Андреева Галина Трофимовна

Андреева Галина Трофимовна (29 ғинуар 1938 йыл — 21 март 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-әҙәбиәт белгесе. 1969 йылдан Яҡут дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Андреева Галина Трофимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 29 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Яҡутск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Яҡутск, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Галина Трофимовна Андреева 1938 йылдың 29 ғинуарында Якутск ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған: атаһы — Трофим Никифорович Саввин товаровед, әсәһе Раиса Сергеевна Саввина — рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Мәктәптә 1946 йылда уҡый башлай. Якутскиҙың 2-се мәктәбен тамамлағас, 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алғандан һуң, туған мәктәбендә өлкән кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1961 йылда ғалим-геофизик Андреев Будимир Гавриловичҡа кейәүгә сыға һәм уның менән Нюрба ҡалаһына китә[1]. Нюрбала ул тәүҙә уҡытыусы булып эшләй, артабан КПСС-тың район комитеты агитация һәм пропаганда бүлеге ҡарамағындағы «Белем» йәмғиәтенең урындағы бүлексәһенең етәксеһе була. Һуңынан район радиотапшырыуҙар редакторы һәм директоры вазифаһын башҡара. Бында уның балалары — Ольга (1962), Татьяна (1964), шулай уҡ Евгений һәм Александр (1967) тыуа.

1969 йылда ире эшкә Якутскиға күсерелә, ғаилә был ҡалаға күсеп килә һәм Галина Трофимовна Яҡут дәүләт университетының һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһына вакантлы урынға ассистент итеп эшкә ҡабул ителә. 1971 йылда Ленинград дәүләт университетының аспирантураһына рус әҙәбиәте кафедраһының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Уның ғилми етәксеһе филфактың рус әҙәбиәте тарихы кафедраһы доценты Геннадий Владимирович Иванов була. 1975 йылда Ленинградта Г. Т. Андреева XIX быуат яҙыусыһы С. Н. Терпигорев-Атаваның ижады буйынса «Цикл очерков С. Н. Терпигорева „Оскудение“» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 1998 йылда Мәскәүҙә «Художественный мир С. Н. Терпигорева в контексте русской литературы XIX века» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2001 йылда уға рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы буйынса профессор дәрәжәһе бирелә, шулай итеп Саха республикаһында «рус әҙәбиәте» һөнәре буйынса ул берҙән-бер филология фәндәре докторы була[2].

Андреева Галина Трофимовна Төньяҡ-Көнсығыш федераль университетың филология факультетында иң алдынғы, әйҙәүсе уҡытыусыларының береһе була, яҡут филология факультетының рус бүлегендә рус әҙәбиәте тарихы буйынса лекциялар уҡый. Ул күп ғилми хеҙмәттәр, шул иҫәптән монографиялар, авторы була; уның етәкселегендә байтаҡ уҡыусылары кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Якутскиҙа 2018 йылдың 21 мартында вафат була[2].

Галина Трофимовна «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре», шулай уҡ «СВФУ-ның почетлы ветераны» исемдәренә лайыҡ була[2], СССР халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» түш билдәһе менән бүләкләнә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Дедюхина О. В. К 70-летию известного ученого, доктора филологических наук, профессора Андреевой Галины Трофимовны. Журнал «Вестник Якутского государственного университета», 2008. Издательство: Северо-Восточный федеральный университет имени М. К. Аммосова, ISSN 1817-7786.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә