Атабәк, йәки "атабей" (атабей, атабег, atabay, atabek" — ҡарағыҙ: атабәк) - ике төрки һүҙе «ата» һәм «бей», йәки «бәк» — юлбашсы; һүҙмә-һүҙ: "рус. «отец-правитель»"[1][2][3]; регент мәғәнәһендә, ҙур булмаған дәүләт хакимдары, XI XII быуаттарҙа Сәлжүк монархияһындағы юғары титул.

Атабәк
Atabeg
Яҙыу Латин алфавиты
Soundex A312
Кёльнская фонетика 0214
Caverphone ATPK11

Сәлжүк солтанының тәрбиәселәре атабәк тип аталған, тәрбиәләнеүселәре батша булып ултырғандан һуң регенты булып киткәндәр. Шул уҡ ваҡытта, атабәккә мираҫҡа биләмә бирелгән, шуның һөҙөмтәһендә ваҡыт үтеү менән атабәк бойондороҡһоҙ кенәздәргә әйләнгән [4].


Бөйөк Атабәк (Atabegan-e Azam) титулы XII быуат уртаһынан Илдегиҙиҙәр династияһында нығынған. Династия Әзербайжанда ҡыпсаҡ, шуғаса дин ғалимы булған Шәмсетдин Ильдегиҙҙән башланған. Бөйөк Атабәктәр Иран Әзербайжанының ҙур өлөшөнә идара иткән [5][6].Сәлжүк монархияһы ҡаҡшай башлағас, уның биләмәләрендә үҙ аллы дәүләттәр барлыҡҡа килгән, шулар араһында Бөйөк Атабәктәр титулы йөрөткән Илдегиҙиҙәр дәүләте барлыҡҡа килгән.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Atabeg (инг.) // Wikipedia, the free encyclopedia. — 2016-03-01.
  2. Azet.sk, д.s. Preklad „atabeg [also atabek] [of аласыз nobility origin hereditary Turkic of]“ slovenčiny do - Slovnik.sk. slovnik.azet.sk. Дата обращения: 13 июнь 2016.
  3. dict.cc | atabeg %atabek 5Balso%5D %of Turkic 5Bhereditary аласыз origin of nobility%5D | Wörterbuch Englisch-Deutsch. изобретатель www..dict.cc. Дата обращения: 13 июнь 2016.
  4. [ Атабек] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Bosworth, Clifford Edmund (1996). The New Islamic Dynasties: A Chronological and Genealogical Manual. Columbia University Press. pp. 199—200

  6. [ Атабек] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)