Арипов Абдулла Ниғмәт улы

Арипов Абдулла Ниғмәт улы (үзб. Abdulla Nigʻmatovich Oripov; 24 май 1961 йыл) — Үзбәкстандың дәүләт эшмәкәре. 2016 йылдың 14 декабренән Үзбәкстан Республикаһының дүртенсе премьер-министры[2].

Арипов Абдулла Ниғмәт улы
үзб. Abdulla Nigmatovich Aripov
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Үҙбәкстан
Тыуған көнө 24 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Үзбәкстан премьер-министры[d][1], Заместитель премьер-министра Республики Узбекистан[d] һәм Заместитель премьер-министра Республики Узбекистан[d]
Уҡыу йорто Ташкент мәғлүмәти технологиялар университеты[d]
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Ташкәнт
Сәйәси фирҡә ағзаһы Үзбәкстан Либераль-демократик партияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Дустлик» орден «Мехнат шухрати» орден Исмоили Сомони орден «Достык» II степени Орден «Фидокорона хизматлари учун»
Рәсми сайт gov.uz/ru
 Арипов Абдулла Ниғмәт улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Абдулла Ниғмәт улы Арипов 1961 йылдың 24 майында Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған. 1983 йылда Ташкент электр-техник институтын тамамлаған. Квалификацияһы — электр элемтәһе инженеры.

1983 йылдан 1992 йылға тиклем Ташкент телефон-телеграф станцияһында 1-се категориялы электрон инженер булып эшләй. Һуңынан 1993 йылдан алып яңы барлыҡҡа килгән Үзбәкстан Республикаһы Элемтә министрлығында баш белгес вазифаһында эшләй. 1993 йылдан 1995 йылға тиклем «Узимпэксалока» тышҡы сауҙа фирмаһы директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Бер аҙ ваҡыт Үзбәкстан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының төҙөлөш һәм тәьмин итеү бүлеге начальнигы вазифаһында эшләгән.

1995 йылдан 1996 йылға тиклем «ТашАфиналАЛ» берлектәге предприятиеһының генераль директоры булып эшләй. Артабан Үзбәкстан Республикаһы Элемтә министрлығының хосусилаштырыу һәм конкуренцияны үҫтереү бүлеге етәксеһе вазифаһында бер аҙ ваҡыт эшләй. 1997 йылда Үзбәкстан почта һәм телекоммуникациялар агентлығының баҙар үҙгәрештәре һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары бүлеге етәксеһе вазифаһында эшләй. 1997 йылдан 2000 йылға тиклем Почта һәм телекоммуникацияларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы фонды директоры вазифаһында эшләгән. 2000 йылдан 2001 йылға тиклем Үзбәк почта һәм телекоммуникациялар агентлығының генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләй.

 
Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов һәм Дмитрий Медведев, 2019 йыл

2001 йылдың 15 авгусынан Үзбәкстан почта һәм телекоммуникациялар агентлығының генераль директоры вазифаһында эшләй. 2002 йылдың 30 майында Үзбәкстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — Элемтә һәм мәғлүмәт технологиялары мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе — Үзбәкстан элемтә һәм мәғлүмәтләштереү агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдың 4 февраленән — премьер-министр урынбаҫары — Үзбәкстан Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры, Мәғлүмәт системалары һәм телекоммуникациялар мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе.

2009 йылдың октябренән — шулай уҡ социаль өлкә, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм БДБ буйынса партнёрҙар менән бәйләнеш өсөн яуап бирә. 2012 йылдың 22 авгусынан ул опалға эләгә. Премьер-министр урынбаҫары вазифаһынан алына (ул саҡта киң мәғлүмәт саралары уны Рәсәй МТС компанияһының «филиалы» — МТС-Үзбәкстан кәрәҙле операторы тирәләй ойошторолған конфликт менән эштән бушатыуҙы бәйләгәндәр)[3].

2012 йылдың авгусынан 2016 йылдың сентябренә тиклем Ташкент ҡалаһының элемтә колледжында өлкән уҡытыусы булып эшләй. 2016 йылдың 14 сентябренән Үзбәкстан президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уны Үзбәкстан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары — Йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, мәғлүмәт системалары һәм телекоммуникациялар мәсьәләләре буйынса комплекс етәксеһе итеп тәғәйенләй[4].

Хөкүмәт етәкселегендә үҙгәртергә

2016 йылдың 12 декабрендә идара итеүсе Үзбәкстан Либераль-демократик партияһы съезында (үзб. O‘zLiDeP) Ариповтың кандидатураһы премьер-министр вазифаһына тәҡдим ителә[5], уның кандидатураһы 14 декабрҙә Закондар сығарыу палатаһы һәм Олий Маждис Сенатының берлектәге ултырышы барышында ҡарала һәм раҫлана[6].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, биш ҡыҙы бар.

Дәрәжәләре үҙгәртергә

Арипов — иҡтисади фәндәр кандидаты, доцент дәрәжәһенә эйә.

Наградалары үҙгәртергә

  • «Фидокорона хизматлари учун» («Фиҙәкәр хеҙмәттәре өсөн») ордены (2021 йыл)[7]
  • «Мехнат шухрати» («Хеҙмәт даны») ордены (2006 йылдың 28 авгусы) — сәнәғәт, ауыл һәм һыу хужалығын, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм республика хеҙмәттәре өлкәһен донъя стандарттары кимәлендә үҫтереү, алдынғы технологиялар, фән һәм техника ҡаҙаныштарын производствоға индереү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, илдә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто нығытыуға индергән күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн[8].
  • «Дустлик» («Дуҫлыҡ») ордены.
  • II дәрәжә «Достык» ордены (Ҡаҙағстан, 2021 йылдың 4 майы)[9]
  • II дәрәжә Исмоил Сомони ордены (Тажикстан, 2018 йыл) — дуҫлыҡ һәм күршелек, шулай уҡ мәҙәни-гуманитар, социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник бәйләнештәрҙе нығытыу, киңәйтеү һәм үҫтереү эшенә тос өлөш индергәне өсөн[10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә