Аустерлиц янындағы һуғыш

А́устерлиц янындағы һуғыш (1805 йыл, 20 ноябрь (2 декабрь) — наполеон армияһының үҙенә ҡаршы төҙөлгән өсөнсө коалицияның армиялары менән хәл иткес алышы. Тарихҡа «өс император алышы» булараҡ билдәле, сөнки Наполеон I армияһына Австрия императоры Франц II һәм рус императоры Александр I ҡаршы торған.

Аустерлиц янындағы һуғыш
Төп конфликт: Төп конфликт: Наполеон һуғыштары
Өсөнсө коалицияның һуғышы
Наполеон I Аустерлиц янындағы һуғышта. Франсуа Жерар.Франсуа Жерар. "Наполеон Аустерлицта". Генерал Жан Рапп (уртала), рус кавалергардтарының ҡорбандар талап иткән атакаһынан һуң, Наполеонға әсиргә алынған кенәз Николай Репнин-Волконскийҙы (һулда аҡ мундирҙа)күрһәтә. Улар артында Наполеон мәмлүктәре арбаларға трофей байраҡтарҙы тейәгән. Версаль музейы.
Дата

20 ноябрь (2 декабрь1805 йыл

Урыны

Славков-у-Брна, Аустерлиц, Моравия, Австрия империяһы

Нәтижә

Рәсәй һәм Австрияның еңелеүе, 3-сө коалицияны юҡ итеү

Ҡаршы тороусылар

Франция флагы Беренсе Франция империяһы

Рәсәй флагы Рәсәй империяһы
Австрия империяһы флагы Австрия империяһы

Командирҙар

Франция флагы Наполеон I

Рәсәй флагы Александр I,
Австрия империяһы флагы Франц II

Ҡаршы тороусы көстәр

73 200 кеше,
139 орудие (артиллерия тубы)

85 400 кеше,
278 орудие (артиллерия тубы)

Юғалтыуҙар

1 537 үлтерелгән,
6,943 яраланған,
1 байраҡ юғалған

27 000 үлтерелгән, үлтерелгән, яраланған һәм әсирлеккә алынған,
180 пушка юғалған,
45 байраҡ юғалған

 Аустерлиц янындағы һуғыш Викимилектә

Гавгамелдағы һәм Канны янындағы алыштар менән бер рәттән, һан яғынан күберәк булған дошманды тар-мар итеүҙең миҫалы булып тарихҡа ингән[1].

Яҡтарҙың көстәре һәм пландары үҙгәртергә

Генерал М. И. Кутузовтың дөйөм командалығы аҫтындағы союздаш армияларҙың 85 меңгә яҡын һалдаты (60 меңлек рус армияһы, 25 мең кешенән торған һәм 278 орудиеға эйә австрия армияһы) булған. Наполеон армияһында 73.5 мең һалдат булған. Наполеон, союзниктарҙы өркөтмәҫ өсөн, көсө етерлек икәнен күрһәтергә тырышмаған. Бынан тыш, ваҡиғалар үҫешен күҙаллап, шул көстәре менән дә еңеүгә өлгәшеренә ышанған. 1805 йылдың 2 декабрь төнөндә союз ғәскәрҙәре һуғышҡа түбәндәге тәртиптә әҙерләнгәндәр:

Инфантерия генералы Ф. Ф. Буксгевдендың дөйөм етәкселеге аҫтындағы беренсе өс рус колоннаһының береһе, генерал-лейтенант Д. С. Дохтуровтың, А. Ф. Ланжерон һәм И. Я. Пржибышевскийҙың, һул ҡанатты тәшкил иткән; туранан-тура Кутузовҡа буйһонған генерал-лейтенанттар И. К. Коловрат һәм М. А. Милорадовичтың 4-се рус-австрия колоннаһы уртала торған. Генерал-лейтенант Багратион командалыҡ иткән, үҙенең 13 мең кешеһе һәм австрия кенәзе Иоһанн Лихтенштейндың 4600 кешеһенән торған 5-се колонна һул ҡанатты тәшкил иткән. 4-се колонна артында Бөйөк Кенәз Константин Павловичтың 3500 кешенән торған гвардия резервы урынлашҡан. Австрия һәм рус императорҙары 4-се колоннала булған. Австрия генералы Вейротер тәҡдим иткән план буйынса, союз армияһының яртыһын тәшкил иткән һул ҡанат (флангы) менән француз армияһын уратып ҡамарға тейеш булалар. Вейротер француз армияһының иҫәбен 40 мең кешенән дә артмай, тип билдәләгән, Наполеондың полководецлыҡ сифаттарын бик түбән баһалаған һәм уның яғынан бер ниндәй ҙә ҡаты ҡаршылыҡ булмаҫына ышанған. Кутузов, Вейротерҙың планы менән ризалашмаһа ла, үҙҙәрен эҙәрлекләп килгән француз армияһының иҫәбен яҡшы белһә лә, үҙенең һөжүм планын тәҡдим итмәгән. Шул уҡ ваҡытта, Кутузов батшаға отставкаға китеү тураһында прошение ла бирмәгән, тимәк, тар-мар ителеү өсөн яуаплылыҡты Александр һәм Вейротер менән уртаҡлашҡан.

Алыштың барышы үҙгәртергә

 
Алыштың картаһы

Наполеонға, союз армияһы менән ысынында (фактик) Кутузов түгел, ә австрия генералдарының планын үҙ итеүсе рус императоры Александр командалыҡ итеүе алдан билдәле булған. Һөжүмде башлаған союз армияһы Наполеон ҡорған ҡапҡанға эләккән. Австрия командованиеһының, үҙҙәрен ҡамап алып, төньяҡҡа, тау араһына ҡыҫырыҡларға, шуның менән Венаға һәм Дунайға юлын киҫергә ынтыласаҡтарын Наполеон яҡшы белгән. Бының өсөн рус-австрия ғәскәре һул ҡанаты менән француз армияһының уң флангыһына, уратып ҡамап, һөжүм итерен дә, әлбиттә, уларҙың сафтары һуҙылырын да иҫәпләп сығарған. Наполеон ғәскәрен үҙәккә, австрия командованиеһы уның армияһын тиҙ генә ҡамап алам, тип алданһын өсөн, Праценск бейеклегенә ҡаршы туплаған, һәм шул уҡ ваҡытта француздарҙың союз ғәскәрҡәренә көтмәгәндә ҡыҙыу атака ойоштороу юлын да хәл итеп ҡуйған булған. Француз ғәскәренең Праценск бейеклегенә һөжүме, эңер төшкәндән бирле фланг хәрәкәте башлаған союз ғәскәрҙәре, Наполеон белгәнсә, үҙәктән байтаҡҡа йырағайғас, иртәнге сәғәт 9-ҙа башланған. Рус армияһының тик гвардиянан торған аҙ һанлы үҙәге (3500 кеше) француздарға батырҙарса ҡаршы тора, контратакалары менән уларҙы ҡасырға мәжбүр итә алһа ла, француз ғәскәренең төп көстәре ҡыҫымында, улар сигенеүҙән башҡа сара тапмаған (Праценск бейеклегенә дошмандың 50 меңдән ашыу кешеһе һөжүм иткән). Праценск бейеклеген алғас, Наполеон үҙенең төп көстәре ударын фронттан да, тылдан да уратып алынған союзниктарға йүнәлткән. Тик шул саҡта ғына, алыштың дөйөм картинаһын аңлап ҡалып, союз ғәскәренең һул ҡанаты командующийы Ф. Буксгевден сигенеүҙе башлаған. Уның ғәскәренең бер өлөшө быуалар яғына ырғытылған һәм боҙ өҫтөнән сигенергә мәжбүр булған. Наполеон, йәҙрәләр менән боҙға тоҫҡап атырға бойорған. Француз тарихсыларының тикшереүҙәрендә сигенеүселәр араһында 800-ҙән алып 1000-гә яҡын кеше батып үлгән тигән мәғлүмәт бар, Наполеон иһә еңеү уңайынан сығарылған бюллетендә 20 000 ҡорбан тураһында яҙған[2]. Үҙенең ғәскәре менән аныҡ һәм һалҡын ҡанлылыҡ менән идара иткән Багратион командалығындағы союз армияһының уң ҡанаты, дошманға ҡаты ҡаршы торһа ла, Наполеон үҙенең һул флангыһына ярҙамға Мюрат кавалерияһын ебәргәс, сигенергә мәжбүр булған. Императорҙар Александр һәм Франц алыш тамамланыуҙан күпкә алда һуғыш яланынан ҡасҡан. Александр, үҙ-үҙен тота алмай, ҡалтыранған һәм хатта илаған. Уның ҡасыуы артабанғы көндәрҙә лә дауам иткән. Яраланған Кутузов көс-хәл менән әсиргә төшөүҙән ҡотолоп ҡалған.

2 декабрҙың кисенә дошманлашҡан яҡтар төп һығымтаны яһай алған — өсөнсө коалиция тарҡалған. Бөйөк Петрҙан һуң беренсе тапҡыр рус армияһы генераль алышта еңелеүгә тарый. Рус императорының еңелмәҫ һөрөмө тулы өмөтһөҙлөк менән алмашынған. «Союз олимпын ялмап алған борсолоу тойғоһо шул тиклем көслө ине, Александр I ярандары төрлө яҡҡа таралышып бөткәндәр һәм тик төндә генә,хатта таңға табан, уға килеп ҡушылғандар. Катастрофаның тәүге сәғәттәрендә батша бер нисә саҡрым тик врач, берейтор, ат ҡараусыһы һәм ике лейб-гусар менән генә сабып барған, ә эргәһендә лейб-гусар ғына ҡалғас, батша, гусар һөйләгәнсә, аттан төшкәс, ағас төбөнә ултырған да илап ебәргән». Аустерлиц һуғышында ғали йәнәптәре янында А. А. Аракчеев булған[3].

Аустерлицтың йомғаҡтары һәм әһәмиәте үҙгәртергә

 
Аустерлиц янындағы һуғыш. Луи-Франсуа Лежён.

Союз ғәскәрҙәре 27 меңгә яҡын кеше юғалталар, шулар араһында күп өлөшөн рустар — 21 мең һалдатын. Француздар, төрлө мәғлүмәт буйынса, 9—12 мең кешеһен юғалтҡан. Был һуғыштан һуң австрия императоры Франц Александрға, көрәште дауам итеү мәғәнәһеҙ тигән. Һуғыштың һөҙөмтәһе булып, Австрияның һуғыштан сығыуы һәм Европа державаларының француз императорына ҡаршы торған Өсөнсө коалицияһының юҡҡа сығыуы торған. Рәсәй Дүртенсе коалиция составында Францияға ҡаршы һуғышты дауам иткән.

Аустерлиц янындағы еңелеүҙең, Нарва алышынан бирле еңелеү белмәгән армиябыҙ бар, тип йөрөгән рус йәмәғәтселегенә тәьҫире көслө булған, әммә был армияла ла, халыҡта ла рух төшөнкөлөгөнә сәбәпсе булмаған.

Аустерлиц янындағы һуғышты популяр тарихи әҙәбиәттә йыш ғына дошманды тулыһынса тар-мар итеүгә килтергән һуғыш миҫалы, тип аңлатырға яраталар. Ысынында иһә, был Наполеон тарафынан атҡарылған атаҡлы һуғыш, әммә уның кире һөҙөмтәһен, нишләптер күрмәйҙәр. Союз армияһы бар пункттар буйынса еңелһә лә, төп рус ғәскәре (50 меңгә яҡын кеше) ҡыҫым һәм көслө атыш аҫтында, үҙҙәре менән яртыһынан күберәк артиллерияны һаҡлап ҡалып, ойошҡанлыҡ менән сигенгән, һәм бына тап ошо яугирҙар Прейсиш-Эйлау янындағы һуғышта ғәскәрҙең нигеҙе булып торған да инде. Француздар еңгән, әммә сигенергә мәжбүр булған күп һанлы һәм аяуһыҙ дошманын эҙәрлекләү тәңгәлендә уңыш ҡаҙана алырлыҡ отошло хәлдә булмаған.

Союз ғәскәрҙәренең һул ҡанаты иң ауыр еңелеүгә дусар ителгән, шулай ҙа, Сачанск быуаһын аша сыҡҡандан һуң, был һыуҙың иң тәрән ере күкрәк тәңгәленән булып, йышыраҡ тубыҡҡа йә билгә тиклем булғанлыҡтан, фрацуздарҙың уларға тәьҫир көсө тамамланған, сөнки француздар дошманын ҡаршы ярға саҡлы баҫтырып бармаған. Шулай итеп, Аустерлиц һуғышында, Канны, 1799 йылдағы Треббия, Ватерлоо янындағы яуҙар менән сағыштырғанда, — дошмандың төп көстәрен юҡ итеүгә өлгәшелмәгән. Бәхәсһеҙ, Аустерлиц янындағы һуғыш хәрби сәнғәттең күренекле миҫалы булып тора. Тулы еңеү өлгәшеүгә хатаһыҙ, уңышлы, һайланған бер моментта ябай манёвр яһау ғына түгел, әлбиттә, союз армияһы командованиеһының йүнһеҙлеге лә сәбәпсе булған.

Алыш тураһында иҫтәлек үҙгәртергә

Һуғыш булған урында һалдат статуялары торған Тыныслыҡ Мавзолейы күренешендәге мемориал һәм көмбәҙле ғибәҙәтхана (часовня) ҡуйылған. Шул һуғышта ҡатнашҡан бөтөн илдәрҙең, шулай уҡ Рәсәйҙең дә, хәрби формалары өлгөләре күрһәтелгән музей булған. XX быуаттың 60-70-се йылдарында күп тапҡырҙар Франциянан тарихи кейем кейгән «наполеонсы» килеп йөрөгән, арендаға меңге ат алған һәм католик дин әһеле (священник) ярҙамында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә месса ҡыла торған булған.[4] Хәҙерге көндәрҙә йыл һайын һуғыштың хәрби-тарихи реконструкцияһы ойошторола.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Adrian Gilbert. The Encyclopedia of Warfare: From Earliest Time to the Present Day. — Taylor & Francis, 2000. — ISBN 978-1-57958-216-6.
  2. См. Кастело, Наполеон, т 2. Легенду о погибшем в прудах левом крыле русской армии поддержал и Тарле.
  3. Н. К. Шильдер «Император Александр I, его жизнь и царствование», том 2, стр. 138. С.-Петербург, Типографія А. С. Суворина, 1904 г.
  4. Экскурсия в Аустерлиц, отзывы о музее | "ПАРИЖ и РУССКАЯ ФРАНЦИЯ" Franco-Russe гид-путеводитель: история, музеи, экскурсии. www.33gid.ru. Дата обращения: 26 апрель 2016. 2016 йыл 4 июнь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Большой Энциклопедический Словарь. М., 1994. С.87,1223.
  2. Куракин А. Б. Записка, поданная князем А. Б. Куракиным императору Александру Павловичу после Аустерлицкого сражения / Сообщ. Н. С. Оболенским // Русский архив, 1869. — Вып. 7. — Стб. 1125—1138. 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
  3. Манфред А. З. Наполеон Бонапарт. М.: Мысль, 1989. С.430,433-434
  4. Тарле Е. В. «Наполеон», 1994 г. С.162-163.
  5. Толстой Л. Н. «Война и мир» (1 и 2 тома книги.)
  6. Троицкий Н. А. Фельдмаршал Кутузов: мифы и факты. М.: Центрополиграф, 2003. С.109-115.
  7. Харботл Т. Битвы мировой истории. М., 1993. С.47.
  8. Чандлер Д. Военные кампании Наполеона. М., 1997. С.265-272.

Һылтанмалар үҙгәртергә