Андромеда (мифология)

Андромеда (бор. грек. Ἀνδρομέδα) — грек мифологияһында[1][2] эфиоп батшаһы Кефей һәм Кассиопеяның ҡыҙы.[3]

Андромеда
Ἀνδρομέδα
Персей һәм Андромеда
Персей һәм Андромеда
Мифология

Боронғо грек мифологияһы

Атаһы

Кефей

Әсәһе

Кассиопея

Ире

Персей

 Андромеда Викимилектә

Кассиопея бер ваҡыт, мин нереидаларға ҡарағанда ла һылыуыраҡмын, тип маҡтана. Ғәрләнгән алиһәләр Посейдондан Кассиопеянан был һүҙҙәре өсөн үс алыуын үтенәләр. Посейдон диңгеҙ ғифритен ебәрә. Ғифрит Кефей батшалығының кешеләренә юҡ итеү менән янай. Оракул Аммона алиһәләрҙең ярһыуын баҫыр өсөн Кефей Андромеданы ғифриткә ҡорбан итергә тейеш тип иғлан итә. Кефей батшалығының халҡы Кефей батшаны был ҡорбанды килтерергә мәжбүр итә. Андромеданы ҡаяға бығаулап, ғифриткә ҡалдыралар.

Был хәлдә уны Персей күреп ҡала.

Персей — Зевс һәм Данаяның (Аргос батшаһы Акрисийҙың ҡыҙы) улы. Уның ҡартатаһы Аргос батшаһы Акрисий оракулдан үлеме тураһында һорағас, оракул уның үлеме ейәненән — Даная ҡыҙының улынан буласағын әйтә. Тәҡдиренә яҙылғанды булдырмаҫ өсөн, Акрисий ҡыҙы Данаяны бронза һәм таштан төҙөлгән ер аҫты бүлмәләренә бикләй. Йәшен йәшнәтеүсе, күк күкрәтеүсе алла Зевс Данаяға ғашиҡ була һәм уның янына алтын ямғыр рәүешендә үтеп инә. Шунан һуң Даная Персейҙы таба. Ҡото осҡан Акрисий ҡыҙын һәм ейәнен һандыҡҡа яптырып, ҡаҙаҡ менән ҡаҙаҡлатып, диңгеҙгә ташларға бойора. Һандыҡты тулҡындар Серифос утрауына сығарып ырғыта. Персей башта Серифос вельможаһы Диктис йортонда тәрбиәләнә. Диктистың ағаһы Полидект батша Данаяға ғашиҡ була. Данаяның улы Персейҙан ҡотолор өсөн Полидект Персейҙы ғифрит Горгона Медузаның башы артынан ебәрә. Горгона Медузаның күҙ ҡарашынан кеше ташҡа әйләнер булған. Афина һәм Гермес Персейға ярҙам итәләр, уларҙың кәңәше буйынса Персей башта күрәҙәсе өс ҡарсыҡ апалы-һеңлеле Грайиҙарҙы табып, уларҙан хәйлә ярҙамында ҡанатлы сандалиҙар ала. Нимфалар уға кейгән кешене башҡаларҙың күҙенә күрендермәгән Аиданың бүреген, сандалиялар, һалған әйберҙең күләменә ҡарап йә ҙурайған йә бәләкәсәйгән тылсымлы моҡсай бирәләр. Гермес уға ҡылыс бүләк итә[4], сөнки Персей менән Гермес туғандар, уларҙың аталары бер — Зевс[5][6]. Был бүләктәр менән ҡоралланғас ҡына Персей Горгонаға килә. Ҡанатлы сандалиҙарҙа һауаға күтәрелеп, ул алмас ҡылысы менән Медузаның башын сабып өҙә. Алышҡанда Персей Медузаның үҙенә ҡарамай, сөнки Медузаның ҡарашы бөтә тере йәндәрҙе ташҡа әйләндерә. Батыр Афинаның ялтыр ҡалҡанына ҡарап һуғыша. Ғифриттең апаларынан Персей кейгән кешене башҡаларҙың күҙенә күрендермәгән кәпәсте кейеп ҡаса, ә Медузаның башын тылсымлы моҡсайына һала.

Персейҙың Андромеданың һылыулығына хушы китә. Персей, әгәр Андромеда уға кейәүгә сығырға риза булһа, ғифритты үлтерәсәген хәбәр итә. Атаһы шатланып ризалығын бирә, Персей ғифриткә Горгона Медузаның башын күрһәтә. Ғифрит ташҡа әүерелә. Икенсе версия буйынса, Персей Горгона Медузаны үлтергән Гермес ҡылысы менән ғифритте үлтерә.

Атаһы ла, әсәһе лә Андромеданы тыуған илен ҡалдырып, Персей артынан сығып китергә мәжбүр итә алмайҙар.[7] Ул Микен батшабикәһе булып китә. Андромеда[8] Персейға Горгофона[9] исемле ҡыҙ һәм алты малай таба: Перс, Алкей, Сфенел, Элей, Местор һәм Электрион[10], шулай уҡ уның улы тип Эрифраны ла атайҙар. Өлкән улдары Перстан фарсы халҡы киткән тип иҫәпләнә. Алкей — Амфитрион атаһы, Сфенел — Еврисфейға атай, Электрион — Алкменға.

Андромеда сәнғәттә үҙгәртергә

 
Гюстав Лоре, ҡаяға бығауланған Андромеда
 
Джорджо Вазари, Персей һәм Андромеда, 1570, Флоренция

Миф нигеҙендә "Титандар көрәш"е (1981) һәм "Титандар көрәш"е (2010) тигән фильмдар төшөрөлә.

Башҡалар үҙгәртергә

  • Афина Андромедаға шул уҡ исемдәге йондоҙлоҡтағы йондоҙҙар араһында урын бирә.[11]
  • Вересковыйҙар ғаиләһендәге ҡыңғыраулы сәскәләр Андромеда исеме менән аталған (Andromeda; урыҫ исеме — подбел).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мифы народов мира. М.: 1991-92. В 2-х тт. Т. 1. С. 82
  2. Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М.: 2001. В 3-х тт. Т. 1. С. 106
  3. Псевдо-Аполлодор.
  4. Лукан.
  5. Гигин.
  6. Пиндар.
  7. Гигин.
  8. Псевдо-Аполлодор.
  9. Псевдо-Аполлодор.
  10. Гесиод. Перечень женщин, фр.135 М.
  11. Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 17

Һылтанмалар үҙгәртергә