуҙған мәленә тура килеүе лә, төп билдәләре үтеп киткәс тә ҡубырға мөмкин. Һөһөмтәһендә сир бик ауыр үтә, хатта үлем менән тамамланыуы ла бар. Сир тулы һауығыу менән тамамлана йәки ниндәйҙер эҙемтәләрен дә (шулай уҡ , үлемесле) ҡалдыра ала . Үлем ҡапыл йәки оҙайлы ваҡыт аша килергә мөмкин. Айырым осраҡтарҙа сир хроник хәлгә күсә.

Сирҙәрҙе төркөмләү үҙгәртергә

Сирҙең барышы буйынса :

  • ҡырҡыу
  • оҙайлы(хроник)

Патологик үҙгәрештәрҙең барыу кимәле буйынса:

  • молекуляр
  • хромосом
  • күҙәнәк
  • туҡыма
  • ағза
  • дөйөм организм кимәләндәге сирҙәр.

Сирҙе тыуҙырыусы сәбәп буйынса :

  • механик
  • физик
  • химик
  • биологик
  • психоген

Дауалау юлы буйынса

  • терапевтик юл
  • хирургик юл.

Шулай уҡ, дөйөм ҡабул ителгән классификация буйынса :

  • Эске ауырыуҙар (терапия) —сирҙең сәбәптәрен һәм билдәләрен асыҡлаусы медицина өлкәһе этиология,патогенез, эске ағзалар этиологияһы, диагностика, хирургик булмаған дауалау, профилактика и реабилитация өлкәһе[2][3][4].

Терапия өлкәһенә һулыш системаһы сирҙәре (пульмонология), йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы(кардиология), кешенең аш һеңдереү системаһы (гастроэнтерология), бүлеп сығарыу системаһы (нефрология), тоташтырғыс туҡыма (ревматология) һәм башҡалар инә. Хирургик булмаған эске сирҙәрҙе дауалаусы терапевт тип атала (интернист).

  • Хирургик сирҙәр (хирургия) — төп дауалау ысулы операция булған сирҙәр.
  • Яман сирҙәр (онкология) —күҙәнәктәрҙең самаһыҙ бүленеүе менән бәйле сирҙәр.
  • Нәҫел сирҙәре — күҙәнәктең программа аппаратындағы боҙолоуҙар менән бәйле. Гаметалар аша нәҫелдән тапшырыла. Нәҫел ауырыуҙары генетик информацияның боҙолоуына бәйле (һаҡлау, тапшырыу, тормошҡа ашырыу мәлендә) . Нәҫелдән килгән һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Тыумыштан килгән сирҙәр, яралғы үҫешкән ваҡытта, мәҫәлән,инфекция һөҙөмтәһендә (сифилис, токсоплазмоз) йәки үҫешкә зыян килтереүсе башҡа тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә
  • (гинекология) сирҙәре -ауырға ҡалыу һәм бала тыуҙырыу менән бәйле сирҙәр.
  • Тире ауырыуҙары —тиренең бөтөнлөгенә, эшмәкәрлегенә зарар килтереүсе сирҙәр.
  • Күҙ ауырыуҙары —күҙҙең күреү һәләтлегенә зарар килтереүсе органик һәм и функциональ тайпылыштар. Улар бик киң дәирәне эсенә ала .
  • Инфекцион сирҙәр — организмға патоген (ауырыу тыуҙырыусы) микроорганизмдар үтеп инеүе менән бәйле сирҙәр.

Патоген микроб инфекцион ауырыу тыуҙырһын өсөн, ул вирулент (ағыулы; лат. virus — ағыу) булырға тейеш. Йәғни, организмдың ҡаршылығын еңеп ағыулау һәләтенә эйә була.

Патоген микробтар тереклек эшмәкәлегендә бүлеп сығарған матдәләре менән ағыуларға мөмкиндәр экзотоксин (столбняк, дифтерия. Икенселәре— үҙҙәренең тәне тарҡалғанда барлыҡҡа килгән ағыу (эндотоксин) менән зарар килтерәләр (холера, ҡорһаҡ тифы).

Инфекцион сирҙәрҙең бер үҙенсәлеге булып инкубацион дәүер тора. Был инфекция ингәндән алып үҙен белдерә башлаған арауыҡ. Оҙайлығы зарарланыу юлына һәм микробтың тәбиғәтенә бәйле. Бер нисә сәҙәттән күп йылдарға(һирәк осраҡта ғына) тиклем һуҙылырға мөмкин. Микроорганизмдарҙың организмға инеү юлдары була. Мәҫәлән, холера вибрионы ауыҙ аша ғына инә ала.

  • Венерик сирҙәр — енси юл аша йоғоусы сирҙәр.
  • Донъяны дөрөҫ ҡабул итеү ?әләтлеген юғалтыуға бәйле (психиатрия)
  • Ҡолаҡ, танау, тамаҡ сирҙәре (отоларингология)
  • Балалар сире (педиатрия) — бала үҫешкән дәүерҙәге сирҙәр .
  • Дөрөҫ туҡланмау һөҙөмтәһендәге сирҙәр (диетология) (ашап еткермәү, артыҡ ашау)
  • Интеркуррент сирҙәр — берәй сир ваҡытында барлыҡҡа килгән, ләкин туранан-тура уға бәйләнмәгән сирҙәр. Мәҫәлән, йөрәк миокарды менән сирләгән кешегә киҙеү (грипп) тейеү .

Терапия үҙгәртергә

Дауалау, һауыҡтырыу —сирҙең сәбәптәрен, симптомдарын алып ташларға, тереклек процестарын ҡәҙимге хәленә ҡайтарыуға, һаулыҡты тергеҙеүгә йүнәлтелгән барлыҡ саралар ул.

  • Этиотроп терапия сирҙең сәбәбен дауалай, (мәҫәлән, инфекцион сирҙәрҙе) антибактериаль терапия үткәреү.

  • Патогенетик терапия сирҙең үҫеш механизмына ҡаршы йүнәлтелә. Ул этиотроп терапия мөмкин булмағанда ҡулланыла. Мәҫәлән, шәкәр диабетенә ҡаршы инсулин биреү. Ашҡаҙан аҫты биҙе ошо гормонды етерлек эшләмәгәндә ҡулланыла. Сөнки, әлеге көндә медицина был сирҙән дауалай алмай.

  • Симптоматик (паллиатив) терапия сирҙең айырым симптомдарына ҡаршы үткәрелә. Мәҫәлән, анальгетиктар ауыртыныуҙы баҫыу өсөн, юғары температура булғанда уны төшөрөү өсөн препараттар ҡулланыу һ.б. Этиотроп и патоген терапияға ҡушып үткәрелергә мөмкин .
  • Дауалауға бармағанда симптомдарына ҡаршы терапия ( онкологик сирҙең терминаль стадияһы) паллиатив ярҙам тип аталған дауалау саралары эсендә үткәрелә .

Халыҡ-ара сирлеләр көнө үҙгәртергә

Планетала барлыҡ сирлеләр хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн ҡабул ителгән халыҡ-ара көн.

Йыл һайын ошо көндә махсус саралар үткәрелә. 11 февраль[5], «Халыҡ-ара сирлеләр көнө» 1993 йылдан ғына үткәрелә башлаған . Рим папаһы Иоанн Павел II Иоанн Павел Икенсенең 1992 йылдың 13 майынан тәҡдиме буйынса ҡабул ителә. христиандарға -католиктарға яһаған өндәмәһендә: «… барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, дин тотоусыларға, йәмәғәтселеккә сирлеләрҙең, кеше көнлөләрҙең хәленә керергә , ярҙам ойошторорға, уларға тәрбиәне яҡшыртырға кәрәк икәнлеген еткерергә саҡыра »[6]. Иоанндың үҙенә лә 1991 йылда врачтар Паркинсон сире диагнозын ҡуялар.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • МКБ-10 — халыҡ-ара төркөмләү буйынса ауырыуҙар класы исемлеге
  • Сирҙәрҙе халыҡ-ара төркөмләү
  • Ипохондричность
  • Анализант
  • Бөтә донъя сирлеләр көнө
  • Ремиссия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Баканова И. В., Зейгарник Б. В. и др. Бессознательное. Природа, функции и методы исследования. // Отношение к болезни как условие формирования осознаваемых и неосознаваемых мотивов деятельности. — Тбилиси, 1978. — С. 458-463.
  2. Медицинская энциклопедия
  3. Медицина фәндәре 2017 йыл 15 ноябрь архивланған.
  4. Краткая медицинская энциклопедия 2011 йыл 28 декабрь архивланған.
  5. World Day of the Sick (англ).
  6. Халыҡ-ара көндәр — 11 февраль — Халыҡ-ара сирлеләр көнө 2018 йыл 8 февраль архивланған.