Анги́на, киҫкен тинзиллит, тамаҡ шешеү (лат. angina — буылу) — тамаҡ һәм айырыуса аңҡау миндалиналарының шешеүе менән билдәләнгән йоғошло ауырыу[1]; ҡаты йәки дауамлы йоғошло ауырыу, йотҡолоҡтоң лимфа дүңгәләге, аңҡау миндалдарының ялҡынһыныуы. Уны бактериялар (В-гемолитик стрептококктар, стафилококктар һәм уларҙың төрлө ҡушылмалары), вирустар, кандида төрөндәге бәшмәктәрҙең коктар менән берләшүе, ҡайһы сағында башҡа микроорганизмдар килтереп сығара.

Киҫкен тонзиллит
Баҙам биҙҙәре (миндаоины) зарарланыу
Баҙам биҙҙәре (миндаоины) зарарланыу
МКБ-10

J0303.

МКБ-9

034.0034.0

DiseasesDB

12507

MedlinePlus

000639

eMedicine

med/1811 

 Ангина Викимилектә
Ангина

Ангинаны өйрәнеү тарихы үҙгәртергә

Ангина билдәләре Гиппократ (б.э.т. 5 — 4 быуаттар), Цельс (1-се быуат), Әбүғәлисина (11-се быуат) хеҙмәттәрендә үк тасуирланған. Медицинала бактериологик тикшеренеү ысулдарын ғәмәлгә керетеү ангинаны, микробтарға һәм ауырыуҙың барлыҡҡа килеү урынына ҡарап, түбәндәге формаларга бүленеү мөмкинлеге бирә: катараль, лакунар, фолликуляр, фибриноз, некротик, флегмоноз, септик һ.б. Ангина киң таралған ауырыуҙар төрөнә керә. Ангина менән балалар һәм 30 — 40 йәштәге кешеләр йыш ауырый. Ауырыу сығанағы булып сәләмәт, ләкин ангина бактериялары йөрөтөүселәр һәм уның көсәйеп киткән ваҡытындағы ауырыуҙар һанала. Ауырыу килтереп сығарыусы микробтар һауа-тамсылар юлы менән тарала. Йоғошло ауырыуҙың барышы организмға ситтән кергән микробтар һанына һәм организмдың һаҡланыу механизмының активлығына бәйле. Ауырыуға ҡаршы иммунитет юҡ. Микробтар бүлеп сығарған күп һанлы токсиндар йөрәкте, бөйөрҙәрҙе, үҙәк нерв системаһын, ишетү органдарын һ.б. зарарлай.

Дауалау үҙгәртергә

Дауалау өсөн антибиотиктар, фаготерапия, гамма-глобулинотерапия, фитотерапия ысулдары ҡулланыла. Махсус профилактика —стафилококклы анатоксин, стафилококклы фага (ауыҙ һәм танау ҡуышлығын һауыҡтырыу) ысулы менән В. Е. Григорьев һәм Р. Г. Исхакова тәҡдим иткән схема буйынса алып барыла (Ҡазан медицина академияһы, 1989). Профилактикаһы үҙенсәлекле — ауырыусыларҙы уҙ ваҡытында айырып дауалау, бактерия йөрөтөүсөләрҙе асыҡлау һәм лайлалы тышсаларҙы һауыҡтырыу: танау эсен ҡорт елеме ҡушып яһалған вазелин, ауыҙ ҡыуышлығын В. Е. Григорьев, Р. Г. Исхакова методикаһы (1989) буйынса ҡорт елеменең спирттағы эремәһе менән эшкәртеү. Уларҙың методикаһы РФ Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы приказына керетелә һәм ғәмәли медицинада ҡулланыла, был иһә ауырыуҙар һаны кәмеүгә килтерә; был ысул менән дауалау-һауыҡтырыу 3 — 5 йылға гарантия бирә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Турьянов М. Х., Царегородцев А. Д. Инфекционные болезни. М., 1998; Справочник-путеводитель практикующего врача: 2000 болезней от А до Я. М., 1999.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)