Архипов Геннадий Иванович

Геннадий Иванович Архипов (12 декабрь 1945 йыл — 14 март 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы. А. А. Марков исемендәге премия лауреаты (1992).

Архипов Геннадий Иванович
рус. Геннадий Иванович Архипов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 декабрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған көнө 14 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө һандар теорияһы
Эш урыны РФА-ның математика институты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
РФА-ның математика институты[d][1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1984)
Ғилми етәксе Анатолий Алексеевич Карацуба[d]
Аспиранттар Иван Фёдорович Авдеев[d][1], Павел Владимирович Снурницын[d][1], Анна Александровна Копанева[d][1], Екатерина Анатольевна Бурлакова[d][1] һәм Ольга Васильевна Тюрина[d][1]
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы үҙгәртергә

1945 йылдың 12 декабрендә Липецк өлкәһенең Елец ҡалаһында тыуған. 1953 йылдан 1963 йылға тиклем Г. И. Архипов Орел ҡалаһының 24-се урта мәктәбендә иҫ киткес яҡшы уҡый, математика һәм физика буйынса өлкә олимпиадаларында еңеү яулай, Бөтә Рәсәй математика олимпиадаларында Орел өлкәһе исеменән сығыш яһай. 1964 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика профиленең 18-се махсуслаштырылған интернат-мәктәбен тамамлай. 6-сы Халыҡ-ара математика олимпиадаһы ҡатнашыусыһы, унда 42 мәрәйҙән 39 мәрәй йыя, алтын миҙал яулай[2] һәм Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға алына.

Мәскәү дәүләт университетын 1969 йылда тамамлай. 1972 йылда Стеклов математика институтының аспирантураһын тамамлай, унда 1975 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә «Кратные тригонометрические суммы и приложения» темаһы буйынса диссертация яҡлай.[3] ә 1984 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, уның темаһы: «Исследования по проблемы Гильберта-Камке»[4][5]. Профессор.

Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының математик анализ кафедраһында, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Стеклов математика институтының һандар теорияһы бүлегендә эшләй. Хеҙмәттәре һандар теорияһы һәм математик анализ өлкәһендә. Геннадий Иванович Архипов Варинг-Гольдбах, Гильберт—Камке проблемалары, Ингамдың бүлеүселәр проблемаһы буйынса, Римандың дзета функцияһы теорияһы буйынса тикшеренеүҙәргә ҙур фәнни өлөш индерә. Тәүге фундаменталь һөҙөмтәләр алынған тапҡырлы тригонометрик суммалар теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Шулай уҡ «Математик анализ буйынса лекциялар» дәреслегенең авторҙашы (1999)[6], 2013 йылға тиклем биш тапҡыр баҫылып сыға, 2000 йылда Рәсәй китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломына лайыҡ була һәм ҡытай теленә тәржемә ителә[5].

Геннадий Иванович оригиналь монографияларҙың авторҙашы булып тора. «Кратные тригонометрические суммы»(1980), «Теория кратных тригонометрических сумм»(1987), «Тригонометрические суммы в теории чисел и анализе»(2004), улар Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә аналитик һандар теорияһы буйынса белгестәр өсөн эш өҫтәле ҡулланмаһы булып китәләр.

Студент йылдарында һәм аспирантурала саҡта Г. И. Архипов 179-сы мәктәптең математика класында эшләй. Уҡыусыларҙың Мәскәү математика олимпиадаларының ойоштороу комитеттары ағзаһы, әҙерлек мәсьәләләре йыйынтығы төҙөүсе була.

2013 йылдың 14 мартында вафат була. Мәскәүҙә Митин зыяратында ерләнгән. Математиктың ҡәбер ташының артҡы яғында Риман дзета функцияһының формулаһы һүрәтләнгән.

Бүләктәре үҙгәртергә

А. А. Марков исемендәге премия (1992) — «Гильберт-Камке проблемаһы» эштәр циклы өсөн.

 
Г. И. Архиповтың Мәскәүҙә. Митино зыяратында ҡәбере

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  2. Результаты сборной СССР на 6-ой ММО
  3. Архипов, Г. И. Кратные тригонометрические суммы и приложения. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата физико-математических наук. 01.01.03. Академия наук СССР. Математический институт им. В. А. Стеклова. — М., 1975. — 8 с.
  4. Архипов, Г. И. Исследования по проблеме Гильберта-Камке. Диссертация на соискание ученой степени доктора физико-математических наук. Академия наук СССР. Ордена Ленина Математический институт им. В. А. Стеклова. — М., 1984. — 125 с.
  5. 5,0 5,1 Геннадий Иванович Архипов // Чебышевский сборник. — 2013. — В. 2. — Т. 14. — С. 5—7.
  6. Архипов, Садовничий, Чубариков, 1999

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Архипов Г.И., Садовничий В.А., Чубариков В.Н. Лекции по математическому анализу / Под ред. В. А. Садовничего. — М.: Высшая школа, 1999. — ISBN 5-06-003596-4.
  • Архипов Г.И., Карацуба А.А., Чубариков В.Н. Кратные тригонометрические суммы. — М.: Наука, 1980. — 128 с. — (Труды Математического института им. В. А. Стеклова/АН СССР; 151). — 1900 экз.
  • Архипов Г.И., Карацуба А.А., Чубариков В.Н. Теория кратных тригонометрических сумм. — М.: Наука, 1987. — 368 с. — 2680 экз.
 
Г.И Архиповтың ҡәберең артҡы яғы, унда Римандың дзета-функцияһы һүрәтләнгән

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Архипов Геннадий Иванович РФА рәсми сайтында
  • Архипов Геннадий Иванович (Летопись Московского университета) (неопр.). letopis.msu.ru. Дата обращения: 28 марта 2016.
  • Официальный сайт механико-математического факультета МГУ имени М. В. Ломоносова (неопр.). new.math.msu.su. Дата обращения: 28 марта 2016.
  • Персоналии: Архипов Геннадий Иванович (неопр.). mathnet.ru. Дата обращения: 28 марта 2016.