Алғы Азия

көньяҡ-көнбайыш Азиялағы географик төбәк

Алғы Азия, шулай уҡ Көнбайыш Азия, Көньяҡ-Көнбайыш Азия — географик ҡараштан үҙ эсенә Кесе Азия (Кесе Азия ҡалҡыулығы) һәм Ғәрәбстан ярымутрауҙары, уларға сиктәш Урта диңгеҙ (Левант) көнсығыш яр буйы биләмәләрен, Кавказ (Кавказ аръяғы), Әрмән һәм Иран таулыҡтарын[2], һәм Месопотамия уйһыулыҡтарын; ә сәйәси ҡараштан өс төбәкте — Яҡын Көнсығышты (Африка өлөшөнән башҡа), Урта Көнсығышты һәм Кавказ аръяғын (өлөшләтә) үҙ эсенә алған көньяҡ-көнбайыш Азиялағы географик төбәк.

Алғы Азия
Географик төбәк
Көнбайыш Азия[1]
Көнбайыш Азия[1]
29°10′00″ с. ш. 47°36′00″ в. д.HGЯO
Илдәр
 Алғы Азия Викимилектә
"Көнбайыш Азия" бите бында йүнәтелә.
Донъя картаһында Алғы Азия

Терминологияһы үҙгәртергә

  • Урыҫ телендә «Передняя Азия» термины немец теленең Vorderasien һүҙенең тәржемәһе булараҡ яңғырай[3]. Ул тарих, археология һәм лингвистика буйынса эштәрҙә өҫтөнлөк итә. Антропологияла Азия алды расаһы термины бар, арменоид йәки ассироид расаһы уның синонимы булып тора. Азия алды леопарды шулай уҡ кавказ барыҫы йәки фарсы леопарды тип атала. Шулай итеп, Алғы Азияға Бөйөк Әрмәнстан, Ассирия (Месопотамия), Фарсыстан һәм Кавказдың бер өлөшө инә. Алғы Азия Урта (Копетдаг буйлап) һәм Көньяҡ Азия (Гиндукуш буйлап), Көньяҡ һәм Көнсығыш Европа (Кара диңгеҙ боғаҙҙары һәм Кавказ тауҙары буйлап), шулай уҡ Африка (Суэц каналы буйлап) төбәктәре менән сиктәш.
  • «Көнбайыш Азия» төшөнсәһе һуңыраҡ, өлөшләтә Western Asia инглиз һүҙе йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Ул хәҙерге тарих, география, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса хеҙмәттәрҙә киң ҡулланыла. Этнография һәм биология буйынса эштәрҙә ике термин да ҡулланыла. Көнбайыш Азия уйындары Азия һәм Иран ғәрәп илдәрен

(Төркиәнән һәм Кавказ илдәренән тыш) үҙ эсенә ала.

  • «Көньяҡ-Көнбайыш Азия» термины рус телендә «Көнбайыш Азия» мәғәнәһендә лә, ҡайһы берҙә, Ғәрәбстан ярымутрауы менән Междуречьены ла (Месопотамия) индереп, тарыраҡ мәғәнәләә лә ҡулланыла.

Башҡа телдәрҙә атамалары үҙгәртергә

Был төбәк телдәрендә ул түбәндәгесә атала: әрм. Առաջավոր Ասիա, ғәр. جنوب غرب آسيا‎, әзерб. Ön Asiya, фарс. جنوب غربی آسیا, йәһ. דרום-מערב אסיה‎, греч. Δυτική Ασία, груз. დასავლეთი აზია, төр. Güneybatı Asya, Ҡалып:Lang-kur.

Геологик төҙөлөшө үҙгәртергә

Көнбайыш Азияның күпселек өлөшө Көньяҡ Европаның тау сылбырын дауам иткән Альп геосинклиналь өлкәһенең тау ҡоролмалары менән тулған. Рельефында улар сағыштырмаса күтәрелгән ситке сылбырҙары һәм түбән төшкән эске яҫы таулыҡтар рәүешендә сағыла. Көньяҡта уларға Африка платформаһының бер өлөшөн тәшкил иткән Ғәрәбстан-Сүриә ҙур киҫәге ҡушыла. Ғәрәбстан өлкәһе Азияға ҡарағанда бар яҡтан да Төньяҡ Африкаға яҡыныраҡ.

Тәбиғи характеристикаһы үҙгәртергә

Киң таралған сүллек (Руб-эль-Хали, Оло Нефуд, Дехна, Сүриә сүллеге, Тихама), ярымсүллек һәм ҡоро далалар, оло һыуһыҙ өлкәләр өҫтөнлөк иткән аридлы ландшафтар Алғы Азияның дөйөм характеристикаһы булып тора. Күпселекте оҙонлоғо йөҙәр километрға еткән (Эр-Румма — 900 км) ҡороп кипкән тарлауыҡтар һәм үҙәндәр (вади) буйлап эпизодик һәм миҙгел аҡмалары тәшкил итә. Месопотамияла Шат-эль-Ғәрәп дөйөм тамағында ҡушылған Тигр һәм Евфрат кеүек даими транзит йылғалары аға. Шулай уҡ Левант - Иордан йылғалары һәм башҡалар даими ағымға эйә. Оазиста ҡоҙоҡтар һәм ер аҫты галереялары — кяриз тибындағы феледж (ғәр. فلج) сығарған ер аҫты һыуҙарының әһәмиәте бик ҙур. Левантта сөсө аҡмалы күлдәр билдәле. Ошонда уҡ уникаль Үле диңгеҙ тоҙло күле урынлашҡан[4]. Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙҙәре, Каспий диңгеҙенең көньяғы, шулай уҡ Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайышы һәм ҡайһы бер таулы райондар иң яҡшы дымлылыҡ менән айырылып тора.

Төбәк нефткә бай (башлыса, Фарсы ҡултығы һәм Каспий диңгеҙе бассейнында).

Алғы Азияның күпселек илдәренең ауыл хужалығында көтөүлек биләмәләре булыуы мөһим роль уйнай, был бында малсылыҡтың (күпселек райондарҙа - күсмә) үҫешен билдәләй.

Алғы Азия һәм Европа араһындағы сик үҙгәртергә

Иң яҡшы дымлылыҡ менән Урта Ер, ҡара, Каспий диңгеҙҙәренең көньяғы, шулай уҡ Ғәрәбстан ярымутрауы көньяҡ-көнбайышы һәм ҡайһы бер таулы райондар айырылып тора.

Төбәк нефткә бай (башлыса, Фарсы ҡултығы һәм Каспий диңгеҙе бассейнында).

Алғы Азияның күпселек илдәренең ауыл хужалығында көтөүлек биләмәләре булыуы мөһим роль уйнай, был бында малсылыҡтың (күпселек райондарҙа - күсмә) үҫешен билдәләй.

Грузия һәм Әзербайжан кеүек Кавказ аръяғы илдәре ҡайһы бер биләмәләре менән өлөшләтә Көнсығыш Европаға ҡарай (ҡара: Европа менән Азия араһындағы сик). Алғы Азия төбәгенә ҡараған Әрмәнстан, Грузия һәм Әзербайжан - Европа Советына, ә Кипр Евросоюзға инә[5][6][7].

Хәҙерге сәйәси бүленеш үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта был төбәк эсенә түбәндәге дәүләттәр ҡарай:

Төбәк биләмәһендә донъяның өлөшләтә танылған дәүләттәренең күбеһе урынлашҡан:

Шулай уҡ тағы бер танылмаған дәүләт:

Төбәктең төп этник төркөмдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Эквивалентна Передней Азии без Афганистана.
  2. Иногда частично включают и Копетдаг.
  3. см. Гегель. Лекции по философии истории, с.138
  4. Ҡалып:КГЭ
  5. 47 Member States (ингл.). www.coe.int. Дата обращения: 27 март 2020.
  6. Anonymous. Countries (ингл.). European Union (5 июль 2016). Дата обращения: 27 март 2020.
  7. Europe Map / Map of Europe - Facts, Geography, History of Europe - Worldatlas.com. www.worldatlas.com. Дата обращения: 13 апрель 2020.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Западная Азия. Серия «Обычаи народов мира». М.: «Мир книги», 2010. 222 с. ISBN 5486035837, 9785486035838
  • История Древнего Востока: Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Ч. 2: Передняя Азия, Египет. М., 1998.
  • Лазарев М. С. Западная Азия: этнополитическая ситуация / Институт востоковедения (Российская академия наук). . М.: «Наука», Издательская фирма «Восточная лит-ра», 1993. 230 с.
  • Прошин Н. И., Куракова Л. И. Зарубежная Азия: общий обзор, Юго-Западная Азия. Энциклопедия «Страны и народы». М.: «Мысль», 1979. 380 с.
  • Языки мира: Древние реликтовые языки Передней Азии / РАН. Институт языкознания. Под ред. Н. Н. Казанского, А. А. Кибрика, Ю. Б. Корякова. — М.: Academia, 2010.

Һылтанмалар үҙгәртергә

[[Категория:Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалары булмаған мәҡәләләр Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел]]