Антананариву[9][10] (малага. Antananarivo, Тананарив, франц. Tananarive, Тана, Tana) — Мадагаскарҙың баш ҡалаһы һәм бер исемле административ провинцияның үҙәге. 2015 йылдың мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны — 2 610 000 кеше. Мадагаскар утрауының үҙәгендә,Бейек платола, 1240–1470 метр диңгеҙ бейеклеге кимәлендә урынлашҡан. Тимер һәм шоссе юлдары төйөнө. Үҙенең тимер юлы менән Антанариву көнсығыш яр буйҙары менән бәйле (Туамасин ҡалаһы), Алаутра күле районы(Амбатундразак ҡалаһы) менән һәм Анцираб ҡалаһы менән бәйле. Автомобиль юлдары баш ҡаланы бөтә провинциялар менән бәйләй. Антананаривула Ивату исемле халыҡ-ара аэропорты урынлаша.[11]

Антананариву
франц. Tananarive
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1625
Рәсем
Рәсми атамаһы Antananarivo
Этнохороним Tananarivien[1] һәм Tananarivienne[1]
Дәүләт  Мадагаскар[2]
Административ үҙәге Мадагаскар, Антананариву[d], Колония Мадагаскар[d] һәм Третья Республика Мадагаскар[d]
Административ-территориаль берәмек Антананариву-Ренивухитра[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ikopa River[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Antananarivo[d]
Халыҡ һаны 1 275 207 кеше (2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1276 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Ереван[4], Воркута[d][5], Сучжоу[d][6], Фонтене-о-Роз[d], Монреаль[7] һәм Вэньчжоу[d][8]
Телгә алынған хеҙмәттәр Civilization V[d]
Майҙан 88 000 000 квадрат метр
Рәсми сайт mairie-antananarivo.mg
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Antananarivo[d]
Карта
 Антананариву Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

 
Антананаривуҡалаһына һәм холма Аналаманга[en]күренеш.

Мерина теленән тәржемә итһәң, ҡала исеме «мең ауыл» йәки «мең яугир ҡалаһы» тигәнде аңлата.

XVII быуаттың беренсе яртыһында, Андриандзака убаһында, Имеран Аналаманга батшаһы(1612-1630 тирәһе) менән нигеҙ һалынған. 1794 йылдан алып — Имерандың баш ҡалаһы, һуңынан Мадагаскар батшалығы (Малагасийск батшалығы). 1896 йылда, француз колонизацияһынан һәм Ранавалуна III (1883-1897) батшабикәһен төшөргәндән һуң, Тананарив исеме аҫтында ҡала,һәм 1975 йылға тиклем һаҡлана, — Мадагаскар колонияһыныңя баш ҡалаһы. 1960 йылдың июненән алып — бойондороҡһоҙ Малагасия Республикаһының, 1975 йылдың декабренән — Демократик Мадагаскар республикаһының, 1992 йылдың сентябренән — Мадагаскар Республикаһының баш ҡалаһы.

[11].

Архитектура үҙгәртергә

Ҡалала оҙаҡ ваҡыт, Рува батша һарайын (1828 йылдарҙа төҙөлгән, 1880 - се йылдарҙа яңынан төҙөлгән)һанамағанда, таш йорттар булмай, сөнки уларҙы төҙөү 1825 йылда Ранавалуна I батшабикәһе указы менән тыйыла.

Ҡала, үҙ-ара туннелдәр һәм лестницалар системаһы менән бәйләнгән өс уба араһында урынлашҡан. Боронғо төҙөлөштәр, тарихи ҡомартҡылар һәм хәҙерге ваҡыт европа тибындағы биналарҙы берләштергән. Әҙ этажлы төҙөлөштәр өҫтөнлөк итә. Иң бейек урында Рува районы, боронғо батшалар резиденцияһы, илдең премьер - министрының һарайы урынлашҡан. Ҡала үҙәгендә, Ануси күле тирәһендә, хәҙерге ваҡыттағы административ төҙөлөштәр урынлашҡандар. Сәнәғәт кварталдары төньяҡта, көнсығышта һәм көнбайышта, ә торлаҡ кварталдыр убаларҙың битендә урынлашҡандар[11].

Белем. Фән һәм мәҙәниәт учреждениелары үҙгәртергә

Антананаривула баш вуздар, ғилми учреждениелар, китапханалар һәм Мадагаскар музейҙары: Малагасийҙың фәнни академияһы (1902 йылдан алып), Антананариву университеты (1961 йыл), Мадагаскарҙың милли китапханаһы (1961 йыл), Мадагаскарҙың милли архивы (1958 йылдан алып)[11], Рувала 1897 йылда асылған Тарихи музей, Антананаривуның сәнғәт һәм археология университеты урынлашҡан[11].

Антананаривула «Хира Гаси» халыҡ театрының бейеү-йыр тамашалары (малага. Hira Gasy, 1960 йыл), «Жаннет» (франц. troupe Jeannette, 1929 йыл) тамаша театр труппаһының һәм «Антананариву театры»ның (малага. Teatra Antananarivo)тамашалары үткәрелә[11][11].

Антананаривула обсерватория, ботаник һәм зоологик баҡса — "Цимбазаза"урынлашҡан[11].

Иҡтисад үҙгәртергә

Антананариву — илдең иҡтисади, финанс, сауҙа һәм административ үҙәге. Антананаривула аҙыҡ-түлек, күн, тегеү, ағас эшкәртеү һәм полиграфия сәнәғәте урынлаша, шулай уҡ автойыйыу заводы һәм төҙөлөш материалдарын етештереү булдырыла[11].

Антананаривула Малагайҙың милли "Зума" баҙары урынлашҡан.

Климат үҙгәртергә

Антананариву климаты бик тигеҙ һәм йомшаҡ, быны диңгеҙ кимәленән (яҡынса 1300)бейек урынлашыуы һәм утрауҙы уратҡан диңгеҙҙәрҙең йомшаҡ йоғонтоһо билдәләй. Климат субэкваториальға яҡын, әммә тепература режимы уны субтропик муссонлы климатҡа яҡын итә.. Дымлы миҙгел октябрҙән апрелгә тиклем дауам итә, ҡоро миҙгел май айынан сентябргә тиклем дауам итә. Ҡоро миҙгел өсөн һалҡын төндәр һәм йылы көндәр хас.

Климат Антананариву
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Тирәсте. Йыл
Абсолют максимум, °C 33,0 32,0 33,0 31,8 30,2 32,6 27,0 28,9 32,3 33,1 33,3 32,1 33,3 Һауа температураһы, °C 26,6 26,5 26,5 25,5 23,7 21,2 20,6 21,7 24,2 26,0 27,0 27,2 24,7
Уртаса температура, °C 20,8 20,8 20,7 19,5 17,3 15,1 14,3 14,9 16,8 18,7 20,1 20,7 18,3
Ул кәм тигәндә, °C 17,3 17,3 17,0 15,4 13,2 10,9 9,9 10,3 11,4 13,6 15,2 16,7 14,0
Абсолют минимум, °C 10,9 11,0 10,0 9,0 4,0 2,0 2,0 4,4 2,3 6,0 9,3 10,5 2,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 340 290 191 55 19 4 8 6 10 68 135 311 1437
Сығанаҡ: һауа торошо һәм климат

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

Кинола үҙгәртергә

Антананаривула Казино «Рояль» фильмының башланғыс күренешендә Джеймс Бондтың террорсылар артынан ҡыуыуы була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. https://web.archive.org/web/20210512150331/https://www.instat.mg/wp-content/uploads/Resultat-globaux-RGPH3-Tome-02.pdf
  4. Sister and partner cities
  5. World Sister Cities Day
  6. Sister cities of Suzhou
  7. villes-jumelages de MontréalEXPATRIATION jumelages de Montréal
  8. Développement : Jumelage de la ville d’Antananarivo avec Wenzhou
  9. Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 158. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  10. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 7—31.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 11,8 Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  12. Антананариву | www.yerevan.am. Дата обращения: 25 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 4 апрель архивланған.