Антомонов Юрий Гурьевич

Ҡалып:ФИО

Антомонов Юрий Гурьевич
Файл:Антомонов Юрий Гурьевич.jpg
Тыуған көнө

14 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Ростов-на-Дону, СССР

Вафат көнө

3 май 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Киев, Украина

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРУкраина Украина

Ғилми даирәһе

кибернетика, биология

Альма-матер

Новочеркасский политехнический институт, Военный университет Министерства обороны Российской Федерации

Награда һәм премиялары
Медали

Антомонов Юрий Гурьевич (укр. Юрій Гурійович Антомонов; 19291999) — совет һәм украин ғалимы, техник фәндәр кандидаты, биология фәндәре докторы, профессор, Украина информатика академияһы академигы[1].

Биология системаһын математик моделләү өлкәһе белгесе. СССР-ҙа биология һәм медицина кибернетикаһын һәм информатикаһын үҫтереүҙең башында тороусы ғалим. Биокибернетика ғилми йүнәлешен нигеҙләүсе (Глушков В. һәм . Н. Амосов менән берлектә). 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 40-лап монография яҙған, уларҙың бер өлөшө сит илдәрҙә тәржемә ителеп баҫылған, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы[2].

Биографияһы үҙгәртергә

1929 йылдың 14 мартында Дондағы Ростовта тыуған.

1950 йылда Новочеркасск политехник институтын тамамлай (хәҙерге Көньяҡ-Рәсәй дәүләт политехник университеты). Мәскәү Хәрби сит телдәр институтында белем алыуын дауам итә (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби университеты), уны 1952 йылда тамамлай. 1960 йылға тиклем Хәрби-диңгеҙ флотының Ленинград, Ораниенбаум, Калининград, Северодвинск, Петродворецтағы частарында хеҙмәт итә, унда фәнни эшмәкәрлек һәм уҡытыу эше менән шөғөлләнә; күп рационализаторлыҡ тәҡдимдәр авторы була, бер нисә авторлыҡ таныҡлығы ала. Хәрби званиеһы- 3-сө ранг инженер-капитаны.

1962 йылда Киевта Кибернетика институты нигеҙләнгәс тә (хәҙерге М. В. Глушков исемендәге Кибернетика институты), ул институттың өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп ҡабул ителә. Был ғилми учреждениела 1997 йылға тилем эшләй, медицина һәм биологияла математик алымдар лабораторияһы мөдире була. Биология фәндәре докторы, техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә эйә була; 1978 йылда профессор исемен ала. Юрий 1997—1999 йылдарҙа Халыҡ-ара ғилми-уҡытыу үҙәгенең алдынғы ғалимы була[3]. Халыҡ-ара фәнни семинарҙар ойоштороусы ла була. Билдәле тәрбиәләнеүселәре — Алина Борисовна Котова[4], Фёдор Григорьевич Ващук[uk], Евгений Александрович[5] Файдыш, Светлана Ивановна Кифоренко[6], Людмила Михайловна Козак[uk] һәм башҡалар.

Юрий Антомонов медицина кибернетикаһы һәм информатикаһы буйынса ғилми мәктәп ойоштора, күп йылдар буйынса кандидат һәм фән докторы ғилми дәрәжәһен биреүсе махсуслаштырылған советтың рәйесе була УССР Фәндәр акаднемияһының Кибернетика мәсьәләләре ғилми советының «Нейрон һәм нейрон селтәрҙәре» секцияһы ағзаһы, СССР Медицина фндре академияһының «Хисаплау техникаһын медицинала ҡулланыу» секцияһы ағзаһы, ғилми консультант Милли программа «Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөү һәм зыян күреүселәрҙе социаль яҡлау» Милли программаһының ғилми консультанты, Республика «Күҙ микрохирургияһы» үҙәгенең консултанты була, Бөтә донъя кибернетика һәм системаһы буйынса сойошмаһының секретариатына ағза итеп индерелә (WOSC)[1]. Шулай уҡ күп Ватан һәм сит ил фәнни журналдарының мөхәрририәт ағзаһы, «Биология һәм медицина кибернетикаһы» республика семинарынының ғилми етәксеһе була. Юрий Гурьевич «Һинд йогаһы менән булышыусылар — кемдәр улар?» документаль фильмының консультанты.

1999 йылдың 3 майында Киевта вафат була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ростов дәүләт педагогия университетын тамамлаусы Антомонова Наталья Константиновнаға (1930—2012) өйләнә. Ул ғаиләлә балалары: Михаил[uk] (тыуған 1948) — биология фәндәре докторы, профессор; Алексей Юрьевич (тыуған 1955) — филология фәндәре кандидаты.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә