Аракс[1][2] (төр. Aras, курд. Erez, әрм. Արաքս (Aɹakʰs), әзерб. Araz, фарс. ارس, Эрес[3]) — Кавказ артындағы йылға, үре Төркиә ерендәге Әрмән ҡалҡыулығы сиктәрендә, тамағы Әзербайжандың Ҡура-Аракс уйһыулығында; урта ағымдары дауамында Әрмәнстан, танылмаған Таулы-Карабах Республикаһы[4], Әзербайжан, Төркиә һәм Иран буйлап аға. Гөлистан (1813) һәм Төркмәнсай (1828) килешеүҙәренә ярашлы, Аракс йылғаһы Рәсәй империяһы һәм Иран (Персия) араһындағы сикте билдәләй.

Аракс
төр. Aras, курд. Erez, әрм. Արաքս, әзерб. Araz, фарсы ارس
Аракс йылғаһы юлы
Аракс йылғаһы юлы
Характеристика
Оҙонлоғо 1072 км
Бассейн 102 000 км²
Һыу сығымы 285 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Бингёль һырты
 · Бейеклеге ≈3000 м
 · Координаталар 39°20′17″ с. ш. 41°19′42″ в. д.HGЯO
Тамағы Ҡура
 · Урынлашыуы Сабирабад эргәһендә
 · Бейеклеге -15 м
 · Координаталар 40°01′06″ с. ш. 48°27′13″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡура → Каспий диңгеҙе

Илдәр Төркиә Төркиә, Әрмәнстан Әрмәнстан, Әзербайжан Әзербайжан, Иран Иран
Аракс (Кавказ)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Аракс Викимилектә

Атамаһы үҙгәртергә

Йылғаны Аракс тип беренсе тапҡыр боронғо грек географы Гекатей Милетский б. э. т. VI быуатта телгә ала. Унан һуңғы сығанаҡтарҙа атаманың Аракс, Арос, Арас һәм Араз варианттары осрай. Урыҫса ғәҙәти Аракс исеме боронғо грек теленән килеп сыҡҡан[5]. Боронғо әрмән телендә йылға исеме Ерасх булһа[6], заманса яңы әрмән телендә Аракс тип яңғырай. Әзербайжанса йылға исеме — Араз, төрөксә — Арас, фарсы телендә — Эрес. Йылға атамаһы этимологияһы икеле.

Боронғо әрмән ғәҙәттәре Ерасх атамаһын билдәле Арамаис батшаның улы Ераст менән бәйләй[7], тикшеренеүселәр уны биләмәләре Аракс йылғаһы буйында булған замандашы Аргишти I менән сағыштыра[8].

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр йылға исемен боронғо иран теленең *a-raxša, йәғни  "ҡараңғы, болғансыҡ"[9] һүҙенән килеп сыҡҡан, тип фаразлай.

Шулай уҡ төрөк теленең араз һүҙе «ҡушылдыҡ», «ҡушылдыҡ һыуы» тигәнде аңлата[5].

Географик мәғлүмәт үҙгәртергә

Аракс — Ҡура йылғаһының иң ҙур уң ҡушылдығы.

Йылға оҙонлоғо 1072 км, бассейн майҙаны — 102 мең км². Уртаса һыу сығымы - 285 м³/с. Суднолар йөрөмәй, башлыса һуғарыу маҡсаттарында ҡулланыла. Бында «Аракс» әзербайжан-иран гидротехник комплексы урынлашҡан.

Аракс бассейнына Әрмәнстан территорияһының 76 проценты инә.

Аракс ҡушылдыҡтары: Һарыһыу, Ҡараһыу (Төркиә территорияһында), Әкәри[10][11], Арпасай, Севджур, Раздан, Арпа, Азат, Веди һ. б. (Әрмәнстан), Наһисәүәнсай һ. б. (Наһисәүән автономиялы республикаһы), Әкира (Әзербайжан).

Аракс буйындағы ҡалалар — Джульфа, Ордубад (Наһисәүән автономиялы республикаһы), Агарак, Мегри (Әрмәнстан), Саатлы (Әзербайжан), Сиах-Руд (Иран).

 
Аракс әзербайжан-иран сигендә

Бингёль һыртындағы инешенән алып Арпасайға ҡойған еренә тиклем тарлауыҡ буйлап аҡҡан таулы йылға. Башта төньяҡҡа табан, унан һуң, Мурц йылғаһы менән ҡушылып, көнсығышҡа борола, Кар яҫы таулығы аша аға. Артабан Арарат тигеҙлегенә сыға, ярҙары түбәнәйә, йылға бүленеп китә. Сабирабад ҡалаһының сиктәре эргәһендә Ҡура йылғаһына ҡоя.

Йылғала 1970 йылда совет-иран Аракс гидроүҙәге сафҡа индерелгән, 2012 йылдан иран-әрмән Мегрин ГЭС-ы төҙөлә.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт үҙгәртергә

  • Йылға System Of A Down әрмән-америка рок төркөмөнөң «Holy Mountains» йырында телгә алына.
  • Батырхан Шүкеновтың «Аракс йылғаһы» исемле ҡаҙаҡ-урыҫ телендә башҡарған йыры бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 23.
  2. Словарь географических названий СССР / ГУГК, ЦНИИГАиК. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 16.
  3. Инструкция по русской передаче географических названий Ирана. — М.: Наука, 1979. — С. 45.
  4. Д. В. Заяц Нагорно-Карабахская Республика // Газета "География". — 2004. — № 43.
  5. 5,0 5,1 Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е. М. 2002. — стр. 41 — ISBN 5-17-001389-2
  6. Под этим названием река фигурирует к примеру в Армянской географии VII века Анании Ширакаци
  7. Мовсес Хоренаци, «История Армении», кн.
  8. Р.
  9. Schmitt R. Medisches und Persisches Sprachgut bei Herodot // ZDMG. 1967. 117.
  10. Армения. Общегеографическая карта (масштаб 1:500 000). Роскартография, 2005 год.
  11. Карта бите J-38-XI.

Һылтанмалар үҙгәртергә