Антипов-Каратаев Иван Николаевич

тупраҡ белгесе

Антипов-Каратаев Иван Николаевич (13 сентябрь 1888 йыл3 июль 1965 йыл) — тупраҡ белгесе, профессор. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Антипов-Каратаев Иван Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[1]
 СССР[1]
Тыуған көнө 1 (13) сентябрь 1888
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 3 июль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2]
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө агроном
Эшмәкәрлек төрө тупраҡ тураһында фән[d]
Эш урыны В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Николаевич Антипов-Каратаев Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Тәнәй ауылында тыуған. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1927 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.

1926 йылдан алып, ҡырҡ йыл буйы, В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында (Мәскәү) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1931 йылда институтта тупраҡтың физика-химия лабораторияһын ойоштора.

1936—1951 йылдарҙа — Вахш тупраҡ-мелиорация станцияһының, ә 1951 йылдан — Тажик ССР-ы Фәндәр академияһының тупраҡты өйрәнеү институты ғилми етәксеһе.

20 йылдан ашыу Мәскәү дәүләт университетының профессоры. Халыҡ-ара тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы (1957 йылдан). Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1946).

Иван Николаевич Антипов-Каратаев 1965 йылдың 3 июлендә Баҡы ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)
  • миҙалдар
  • Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • В. В. Докучаев исемендәге премия (1964)
  • Г. М. Димитров исемендәге премия (Болгария)
  • «Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены (Болгария, 1961) — «Болгария тупраҡтары» эше өсөн (1960)

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Тупраҡ коллоидтары һәм уларҙы өйрәнеү методтары, Л., 1930 (А. И. Рабинерсон менән берлектә)
  • Ҡырым дәүләт ҡурсаулығы һәм эргәһендәге ерҙең тупрағы, «В. В. Докучаев исемендәге тупраҡ институты хеҙмәттәре», т. 7, 1932 (Л. И. Прасолов менән бергә)
  • СССР-ҙа тоҙло тупраҡтар мелиорацияһы, М., 1953 (В. Н. Филиппова һ. б. менән бергә)
  • Тупраҡтың физик-химик үҙенсәлектәрен заманса тикшереү ысулдары, вып. 1-3, М.—Л., 1945—1948 (мөхәррир һәм авторҙаш).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Иван Николаевич Антипов-Каратаев // Почвоведение. — 1965. — № 9.
  • Симулин А. М. Антипов-Каратаев // Чувашская энциклопедия. Т. 1: А—Е. — Чебоксары, 2006. — С. 112.
  • Антипова-Каратаева И. Н., Мотузова Г. В. Иван Николаевич Антипов-Каратаев. — М.: Наука, 2008. — 178 с. ISBN 978-5-02-036123-2

Һылтанмалар үҙгәртергә