Андриевский Александр Леонидович

Андриевский Александр Леонидович (бел. Аляксандр Леанідавіч Андрыеўскі; 10 август 1968 йыл) — СССР һәм Беларусь хоккейсыһы. Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры. Континенталь хоккей лигаһында Новосибирскиҙың «Себер» хоккей клубының баш тренеры.

Александр Леонидович Андриевский
Позиция

Һөжүм итеүсе

Буйы

196 см

Ауырлығы

96 кг

Ҡулсыр

Уң

Гражданлығы

Белоруссия Белоруссия

Тыуған көнө

10 август 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (55 йәш)
СССР, Минск ҡалаһы

МХЛ драфты

1991 йылда Чикаго Блэкхокс клубы менән 220-се һан аҫтында һайлана

Хоккейсы карьераһы
1984 — 1990 СССР Динамо Мн
1990 — 1991 СССР Динамо Мск
1991 — 1992 Швейцария Фрибур-Готтерон
1992 — 1993 АҠШ флагы Чикаго Блэкхокс
1992 — 1994 АҠШ флагы Индианаполис Айс
1993 — 1994 АҠШ флагы Каламазу Вингс
1994 — 1995 Белоруссия Тивали Мн
1995 — 1998 ХПК
1998 — 1999 Германия флагы Крефельд Пингвин
1999 — 2000 Германия флагы Нивьед
2000 — 2001 Германия флагы Риверловен Об
2001 — 2003 Рәсәй флагы Химик Вск
2002 — 2003 Германия флагы Фрайбург
2003 — 2004 Белоруссия ХК Гомель
2004 — 2005 Белоруссия Динамо Мн
Тренер карьераһы
2008 — 2009 Белоруссия ХК Гомель
2009 — 2010, 2011 — 2013 Белоруссия Динамо Мн
2013 — 2014 Белоруссия Юность Минск
2014 — 2015 Белоруссия ХК Гомель
2015 — 2017 Рәсәй флагы Адмирал
2018 — ә.в. Рәсәй флагы Себер

Уйынсы карьераһы үҙгәртергә

Алекса́ндр Леони́дович Андрие́вский 1968 йылдың 10 авгусында Минск ҡалаһында тыған. 16 йәшенән урындағы «Динамо» хоккей командаһында һөжүмсе сифатында спортсы карьераһын башлай. Алты йылдан Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына күсә.

1991 йылда Александрҙы Милли хоккей лигаһының драфтында «Чикаго Блэкхокс» командаһы алтынсы раундта 220-се һан аҫтында һайлай. Мәскәүҙә бер ярым миҙгел уйнағас, Төньяҡ Америкаға күсә. 1992/1993 йылдар миҙгелендә «Чикаго Блэкхокс» өсөн бер уйында ғына ҡатнаша, ә фарм-клубта, Интернациональ хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Индианополис Айс» командаһында, 66 уйын уйнай. 1993/94 миҙгелдә «Индианополис Айс» өсөн дүрт уйын үткәргәс, шул уҡ лигалағы «Каламазу Вингз» командаһына күсә. Был командалағы миҙгел Александр өсөн Төньяҡ Америкалағы һуңғыһы булды. Артабан дүрт йыл ул Финляндияның ХПК хоккей клубында уйнай, һуңыраҡ Германия һәм Италия клубтары өсөн сығыш яһай. Карьераһын тамамлар алдынан Мәскәү өлкәһе Воскресенск ҡалаһының «Химик», шулай уҡ Белоруссияла «Гомель» һәм «Динамо» (Минск) командаларында уйнай.

Белоруссия йыйылма командаһы өсөн 1994—2003 йылдарҙа сығыш яһай, уның составында составында 1998 һәм 2002 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында һәм 1995—2001 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында ҡатнаша. Бөтәһе 81 уйын үткәрә, 63 (25+38) мәрәй йыя, 74 минут штраф ала. Оҙаҡ ваҡыт йыйылма команданың капитаны була.

Уйынсы статистикаһы үҙгәртергә

Клубтар буйынса үҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр У Г П М Штр
1984-85 Динамо-Минск СЧ 3 0 0 0 0
1985-86 Динамо-Минск СЧ 11 3 4 7 4
1986-87 Динамо-Минск СЧ 38 3 5 8 39
1987-88 Динамо-Минск СЧ 50 2 5 7 20
1988-89 Динамо-Минск СЧ 7 1 1 2 2
1989-90 Динамо-Минск СЧ 47 16 12 28 32
1990-91 Динамо Мәскәү СЧ 44 9 8 17 28
1991-92 Динамо Мәскәү СЧ 31 9 8 17 14
1991-92 Фрибур-Готтерон NLA 1 0 0 0 0
1992-93 Индианополис Айс ИХЛ 66 26 25 51 59 4 2 3 5 10
1992-93 Чикаго Блэкхокс МХЛ 1 0 0 0 0
1993-94 Индианополис Айс ИХЛ 4 0 1 1 2
1993-94 Каламазу Вингз ИХЛ 57 6 22 28 58 1 0 0 0 2
1994-95 Тивали Минск БЭЛ 10 11 7 18 0
1994-95 ХПК SM-l 17 8 9 17 18
1995-96 ХПК SM-l 43 18 15 33 75 9 7 1 8 4
1996-97 ХПК SM-l 42 17 28 45 26 10 2 4 6 2
1997-98 ХПК SM-l 25 7 9 16 22
1998-99 Больцано АS 2 0 0 0 4
1998-99 Крефельд Пингвин DEL 13 5 4 9 8 4 0 1 1 6
1999-00 Риверловен DEL 31 13 18 31 40 12 10 3 13 4
1999-00 Нивьед 2.GBun 17 10 10 20 12
2000-01 Риверловен DEL 56 11 13 24 28 3 0 0 0 0
2001-02 Химик РЧЮЛ 35 7 18 25 22 14 7 7 14 8
2002-03 Химик РЧЮЛ 16 2 5 7 34
2002-03 Фрайбург 2.GBun 15 9 4 13 4 11 2 1 3 31
2003-04 Гомель БЭЛ 32 14 14 28 16 9 3 1 4 0
2004-05 Динамо Минск БЭЛ 40 8 15 23 46 14 7 7 14
Иҫкәрмәләр: У — уйын; Г — гол; П — һөҙөмтәле пас; М — мәрәйҙәр; Штр — штраф минуттары; СЧ — Советтар Союзы чемпионаты; ИХЛ — Интернациональ хоккей лигаһы; МХЛ — Милли хоккей лигаһы; SM-L — SM-Liiga; DEL — Немец хоккей лигаһы; 2.GBun — Хоккей буйынса икенсе Бундеслига; РЧЮЛ — Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы; БЭЛ — Белоруссия экстралигаһы; AS — Хоккей буйынса Италия А серияһы; NLA — Щвейцария хоккей лигаһы

Йыйылма командала үҙгәртергә

Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр Һөҙөмтә
1994-95 Белоруссия СДЧ 4 1 1 2 6   Беренсе урын
1995-96 Белоруссия ВДЧ 7 4 6 10 8   Өсөнсө урын
1996-97 Белоруссия ВДЧ 6 5 7 12 8   Беренсе урын
1997-98 Белоруссия ОУК 7 4 8 12 0 Олимпиадаға эләктеләр
1997-98 Белоруссия ОУ 6 1 2 3 8 Сирекфинал
1997-98 Белоруссия ДЧ 6 1 3 4 12 Һигеҙенсе урын
1998-99 Белоруссия ДЧ 6 2 0 2 2 Туғыҙынсы урын
1999-00 Белоруссия ДЧ 3 1 2 3 2 Туғыҙынсы урын
2000-01 Белоруссия ОУК 3 1 0 1 0 Олимпиадаға эләктеләр
2000-01 Белоруссия ДЧ 6 1 1 2 6 15-се урын
2001-02 Белоруссия ОУ 9 0 0 0 0 Дүртенсе урын
Иҫкәрмәләр: ДЧ — Донъя чемпионаты; СДЧ — «С» төркөмөндә донъя чемпионаты; ВДЧ — «В» төркөмөндә донъя чемпионаты; ОУ — Олимпия уйындары; ОУК — Олимпия уйындарына квалификация

Тренер карьераһы үҙгәртергә

Александр Андриевский тренер карьераһын 2008 йылда «Гомель» хоккей клубының баш тренеры булараҡ башлай. Шул командала ул 2009 йылдың 21 октябренә тиклем эшләй, артабан «Динамо» (Минск) хоккей клубын етәкләй[1]. 2011 йылдың апрель айынан башлап ошо команданың баш тренеры Марек Сикораның ярҙамсыһы эшенә күсә. 2012 йылдың 12 октябрендә Александр команданы етәкләй[2]. 2013 йылдың 23 ноябрендә, алты уйын дауамында еңелгәс, Александр Андриевскийҙы отставкаға ебәрәләр, ә уның урынына Любомир Покович килә[3]. Ул оҙаҡ эшһеҙ ултырмай һәм 2013 йылдың 13 декабрендә «Юность Минск» хоккей клубында баш тренер ярҙамсыһы урынына килә. 2014 йылдың 23 октябрендә «Гомель» хоккей клубының баш тренер вазифаһына килә.

2009—2013 йылдарҙа Андриевский хоккей буйынса Белоруссия йыйылма командаһында баш тренерҙың ярҙамсыһы булып эшләй. Ошо вазифала ул 2010—2013 йылдарҙағы Донъя чемпионаттарында һәм Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарына квалификацияла ҡатнаша.

2014/2015 йылдар миҙгеле тамамланғас Александр «Адмирал» хоккей клубын етәкләй[4]. Миҙгелдең күберәк өлөшөндә «Адмирал» конференцияһында бишенсе бара, әммә иң аҙағында алтынсы урынға төшә. Андриевский команданы плей-офф уйындарына сығара. Тәүге раундта «Себер» хоккей клубына биш уйында отола. 2016/2017 йылдар миҙгелендә «Адмирал» иң һуңғы мәлдә генә плей-офф зонаһына эләгә. Был КХЛ-да тәү тапҡыр Алыҫ Көнсығыштан команда ике йыл рәттән плей-оффҡа эләгә алған тәүге хәл була. Гагарин кубогы конференциялар сирекфиналында Владивосток командаһы алты уйында омскиҙан «Авангард» хоккей клубына еңелә һәм миҙгелде тамамлай. Команда өсөн чемпионат бөткәс тә үк Андриевскийҙың командала ҡалыуы билдәле була[5]. 2017/2018 йылдар миҙгелен «Адмирал» бик насар башлай, 19 уйындың дүртәүһен генә еңә һәм 17 мәрәй йыя. 19-сы уйындан һуң Андриевский отставкаға ебәрелә.

2018 йылдың 15 сентябрендә Андриевский Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла[6].

Тренер статистикаһы үҙгәртергә

Был таблицала баш тренер булған саҡ
Бында КХЛ клубтары ғына
Һуңғы яңыртыу 2016 йылдың 3 мартына
Команда Турнир-миҙгел Даими миҙгел Плей-офф
И Е ӨВЕ/БСЕ ӨВО/БСО О М Һөҙөмтә Е О Һөҙөмтә
Динамо Минск КХЛ 2009-10 41 11 5 2 23 45 Көнбайышта 11-се Эләкмәнеләр
Динамо Минск КХЛ 2012-13 36 13 5 4 14 53 Көнбайышта 10-сы Эләкмәнеләр
Динамо Минск КХЛ 2012-13 28 6 1 4 17 24 Ҡыуыла
Адмирал КХЛ 2015-16 60 25 8 4 23 95 Көнсығышта 6-сы 1 4 Конференциялар сирекфиналы
Адмирал КХЛ 2016-17 60 24 3 8 25 86 Көнсығышта 7-се 2 4 Конференциялар сирекфиналы
Адмирал КХЛ 2017-18 19 3 2 4 10 17 Ҡыуыла

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Уйынсы булараҡ үҙгәртергә

Тренер булараҡ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә