Анси (франц. Annecy [an.si], франкопер. Èneci, окс. Anecí), ҡайһы берҙә Аннеси тип яҙлған — Францияның көнсығышындағы ҡала. Үрге Савойя департаментының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 51 000 кеше тәшкил итә.

Анси
франц. Annecy
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 2017
Рәсем
Рәсми атамаһы Annecy[1]
Ҡушамат la Venise des Alpes һәм la Venise savoyarde
Дәүләт  Франция[2]
Административ үҙәге Верхняя Савойя[d], Анси[d], canton of Annecy-1[d][3], canton of Annecy-2[d][3], canton of Annecy-3[d] һәм Сейно[d]
Административ-территориаль берәмек Верхняя Савойя[d] һәм Анси[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921152? һәм Q3550914?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Thiou[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Annecy[d]
Хөкүмәт башлығы François Astorg[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы новая коммуна Франции[d]
Халыҡ һаны 131 715 кеше (1 ғинуар 2021)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 448 метр
Туғандаш ҡала Челтнем[d][5], Байройт[5], Виченца[d][5], Sainte-Thérèse[d][5], Липтовски-Микулаш[5] һәм Сасандра[d][5]
Милке Парк де Спорт[d]
Сиктәш Sevrier[d], Верье-дю-Лак[d], Alex[d], Dingy-Saint-Clair[d], Nâves-Parmelan[d], Villaz[d], Argonay[d], Fillière[d], Cuvat[d], La Balme-de-Sillingy[d], Epagny Metz-Tessy[d], Пуази[d], Шавано[d], Montagny-les-Lanches[d], Chapeiry[d], Viuz-la-Chiésaz[d] һәм Кенталь[d]
Алыштырған Annecy[d], Annecy-le-Vieux[d], Cran-Gevrier[d], Meythet[d], Pringy[d] һәм Сейно[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 66,93 км²[6]
Почта индексы 74000
Рәсми сайт annecy.fr
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q1506074?
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Annecy[d]
Карта
 Анси Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Анси ҡалаһы шул уҡ исемле күлдең төньяҡ ярында, Женеванан көньяҡҡа табан яҡынса 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша Тью каналы аға, ул Фьер йылғаһын күл менән тоташтырып тора. Анси ҡалаһын Верье, Семноз, Пармелан һәм Торнет. тауҙары уратып алған.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

1960 йылда Анси ҡалаһында АСИФА — халыҡ-ара анимация киноһы ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыттан алып ыл һайын июнь айында ҡалала Халыҡ-ара анимация киноһы фестивале үткәрелә.

Иҡтисад үҙгәртергә

Анси ҡалаһында металл һәм ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек һәм туҡыу сәнәғәте бар. Ҡала курорт тип һанала.

Иҫтәлекле урын үҙгәртергә

  • Анси үҙәгендәге убала урта быуаттар замогы күтәрелеп тора. VIII быуатта төҙөлгән замок башта Женева графының, ә һуңынан Савойя герцогтарының резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. Хәҙер замокта даими эшләүсе экспозициялы музей урынлашҡан.
  • Һуңғы готика стилендә XVI быуатта төҙөлгән Изге Петр сиркәүе 1822 йылда ойошторолған Анси епископлығының үҙәге булып тора.
  • Утрау һарайы Тью каналы үҙәгендә урынлашҡан, ул 1132 йылда төҙөлгән. Тарих дауамында был һарай төрлө административ функцияларын үтәй, атап әйткәндә, Анси хакимдарының резиденцияһы, төрмә һәм ҡала суды бында урынлашҡан булған. 1900 йылда Утрау һарайы Ансиҙың тарихи ҡомартҡыһы тип таныла. Бөгөн бында Анси ҡалаһының музейы урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

Һүрәттәр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә