Антипин Юрий Викторович

Антипин Юрий Викторович (30 июнь 1939 йыл6 июль 2014 йыл) — ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995)). СССР‑ҙың юғары мәктәп (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998).

Юрий Викторович Антипин
Тыуған көнө

30 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Вафат көнө

6 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Эшләгән урыны

УГНТУ

Альма-матер

УГНТУ

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Викторович Антипин 1939 йылдың 30 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1962 йылда Өфө нефть институтының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» бүлеген тамамлай.

«Ишембайнефть» фәнни-производство идаралығы мастеры булып эш башлай (1962—1963), инженер, артабан ӨНИ-ӨДНТУ-ла: ассистент, доцент була. 1995 йылдан — профессор.

Ғилми-тикшеренеү эше нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм нефть сығарыу менән бәйле бер нисә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған. Эшенең төп йүнәлеше нефть скважиналарын эксплуатациялауҙың ҡатмарлы шарттарында нефть сығарыу процестарын өйрәнеү, нефть сығарыу ҡорамалдарында органик булмаған тоҙ ултырмалары барлыҡҡа килеүҙе тикшеренеү менән бәйле була. 12 патент һәм авторлыҡ танытмалары авторы, тоҙ ултырмалары зоналарын табыу һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен күҙаллау ысулдарын уйлап таба . 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Диссертация тикшеренеү темалары: « Баҫым градиенты бәләкәй саҡта фильтрация үҙенсәлектәрен өйрәнеү» (1970), «Нефть сығарғанда тоҙ ҡатламдары барлыҡҡа килеү сәбәптәре, шарттары, уны күҙаллау һәм улар менән көрәш ысулдарын эшләү» (1993).

Ғалим 2014 йылдың 6 июлендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының Почётлы нефтсеһе (1998)
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе»
  • «Юғары мәктәп отличнигы»
  • СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт грамотаһы
  • ӨДНТУ Почёт грамотаһы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С. 27

Библиография үҙгәртергә

  • Антипин Юрий Викторович. «Нефть сығарғанда тоҙ ҡатламдары барлыҡҡа килеү сәбәптәре, шарттары, уны күҙаллау һәм улар менән көрәш ысулдарын эшләү»: техник фәндәр докторы диссертацияһы: 05.15.06. — Б. м., 1993. — 379 бит

Һылтанмалар үҙгәртергә