Аматуни Петроний Гай

Петроний Гай Аматуни (әрм. Պետրոնի Գայ Ամատունի; 12 июль 1916 йыл29 апрель 1982 йыл) — совет фантаст-яҙыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Петроний Гай Аматуни
Файл:Amatuny.jpg
Тыуған көнө:

12 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Дон Ғәскәре өлкәһе Великокняжеская станицаһы (хәҙер Пролетарск ҡалаһы)

Вафат булған көнө:

29 апрель 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик, XX быуат яҙыусыһы

Ижад йылдары:

1944—1982

Жанр:

фантастика

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биографияһы үҙгәртергә

1916 йылдың 12 июлендә Дон Ғәскәре өлкәһенең Великокняжеская станицаһында (хәҙер Пролетарск ҡалаһы) боронғо кенәз нәҫеленә ҡараған әрмән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Әрмәнстанда, йәшлеге — Мәскәүҙә үткән. 16 йәшенән авиамоделизм буйынса инструктор, планёр спорты инструкторы булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышын кавалерия ғәскәрҙәрендә башлай, әммә госпиталдән һуң Хәрби Һауа Көстәренең лётчик-истребителдәр училищеһына ебәрелә. Уны тамамлағандан һуң, 1944 йылдан лётчик-инструктор булып эшләй. Демобилизацияланғандан һуң — ДОСААФ лётчик-инструкторы. 1953 йылдан 1968 йылға саҡлы — граждандар авиацияһында карап командиры ("Аэрофлот"тың Ростов авиаотряды).

Әкиәткә һәм фәнни-фантастик повесть жанрҙарына әүәҫлеге булған профессиональ яҙыусы. 1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында тәүге әҙәби аҙымдарын яһай. Әҫәрҙәре әрмән, ҡырғыҙ, чех телдәренә тәржемә ителгән. 1958 йылдан КПСС ағзаһы. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].

Төп әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Маленький лётчик Пиро (1946)
  • Гаяна (трилогия):
    • Тайна Пито-Као (1957)
    • Тиунэла (1962)
    • Парадокс Глебова (1966)
  • Разведчик недр (1961)
  • Чао — победитель волшебников (1964)
  • Если б заговорил сфинкс… (1970)
  • Требуется король (1977)
  • Королевство восемью-восемь (1979)
  • Космическая горошина (1979)
  • Почти невероятные приключения в Артеке (1979)

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Писатели Дона: Биобиблиогр. указ / [О. И. Кузина и др.]. — изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с. — 20 000 экз. Книга:Писатели Дона 1986
  2. Библиотека им. П.Г. Аматуни. Дата обращения: 10 июль 2015.

Һылтанмалар үҙгәртергә