Археогенетика

молекуляр генетиканың кешелек тарихын өйрәнеүҙә популяцион генетика ысулдары ҡулланылған тикшеренеүҙәр өлкәһе

Археогенетика (архео- + генетика һүҙҙәренән) — молекуляр генетиканың кешелек тарихын өйрәнеүҙә популяцион генетика ысулдары ҡулланылған тикшеренеүҙәр өлкәһе. «Археогенетика» терминының авторы британ археологы Колин Ренфрю.

Археогенетика

1963 йылда Эмиль Цукеркандль һәм химик Лайнус Полинг «палеогенетика» терминын тәҡдим итә, ә биолог Сванте Паабо яңы дисциплинаның «ҡыяматлыҡ атаһы» була.

Атап әйткәндә, археогенетика ысулдарына түбәндәгеләр ҡарай:

  • археологик ҡаҙылмаларҙа табылған кеше һөлдәһенән алынған ДНК анализы (боронғо ДНК, ингл. aDNAaDNA);
  • кешенең үткәнен һәм генетик мираҫын, кешенең биосфера менән ҡатнашыуын өйрәнеү маҡсатында хәҙерге заман популяцияларының (кеше, йорт хайуардары һәм малдар) ДНК-һына анализ яһау ;
  • молекуляр генетиканың статистик ысулдарын археологик мәғлүмәттәргә ҡарата ҡулланыу.

Археогенетиканан алда ҡан төркөмдәрен тикшереү һәм классик һәм генетик маркерҙар, тел һәм этник төркөмдәр араһындағы бәйләнештәр тураһындағы элекке эштәр була. Был йүнәлештәге тәүге тикшеренеүселәр араһында Людвик Хиршфельд һәм Ханка Хиршфельд, Уильям Бойд[en] һәм Артур Муран була. 1960-сы йылданҙан Луиджи Лука Кавалли-Сфорца Европаның тарихҡаса дәүерҙә йәшәгән халҡын тикшереү өсөн классик генетик маркерҙарҙы файҙалана, 1994 йылда уның тикшеренеүе һөҙөмтәһендә «Тарих һәм кеше гендары географияһы» тип аталған хеҙмәте баҫыла.

Аҙағыраҡ генетиктар төп культуралы үҫемлектәрҙең (бойҙай, дөгө, кукуруз) һәм йорт хайуандарының (һыйыр, кәзә, сусҡа, йылҡы малы) бөтәһенең дә генетик тарихына анализ яһай. Нигеҙҙә, митохондриаль ДНК мәғлүмәттәре буйынса уларҙы йорт шарттарында үҫтереү һәм хайуандарҙы ҡулға эйәләштереү хронологияһы һәм биогеографияһы һәм артабан үрсетеү моделдәре тәҡдим ителә.

Антонио Аморим тик антропогенездың генетик мәғлүмәттәренә ҡарата «археогенетика» терминын ҡуллана. Лайнус Полинг һәм Эмиль Цукеркандль, генетика ысулдарын ҡулланып, юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙе тергеҙеү буйынса амбициоз концепция тәҡдим итә.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Генетическая генеалогия
  • Мумии, прошедшие ДНК-тестирование
  • Палеоантропология

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Cann, R.L., Stoneking, M., and Wilson, A.C., 1987, Mitochondrial DNA and human evolution, Nature 325; pp 31-36
  • Cavalli-Sforza, L. L., Menozzi, P., and Piazza, A., 1994, The History and Geography of Human Genes. Princeton: Princeton University Press.
  • Renfrew, A.C., and Boyle, K.V., (Eds), 2000, Archaeogenetics: DNA and the population prehistory of Europe. Cambridge: McDonald Institute for Archaeological Research.
  • Indian Genome Variation Consortium (2008). «Genetic landscape of the people of India: a canvas for disease gene exploration». Journal of Genetics 87 (1): 3–20.
[1]
  • Amorim A (1999) Archaeogenetics. Journal of Iberian Archaeology 1: 15-25
  • Pauling L, Zuckerkandl E (1963) Chemical paleogenetics: molecular restoration studies of extinct forms of life. Acta Chem. Scand 17: 89

Һылтанмалар үҙгәртергә